Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль , 13:44

"Башҡорт аты"н күрегеҙ!

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янындағы һабантуй биләмәһендә “Башҡорт аты” фестивале үтә.

"Башҡорт аты"н күрегеҙ!
"Башҡорт аты"н күрегеҙ!

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле янындағы һабантуй биләмәһендә “Башҡорт аты” фестивале үтә.

Байрамдың программаһы бик бай булмаҡсы.

Беренсе көндө "Ылаҡ", "Мәргән уҡсы", Ауҙарыш" уйындарында һайлап алыу ярыштары уҙа. Шул уҡ көндө милли көрәш буйынса Урал аръяғы асыҡ чемпионаты уҙа.

Фестивалдең икенсе көнөндә халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, төрлө спорт ярыштары күҙалланған. Ҡымыҙ байрамы айырыуса шәп уҙмаҡсы. Башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау буйынса түңәрәк өҫтәлдәр планлаштырыла. сараны ҙур байрам концерты тамамлай. 

Фото: "Выбор" гәзитенән

Автор:Дина Галеева
Читайте нас в