газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2022, 10:25

Һәр ҡаҙаныш нигеҙендә - яуаплы хеҙмәт

Илдә янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгестәр - “Газпром нефтехим Салауат” хеҙмәткәрҙәре

Һәр ҡаҙаныш нигеҙендә - яуаплы хеҙмәт
Һәр ҡаҙаныш нигеҙендә - яуаплы хеҙмәт

Илдә янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгестәр - “Газпром нефтехим Салауат” хеҙмәткәрҙәре

Яҙын Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин иҫтәлегенә арналған II Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы белгесе - 2022” конкурсы уҙҙы. Уның йомғаҡтары буйынса “Рәсәйҙең янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшы 100 белгесе” рейтингы төҙөлә.
Конкурс онлайн-тест үтеү формаһында дистанцион уҙа. Янғынға ҡаршы тороусыларға сикләнгән ваҡыт эсендә максималь дөрөҫ яуап бирергә кәрәк була.
“Нефть продукттары производствоһы өлкәһендәге ойошмалар араһында иң яҡшы һөҙөмтә” номинацияһында “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең өс янғын һүндереүсеһе лидерҙар иҫәбенә инә. Рейтингтың башында 22-се янғын-ҡотҡарыу часы отрядының бүлек командиры Ирек Ғәлимов, икенсе һәм өсөнсө урында 21-се отряд янғын һүндереүсеһе Александр Захаров һәм 25-се отрядтың бүлек командиры Владимир Горбунов.
- Конкурсҡа ғариза биргәндә, призлы урын алырмын тип өмөт тә итмәнем, сөнки ҙур масштабта уҙғарылыуын, унда хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тармағында эшәүсе илдең иң яҡшы белгестәре ҡатнашырға тейешлеген аңланым. Еңеүгә мөмкинлегемде бик һүлпән тип иҫәпләүемә ҡарамаҫтан, бәйгелә ҡатнашыу өсөн ентекле әҙерләндем, конкурс ойоштороусылар биргән исемлектәге темаларҙы яҡшылап ҡарап сыҡтым, техник документтарҙы өйрәндем. Алдан тест биреп ҡарау минең призлы урын алыу мөмкинлеге булыуын күрһәтте. Шулай ҙа үҙемдең һөнәрем буйынса Рәсәйҙең янғын хәүефһеҙлеге буйынса иң яҡшыһы булыу минең өсөн сюрприз булды, - тип һөйләй еңеүсе Ирек Ғәлимов.
- Минең эшем һәм вазифа бурыстарым компания объекттарында янғын хәүефһеҙлеге менән бәйле, унда хаталар булырға тейеш түгел, сөнки улар етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға күрә конкурсҡа әҙерләнеү белгәндәремде ҡабатлау ине. Ҡатмарлы һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә һәм кәрәкле мәғлүмәтте алырға миңә отряд командиры ярҙам итте, - тип бүлешә Владимир Горбунов. - Был өлкәләге иң яҡшы белгестәр менән конкурста ҡатнашыу мөмкинлеге алғас, мин, әлбиттә, тулҡынландым, шулай ҙа етди әҙерлек призерҙар иҫәбенә инергә ярҙам итте. Һөҙөмтәләр менән, әлбиттә, ҡәнәғәтмен, был тағы ла бер ҡаҙаныш, алынған тәжрибә, бынан тыш, конкурс миңә һөнәри компетентлығымды күтәрергә булышлыҡ итте.
Конкурстың һөнәри эшмәкәрлегендә мөһим роль уйнауын Александр Захаров та билдәләй һәм үҙ алдына яңы маҡсаттар ҡуя.
- Онлайн форматта үткән конкурста беренсегә ҡатнаштым. Шуны әйтә алам, был ғәҙәти түгел һәм ҡыҙыҡлы. Әйткәндәй, әҙерләнгәндә шулай уҡ дистанцион формаларҙы ҡулландым, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм башҡа структураларҙың норматив документтарын, бойороҡтарын өйрәндем. Үҙемдең тәүге конкурста сығыш яһауым менән ҡәнәғәтмен, шулай ҙа киләсәктә тағы ла ҡатнашып, юғарыраҡ урын яуларға уйлайым, - ти Александр.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: