Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь , 17:20

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (13-19 июнь)

ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?
ЙОНДОҘҘАР НИ ЮРАЙ?

Йондоҙнамә (13-19 июнь)

Ҡуҙы (21.03-20.04)
Дүшәмбе ҡуҙыларҙың йорт мәшәҡәттәре күп булыр. Сәйәхәт, яңы кешеләр менән танышыу, белем алыу өсөн отошло осор. Ял көндәрендә яҡындарығыҙға күберәк иғтибар бүлегеҙ, улар менән һүҙләшмәгеҙ.
Буға (21.04-21.05)
Эштә үҙегеҙҙе әҙәпле, ипле тоторға тырышығыҙ, кире хис-тойғоларығыҙҙы күрһәтмәгеҙ. Кесаҙна етәксегеҙҙән маҡтау һүҙҙәре ишетерһегеҙ, хеҙмәтегеҙҙе матди яҡтан да баһалар. Аҙна аҙағында ғаиләгеҙ менән тәбиғәттә ял итергә сығып китерһегеҙ.
Игеҙәктәр (22.05-21.06)
Күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыуға тотонһағыҙ, барыһы ла килеп сығыр. Мөһим осрашыуҙарҙы аҙна уртаһына планлаштырығыҙ. Һеҙгә мөхәббәттә лә уңыштар юрай йондоҙҙар. Янсығығыҙ һәр саҡ тулы булыр.
Ҡыҫала (22.06-23.07)
Һеҙ алда етди ҡарар ҡабул итеү һәм ашығыс эштәрҙе тамамлау бурыстары торор. Өҫтәмә йөкләмәләр ҙә бирелер. Никахтағы ҡыҫалаларҙың тормошо тыныс булмаҫ. Яңғыҙ ҡалып ял итеү, сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу форсатын табығыҙ.
Арыҫлан (24.07-23.08)
Был аҙналағы үҙгәрештәр һеҙҙең тормошоғоҙҙоң бик күп өлкәһенә ыңғай йоғонто яһар. Яңы эш тәҡдим итерҙәр, бик тә булмаһа, өйҙә ремонт яһап ташларһығыҙ. Һөйгәнегеҙ менән һәр нимәлә кәңәшләшегеҙ, юғиһә, ғауғанан ҡотола алмаҫһығыҙ.
Ҡыҙ (24.08-23.09)
Ҡыҙҙар был арала карьера үҫешендә юғары бейеклектәргә ирешер. Дуҫтарығыҙҙың, коллегаларығыҙҙың ярҙамы әһәмиәтле роль уйнар. Яратҡан кешегеҙҙән әҙерәк йыраҡлашырһығыҙ, шулай ҙа бергәләп ял итеү пландарын ҡора башларһығыҙ.
Үлсәү (24.09-23.10)
Проблемаларығыҙ күбәйеп китер, әммә уларҙы яҡын арала хәл итерһегеҙ. Яҡындарығыҙ үҙҙәренең уңыштары менән шатландырыр. Ял көндәренә дуҫтарығыҙ ҡунаҡҡа килергә теләүен белдерер, әммә осрашыу спиртлы эсемлекһеҙ үтһен.
Саян (24.10-22.11)
Саяндар үҙҙәренең теңкәһенә тейгән нимәләрҙән арыныр, күңеленә хуш килгән кешеләр менән генә аралашыр. Эшегеҙҙең һөҙәмтәһе килемегеҙҙә сағылыр. Һөйгәнегеҙ иғтибар етмәүен белдерер, быға үпкәләмәгеҙ, сөнки ул хаҡлы.
Уҡсы (23.11-21.12)
Һеҙҙе ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эш сәфәре көтә, ул һеҙгә яңы офоҡтар асыр. Ғашиҡ уҡсылар икенсе яртылары менән уртаҡ тел таба алмай ыҙаланыр. Туҡланыуҙа иғтибарлы булығыҙ, ҡайһы бер аҙыҡтарҙан ашҡаҙан-эсәк сирҙәре ҡуҙғыуы бар.
Ылаҡ (22.12-20.01)
Ваҡиғаларҙың төрлөлөгөнән йонсорһоғоҙ, бөтә хәлде күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ. Ял көндәрендә ваҡытығыҙҙы тик ғаиләгеҙгә генә бүлергә әҙерләнегеҙ. Профилактика һәм һауығыу процедуралары өсөн иң ҡулай осор.
Һыуғояр (21.01-19.02)
Һеҙҙәге иҫке ҡараш бөгөнгө заман талаптарына яуап бирмәүен аңларһығыҙ. Уңыш өсөн бөтөнләй икенсе юл һайларға ҡарар итерһегеҙ. Күңел асыуға күп аҡса тотоноу яҡшыға түгел. Ял итеү һәм ваҡытында ашау режимын онотмағыҙ.
Балыҡ (20.02-20.03)
Һеҙҙең эшкә һәләтлелегеҙ һүлпән булыр, күңелегеҙ ял итергә ашҡыныр. Отпуск алыу мөмкинлеге булмаһа ла, эштән һуң тәбиғәттә йөрөү хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Һөйгәнегеҙ көнләшеп ялҡытыр. Балаларығыҙға күп кенә аҡса сығып китер.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас в