газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2022, 18:00

Сувенир һатып рекорд ҡуйырға йыйына

Баймаҡ районында бөгөн “Башҡорт аты” фестиваленең беренсе көнө. Уның ҡатнашыусыларының береһе - Учалы районынан оҫта Азат Хәбибуллин. Ул сувенирҙар әҙерләү менән шөғөлләнә. Азат Мөбәрәк улы әйтеүенсә, был һөнәргә уны улы өйрәткән.

Сувенир һатып рекорд ҡуйырға йыйына
Сувенир һатып рекорд ҡуйырға йыйына

Баймаҡ районында бөгөн “Башҡорт аты” фестиваленең беренсе көнө. Уның ҡатнашыусыларының береһе - Учалы районынан оҫта Азат Хәбибуллин. Ул сувенирҙар әҙерләү менән шөғөлләнә. Азат Мөбәрәк улы әйтеүенсә, был һөнәргә уны улы өйрәткән.
-Һөнәрем буйынса үҙем металлург. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ниндәйҙер файҙалы шөғөл табып тормошомдо төрлөләндерергә ҡарар иттем. Эш тиҙ табылды. Улым башҡорт сувенирҙары эшләү менән шөғөлләнә ине, мине лә быға ылыҡтырырға булды, - ти оҫта. 
Яңы шөғөл тиҙ күңеленә ята уның. Тәүҙә бәләкәй эштәрҙән башлай: ҙур булмаған магнитттар эшләй. Шунан ағас эшкәртеү станоктары барлыҡҡа килә, продукцияһы ҙур уңыш менән файҙаланыла башлай.
Баймаҡ районындағы фестивалгә ла ул буш ҡул менән килмәгән. Ул яңы тауарҙар алып килгән. Тап баймаҡтарҙа уның тауары айырыуса һорау менән файҙаланыла икән. Һәр һабантуйҙа ул 60 меңдән ашыу һумға сувенирҙар һатҡан. Әммә оҫта бөгөн 2015 йылда ҡуйған рекордын уҙмаҡсы. Ул йылды Ҡурғанда Азат Мөбәрәк улы 150 меңдән ашыу һумға сувенирҙар һатҡан булған. Ул күп фестивалдәр һәм конкурстар ҡатнашыусыһы ла. Учалы хакимиәте еңеүе өсөн “Газель” дә бүләк иткән. Шулай ҙа, Азат Хәбибуллин иң мөһиме, килем алыу түгел, ә яратҡан эштең күңелгә ҡыуаныс килтереүе, тип иҫәпләй.

https://bv02.info/news/obshchestvo/2022-07-29/remeslennik-iz-uchalinskogo-rayona-na-festivale-bashkirskoy-loshadi-nameren-pobit-svoy-rekord-i-prodat-bolee-150-tysyach-tematicheskih-suvenirov-2891574

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: