газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2022, 11:15

Ҡала киләсәге тәжрибәгә таяна

Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов Салауат аҡһаҡалдары, ҡаланың Почетлы граждандары, ветерандар советы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты. Сарала башлыҡтың урынбаҫарҙары, ҡала Советы вәкилдәре ҡатнашты.

Ҡала киләсәге тәжрибәгә таяна
Ҡала киләсәге тәжрибәгә таяна

Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов Салауат аҡһаҡалдары, ҡаланың Почетлы граждандары, ветерандар советы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашты. Сарала башлыҡтың урынбаҫарҙары, ҡала Советы вәкилдәре ҡатнашты.

Сараның башында уҡ хакимиәт башлығы Игорь Миронов ҡаланың юбилейы алдынан бөтә ғүмерҙәрен Салауат үҫешенә бағышлаған абруйлы, тәжрибәле кешеләр менән осрашып, уларҙың ҡаланы үҫтереү буйынса тәҡдимдәрен ишетеү мөһимлеген билдәләп үтте.
- Беҙ һеҙҙең менән һуңғы тапҡыр төҙөкләндерелгән Ағиҙел яры буйында осрашҡайныҡ һәм мин формаль булмаған шарттарҙа ҡаланы үҫтереү тураһында һөйләшеү, тәҡдимдәрегеҙҙе тыңлау һәм уларҙы артабан эштә ҡулланыу өсөн нигеҙ итеп алыу кәрәклеген тойҙом. Быуындар бәйләнеше булыуы минең өсөн мөһим, - тине ҡала хакимиәте башлығы.
Осрашыу ирен аралашыу рәүешендә барҙы. Түңәрәк өҫтәл артында ветерандар ҡала тарихын, ҡала төҙөлөшөнә тос өлөш индергән кешеләрҙе иҫкә төшөрҙө, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән бүлеште, көнүҙәк һорауҙарҙы, проблемаларҙы күтәрҙе, шулай уҡ ҡала тормошон яҡшыртыу, Салауаттың 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә тормошҡа ашырырға мөмкин булған тәҡдимдәрен еткерҙеләр. Ҡаланы ылыҡтырғыс итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ проблемалары, ойошмаларҙы һаҡлап ҡалыу һәм уларҙың эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләрен дә күтәрҙеләр. Салауаттағы ыңғай үҙгәрештәр ҙә билдәләп үтелде, мәҫәлән, төрлө программалар ярҙамында урамдар, ихаталар, йәмәғәт биләмәләре яңыра, төҙөкләндерелә, Салауат ҡалаһы инвестициялар йәлеп итеүсе буйынса беренсе урында килә.
Аҡһаҡалдар ҡаланың 75 йыллығы программаһына, планына индереү өсөн үҙ тәҡдимдәрен дә индерҙе. Улар Салауаттың юбилейы уңайынан, уның тарихы, данлыҡлы кешеләре тураһында китап сығарырға кәрәклеген әйтте. Киләһе тәҡдим - мәҙәниәт һәм ял паркын Еңеү паркы тип атау һәм ундағы “Еңеү этаптары” мемориалына тағы ла “Брест ҡәлғәһен һаҡлаусыларға” һәм “Тыл хеҙмәтсәндәренә” тигән слелалар менән тулыландарыу. “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы янындағы скверҙы матур итеп төҙөкләндереү һәм уға Салауат нефть химияһы комбинатының беренсе директоры И.А.Березовский исемен биреү идеяһын еткерҙе аҡһаҡалдар. Ҡаланың төп майҙанына ла төҙөкләндереү талап ителә, унда матур итеп плиткалар һалырға булыр ине, тине ветерандар. Оло быуын вәкилдәрен Калинин урамы, 79 адресы буйынса элек шифахана урынлашҡан бина яҙмышы ла борсой. Әгәр ҡалаға төньяҡтан ингән яҡта стела, Салауат Юлаев һәйкәле булһа, көньяҡтан инеү юлында бер нимә лә юҡ, унда ла стела ҡуйыу кәрәк, тигән фекер яңғыраны. Шулай уҡ Ҡоҙаҡай ауылы иҫтәлегенә ҡуйылған таш биләмәһен төҙөкләндереү, “Салауат” спорт-концерт комплексы янында аквапарк төҙөү әһәмиәте һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
- Беҙҙең фекерҙәрҙең, теләктәрҙең тап килеүе ҡыуаныслы. Һеҙ еткергән тәҡдимдәр “Салауат - 75” проектына индерелгән һәм беҙ уны ҡаланың юбилейына тормошҡа ашырырға тырышабыҙ, - тине Игорь Миронов. - Аквапаркка килгәндә, уны төҙөү ҡаланың көсөнән килмәй, шулай ҙа беҙ был майҙанды спорт структураһына йәки аквапарк өсөн бирергә әҙербеҙ. Калинин урамындағы элекке шифахана бинаһына килгәндә, ул тулыһынса шәхси милектә һәм беҙ үҙебеҙҙең ниндәйҙер проект менән унда инә алмайбыҙ. Уның буласаҡ хужаһы уны рентабелле итер, тип өмөт итәбеҙ. Ҡаланың Ленин исемендәге майҙанын киләһе төҙөкләндереү проекты итергә ниәт итәбеҙ. Ул “Уңайлы ҡала мөхите” милли проектына ғариза биреү өсөн талаптарға тап килә, әгәр беҙ тейешле тауыш йыя алһаҡ, беҙ уны 2024 йылда төҙөкләндереүгә тәҡдим итә алабыҙ. Ни өсөн алдараҡ мөмкин түгел, сөнки быйыл Ағиҙел яры буйында төҙөкләндереүҙең өсөнсө сираты тамамланырға тейеш, унда ҙур байрамдар, саралар уҙғарыу өсөн яңыртылған ҙур майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Ул ерҙә эштәр тамамланмайынса үҙәк майҙанда төҙөкләндереүгә тотона алмайбыҙ. Уны яңыртыу буйынса тулыһынса һеҙҙең менән килешәм, тик унда фонтан булдырыу тураһында хәл итмәгәнбеҙ, ҡуйылған хәлдә лә алдырлы түгел, ә Салауат Юлаев бульварындағы кеүек тигеҙ ерҙән урғылыусы фонтан булдырырбыҙ, был беҙгә ҡышын майҙанда пикселле шыршы урынлаштырырға мөкинлек бирергә тейеш. Майҙанды төҙөкдәндереү проектын әҙерләгәндә ҡала халҡының фекерен иҫәпкә аласаҡбыҙ, - тине Игорь Миронов.
Ҡаланың юбилейы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ башҡа проекттар менән ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова таныштырҙы.
- Паркта “Еңеү этаптары” мемориалын ике иҫтәлекле таш менән тулыландарыу буйынса Таис Колышев менән эскиздар әҙерләү тураһында һөйләшелгән, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа инвесторҙар эҙләйбеҙ. “Салауат - 75” проекты менән тағы ла парктағы күлдә фонтан, яҡтыртыусы ҡоролмалар, бәүелсәктәр ҡуйып төҙөкләндереү ҡаралған. Паркка исем биреү тураһында ҡарарҙы бергә хәл итербеҙ. Ҡалаға инеү юлдарында стелалар ҡуйыу тураһында күптән уйлайбыҙ, быны көньяҡтан ингән урында ғына түгел, шулай уҡ төньяҡтан ингәндәге Нуриманов урамындағы алтыҡырҙы матурыраҡ ҡоролмаға алыштырырға һәм бының өсөн республика, йәки хатта Рәсәй кимәлендәге рәссамдарҙы йәлеп итергә ниәт итәбеҙ. Шулай уҡ беҙ ҡалалағы бөтә һәйкәлдәрҙе өйрәнеп сыҡтыҡ һәм уларҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә башланыҡ. Мәҫәлән, яңыраҡ “Әсә һәм бала” һәйкәле яңыртылып, бала табыу йорто алдына күсерелде. Киләсәктә Юрий Гагарин исемендәге баҡсаны тергеҙеү планлаштырыла. “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы янындағы сквер буйынса “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте проект әҙерләгән, унда предприятиеның дан аллеяһын булдырыу, ҙур булмаған аттракциондар ҡуйыу ҡаралған. Уны Березовский исеме менән атау тураһындағы тәҡдимегеҙҙе компанияның етәксеһенә еткерербеҙ. Бөтәһе лә 75 йыллыҡ юбилей сиктәрендә Салауат саңғы юлының төҙөкләндерелеүенә шат булыр, тип уйлайым. Шулай уҡ Ағиҙел йылғаһы аша аҫылмалы күпергә лә иғтибар бүлергә йыйынабыҙ, ул заманса төҫ аласаҡ. Ҡала юбилейына сығарыласаҡ китап та заманса төрҙә булырға тейеш, ул ғәҙәти баҫма ғына түгел, телефон аша картиналарҙың тере картинаға әүерелдереп була торған ҡыҙыҡлы китап булырға тейеш. Ҡоҙаҡай ауылы иҫтәлгегенә ҡуйылған таш биләмәһен төҙөкләндереү буйынса ла фекер алышыу башланды, - тип һөйләне Олеся Викторовна.
Аҡһаҡалдар иһә Вансит Аҙнағолов башланғысы менән ҡуйылған ташты ҡалдырыуҙы һораны.
- Әлеге композицияны яңы архитектур ҡоролмалар менән тулыландырырға кәрәк, - тип килеште Игорь Миронов. - Ҡаланың 75 йыллығы саралары планы буйынса беҙ даими фекерләшәбеҙ, үҙгәртәбеҙ, өҫтәмәләр индеребеҙ, шулай ҙа төп йүнәлештәр буйынса эштәр бара.
Ҡала хакимиәте башлығы осрашыуға килеп, үҙҙәренең тәжрибәләре, тәҡдимдәре менән уртаҡлашыуҙары өсөн аҡһаҡалдарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
- Иң мөһиме ҡалаға булған һөйөүҙе һәм уны яҡшыраҡ, кешеләрҙең йәшәүе өсөн уңайлыраҡ итеү өсөн ҙур теләк менән яны-көйөп йәшәүҙе күрҙем һәм бының өсөн аҡһаҡалдарыбыҙға рәхмәт, - тине Игорь Миронов.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: