Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июнь , 10:45

Данлы тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө

Салауатта Рәсәй көнө дәүләт байрамы киң билдәләнде

Данлы тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө
Данлы тарихыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө

Салауатта Рәсәй көнө дәүләт байрамы киң билдәләнде

Беҙ бөйөк илдә, һоҡланғыс республикала һәм башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөткән яратҡан ҡалабыҙҙа йәшәйбеҙ. 12 июндә ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында салауаттар Рәсәй көнөн, Һабантуйҙы һәм Салауат Юлаев көндәрен билдәләне.
Тантана сағыу флешмобтан башланды. Унда байраҡ йөрөтөүселәр һәм “Ағиҙел” халыҡ бейеү ансамбле бейеүселәре ҡатнашты.
- Илебеҙ, республика һәм Салауат ҡалаһы төп дәүләт байрамы - Рәсәй көнөн билдәләй. Беҙ бөйөк Рәсәйҙең, уның данлы тарихының һәм бай мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Салауат ил иҡтисадына, уның үҫешенә тос өлөш индерә. Беҙҙең ҡала Башҡортостандың данлыҡлы улы, башҡорт халҡының милли батыры исемен йөрөтә, шуға күрә беҙ Салауат Юлаев көндәрен асабыҙ. Барыбыҙҙы ла берләштергән байрам менән ҡотлайым, Тыуған илебеҙ хаҡына проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа көс-дәрт теләйем, - тип мөрәжәғәт итте салауаттарға һәм ҡала ҡунаҡтарына ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Беҙҙең ҡалала Рәсәй көнөндә йәштәргә паспорт биреү йолаһы йәшәп килә. 14 йәше тулған 10 үҫмер ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм Салауат эске эштәр бүлегенең миграция һорауҙары бубйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Оксана Лоҡманова ҡулынан тантаналы шарттарҙа Рәсәй Федерацияһы гражданы паспортын алды.
Һуңынан сәхнәлә сағыу концерт программаһы башланды. Рәсәйҙең халыҡ ижады коллективы “Ағиҙел” бейеү ансамбле, “Шишмәкәй” балалар өлгөлө хореографик ансамбле, “Надежда” халыҡ вокал ансамбле, “Белая река” өлгөлө хореография студияһы һәм башҡа ижади коллективтар үҙҙәренең сығыштары йыйылған халыҡҡа байрам кәйефе бүләк итте.
Парк территорияһында был көндө бихисап майҙансыҡтар эшләне. Паркка инеү урынында картиналар галереяһы һәм балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының иң яҡшы экспонаттарының матур күргәҙмәһе ойошторолғайны.
“Башҡорт ихатаһы” тигән майҙансыҡты “Салауатбыяла” хеҙмәткәрҙәре булдырған һәм унда башҡорт халҡының элекке йәшәйешен, ниндәй кейемдәр кейеүҙәрен, көндәлек тормошта ниндәй кәрәк-яраҡ ҡулланыуҙарын күрһәтергә тырышҡан.
Бик күп сағыу, ҡыҙыҡлы майҙансыҡтарҙы ҡаланың балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре әҙерләгәйне.
“Бала үҫеше үҙәге” - 44-се балалар баҡсаһы, мәҫәлән, рус халҡының бер йәшәү бүлмәһен сағылдырған һәм йәштәргә һүрәт төшөрөү түңәрәген ойошторҙо, балалар рәхәтләнеп рәсем төшөрҙө, буяны.
47-се балалар баҡсаһы “Ете ҡыҙ Баныуҙа ҡунаҡта” башҡорт милли костюмдары элементтары менән заманса кейем коллекцияһын тәҡдим итте. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогтары үҙ ҡулдары менән “Сәйәхәт итеүсе”, “Яҡты сәскә”, “Тыуған илен яратыусы”, “Байбикә” кеүек үҙенсәлекле кейемдәр теккән.
- Ниндәй милли коллекция башҡорт аш-һыуынан тыш булһын? Шуның өсөн өҫтәлгә беҙ айырым иғтибар бүлдек. Ете һылыуҡай ҡунаҡҡа башҡорт аш-һыуы менән килде, улар араһында ҡорот, өсбосмаҡ, бауырһаҡ, “Башҡорт биҙәктәре” печеньеһы һәм башҡалар, - тип бүлешә 47-се балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Ваһапова. - Рәсәй көнө - матур байрам, ул күп милләтле, үҙ илен, республикаһын һәм ҡалаһын яратҡан халыҡты бергә йыя.
18-се балалар баҡсаһы байрамда ҡатнашыусыларға үҙҙәренең белем биреү учреждениеһының музыйында ҡәҙәрләп һаҡланған предметтарҙы күргәҙмәгә алып килгәйне.
- Башҡорттарҙың өйҙәрендәге йыһазды, һауыт-һабаны һәм төрлө ашамлыҡтарҙы алып килдек. Үҙебеҙҙең ҡулдар менән эшләгән башҡорт халыҡ биҙәүестәрен дә әҙерләнек, - тип һөйләй 18-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Олеся Казина. - Барыһын да байрам менән ҡотлайым. Әлеге еңел булмаған осорҙа Рәсәй көнөн билдәләү мөһим, тип уйлайым. Балаларҙы патриотик тантаналарға өйрәтергә кәрәк.
Паркта тиҫтәгә яҡын спорт майҙансығы эшләне. Теләгәндәр ятып ерҙән күтәрелеүҙә, армрестлингта, гер күтәреүҙә, ғаилә старттарында, велосипедта уҙышыуҙа, скандинавса йөрөүҙә, футбол уйнауҙа һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнаша алды.
Улар араһында кешеләрҙе үҙенә йәлеп иткән төп майҙансыҡтарҙың береһе - милли көрәш барғаны булды. Унда Салауаттан ғына түгел, Ишембай, Мәләүез, Стәрлебаш райондарынан 70-кә яҡын ир-егеттәре үҙ көсөн һынаны. Абсалют батыр исеменә Стәрлебаш районынан Илдар Моратов алды, уға төп приз - һарыҡ бүләк ителде.
- Милли көрәш - мауыҡтырғыс ярыш, алыш, бөтәһе лә профессионал көрәшә. Бөтә ҡарап ултырыусылар кеүек үк бик яҡшы хис-тойғолар алдым. Еңеүсене лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайым, - тине Игорь Миронов.

Алена Гончарева фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас в