газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2022, 19:11

Бату Хасиков Радий Хәбировҡа ҡалмыҡ аты сертификатын бүләк итте

Башҡорт аты фестивален асыуҙа Ҡалмыҡ Республикаһы башлығы Бату Хасиков ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлеккә ҡағылышлы пландар тураһында һөйләне.

Атап әйткәндә, Ҡалмыҡстан һәм  Башҡортостан араһында төрлө өлкәләрҙә бер нисә эшлекле килешеү төҙөү күҙаллана. Бату Хасиков Баймаҡ районына ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәт әйтте, Радий Хәбировҡа ҡалмыҡ аты сертификатын тапшырҙы.

- Беҙҙең дөйөм тарих, дөйөм мәҙәни ҡиммәттәр, - тине Бату Хасиков. - Ике төбәк араһындағы дуҫлыҡ ептәре нығыһын ғына.

Радий Хәбиров, үҙ сиратында, хеҙмәттәшенә башҡорт аты сертификатын һәм йүгән бүләк итте.

 https://bv02.info/news/obshchestvo/2022-07-30/batu-hasikov-vruchil-radiyu-habirovu-sertifikat-kalmytskogo-konya-2892598

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: