Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2022, 23:38

Африка ҡунағы “Башҡорт аты” фестиваленә баһа бирҙе

Баймаҡ районындағы «Башҡорт аты» фестивале ат сабыштары һәм башҡорт атына маҡтау йырлау ғына түгел, ә был сара төрлө спорт төрҙәре, шул иҫәптә мас-рестлинг буйынса спортсыларҙы үҙенә ылыҡтырыу үҙәгенә әйләнде.    

Африка ҡунағы “Башҡорт аты” фестиваленә баһа бирҙе
Африка ҡунағы “Башҡорт аты” фестиваленә баһа бирҙе

Баймаҡ районындағы «Башҡорт аты» фестивале ат сабыштары һәм башҡорт атына маҡтау йырлау ғына түгел, ә был сара төрлө спорт төрҙәре, шул иҫәптә мас-рестлинг буйынса спортсыларҙы үҙенә ылыҡтырыу үҙәгенә әйләнде. Анголанан Латисия Шиока республика фестиваленә үҙ көсөн һынарға һәм ял итергә килеүселәрҙең береһе. Ҡыҙ башҡорт телен яҡшы белә. Ул Башҡорт дәүләт университетының дүртенсе курсында уҡый. Ул – буласаҡ иҡтисадсы. Ҡыҙ көрәш менән күптән түгел шөғөлләнә башлаған,  “мас-рестлинг” тураһында ентекле һөйләне. Баҡтиһәң, мас-рестлинг яҡут халҡының спорт төрө.

Бөгөн беҙ ярыштарға әҙерләнәбеҙ, ә иртәгә көс һынашасаҡбыҙ, - ти фестиваль ҡунағы. – Мин бындай сарала тәүгә ҡатнашам. Бөтә нәмә оҡшай. Ойоштороусыларға, хужаларға, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. “Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Башҡортостанда йәшәргә ҡалырға теләгең юҡмы?” тигән һорауға ул былай тип яуап бирҙе: “Миңә бында оҡшай, тик тыуған яғымды бик һағынам”.

https://bv02.info/news/obshchestvo/2022-07-29/vsyo-ochen-nravitsya-vsyo-interesno-2891700 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: