газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2022, 12:15

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (27 июнь - 3 июль)

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?
ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (27 июнь - 3 июль)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Һеҙҙең ғаиләлә һәм эштә көсөргәнешлек көсәйер. Бигерәк тә олораҡ быуын кешеләре менән конфликт сығыуы ихтимал. Дуҫтарығыҙ сәфәргә, ҡаланан ситтә ял итергә саҡырыр. Спортҡа, хәрәкәткә өҫтөнлөк бирә башларһығыҙ.
Буға (21.04-21.05)
Йондоҙҙар һеҙгә күберәк йорт эштәре менән шөғөлләнергә кәңәш бирә. Өйөгөҙҙө уңайлыраҡ итеү пландары шәп килеп сығыр. Ата-әсәләрегеҙгә хөрмәт күрһәтегеҙ. Өҫтәмә аҡса эшләү ысулдарын ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Игеҙәктәрҙең мөхәббәт хистәре артыр, икенсе яртыһына ҡарата көнләшеүҙәре көсәйер. Яңы кешеләр менән күп аралашырһығыҙ, күп ваҡытығыҙҙы тәбиғәт ҡосағында үткәрерһегеҙ. Матди ауырлыҡтар үҙен һиҙҙерер.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Үҙегеҙҙең һәм башҡаларҙың холоҡтарын өйрәнеү өсөн психология менән ҡыҙыҡһына башларһығыҙ. Эштә бал ҡорто кеүек тырышырһығыҙ. Икенсе яртығыҙ менән фекерҙәрегеҙ тура килмәҫ, бәхәс тыуыр.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Арыҫландар күберәк ваҡытын дуҫтары менән уҙғарырға теләр. Әммә яҡындарығыҙ алдындағы яуаплылыҡ тураһында ла онотмағыҙ. Һаулыҡ менән проблемаларҙы ваҡытында хәл итегеҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисермәҫһегеҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Һеҙҙең тормошта көтөлмәгән ваҡиғалар сығып торор. Кемдер биргән вәғәҙәләргә ышанып бармағыҙ. Төрлө әйбер һатып алыу өсөн ҡулай осор. Күңел асыу сараларынан әлегә баш тартығыҙ. Яңғыҙлыҡта ял итеү мөмкинлеген табығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Үҙ алдығыҙға әллә ниндәй ҙур бурыстар ҡуймағыҙ. Осраған ҡаршылыҡтарҙы ныҡышмалылығыҙ менән еңә алырһығыҙ. Дуҫтарығыҙҙың кәңәштәренән файҙа күрерһегеҙ. Спорт менән дуҫлашһағыҙ, һаулығығыҙ яҡшы булыр.
Саян (24.10-22.11)
Пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа нимәлер ҡамасаулар. Сәфәрегеҙ ҙә туҡталыр. Уның ҡарауы, шәхси тормошоғоҙҙа барыһы ла һәйбәт. Балаларығыҙҙан ҡәнәғәт булырһығыҙ. Ялдарығыҙ өйҙә ҡыҙыҡлы, күңелле үтмәксе.
Уҡсы (23.11-21.12)
Иҡтисад, сәнәғәт өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең эше уңышлы барыр. Уҡсылар яратҡан кешеһенә иғтибарлы булһын, юғиһә, арағыҙҙан ҡара бесәй үтер. Туғандарығыҙ менән бергә байрам итеүҙән баш тартмағыҙ, күңелле булырға тейеш.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ылаҡтағарға икенсе яртылары, ғаиләләге яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн, сабырлыҡ күрһәтергә кәрәк булыр. Дауалау-профилактика процедуралары файҙаһын бирер. Руль артында, ғөмәүмән, юлда иғтибарлы йөрөгөҙ.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Бөтә эштәрегеҙ буталсыҡ барыр. Башҡа кешеләрҙең проблемаларын хәл итешеп, үҙегеҙҙең эшегеҙ туҡталып ҡалыр. Һаулығығыҙ ҙа айырым иғтибар талап итер. Романтикалы осрашыуҙар өсөн ҡулай осор.
Балыҡ (20.02-20.03)
Эштәге пландарығыҙҙы ҡапыл килеп тыуған хәлдәр үҙгәртер. Балыҡтар өсөн ғаилә, йорт өҫтөнлөклө булыр. Балаларығыҙға сығымдар артыр. Әсе ашамлыҡтарҙан баш тартыу, ашҡаҙанығыҙҙы һаҡлау зыян итмәҫ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: