газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2022, 18:53

Радий Хабиров “Башҡорт аты” фестивален рәсми асты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрамға Ҡалмыҡ Республикаһы Президенты Бату Хасиков оҙатыуында килде.

Радий Хабиров “Башҡорт аты” фестивален рәсми асты
Радий Хабиров “Башҡорт аты” фестивален рәсми асты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров байрамға Ҡалмыҡ Республикаһы Президенты Бату Хасиков оҙатыуында килде. Делегация составында шулай уҡ Рәсәй телевидениеһы алып барыусыһы, Дәүләт Думаһы депутаты Тимофей Баженов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, республика Хөкүмәтенең премьер-министры урынбаҫары – республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, Ҡалмыҡ Республикаһы ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Тимур Гаваев та бар ине.

Мәртәбәле ҡунаҡтар ауыл хужалығы тауар етештереүселәренең һәм халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәһе менән танышты. Сараны тантаналы асыу театрлаштырылған тамашанан башланды. Байрам программаһын Заһир Зәйнетдиндең сығышы һәм республиканың сәнғәт оҫталарының “Башҡорт аты – милләт ҡото” концерты дауам итте. Ҡунаҡтар алдында шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле, ҡалмыҡ фольклор йырсыһы, сәсән, джангарчи Владимир Каруев сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡалмыҡ Республикаһы делегацияһына рәхмәт белдерҙе.

Автор: Алсу Муллахметова

https://bv02.info/news/obshchestvo/2022-07-30/radiy-habirov-ofitsialno-otkryl-festival-bashkirskoy-loshadi-bashkort-aty-2892667

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: