Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь , 10:20

Ижад мөмкинлектәре сикләнмәгән

Салауатта инклюзив “Катарсис” театр студияһы миҙгелде сағыу тамаша менән тамамланы.

Ижад мөмкинлектәре сикләнмәгән
Ижад мөмкинлектәре сикләнмәгән

Салауатта инклюзив “Катарсис” театр студияһы миҙгелде сағыу тамаша менән тамамланы.

Беҙҙең ҡалала бер нисә йыл дауамында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм инвалид балалар өсөн театр студияһы актив эшмәкәрлеген алып бара. Ул “Әсә йөрәге” ҡала йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән асыла. Былтыр йәш актерҙар салауаттарға һәм ҡала ҡунаҡтарына бик матур инклюзив “Маугли” спектаклен бүләк иткәйне, ә быйыл миҙгелде бер нисә миниатюранан торған премьера тамашаһы менән тамамланы. Миҙгелде ябыу сараһы Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжының тамашалар залында барҙы.
“Һаумыһығыҙ!” - йәш артистар ҡунаҡтарҙы тап шулай тип ҡаршы алды һәм тамаша башланды. Иң башта балалар Самуил Маршактың “Багаж” тигән шиғырына миниатюра күрһәтте. Һуңынан - бернисә танып-белеү бәләкәй сәхнә әҫәре. Сығыш яһау тамашасыларҙы ғына түгел, бөтә һәләттәрен һалып уйнаусы йәш артистарҙы ла ҡыуандырҙы.
- Миҙгел бик ҡатмарлы булды, балаларҙың сирләүе арҡаһында ике ай репитицияларға йыйыла алманыҡ. Башҡа яҡтан барыһы ла һәйбәт барҙы. Беҙ балалар менән күп шөғөлләндек. Миҙгелде ябыуға ҙур спектакль әҙәрләй инек, әммә репетициялар өсөн ваҡыт бик әҙ ҡалғанға күрә, һигеҙ миниатюра урынына тик биште генә күрһәттек, - тип һөйләй режиссер Наталья Корепанова. - Бөтәһен дә ҡатнаштырырға тырышабыҙ. Сәхнәлә әҙерәк юғалып ҡалған ҡыҙҙар ҙа, шулай ҙа бөтә сығыш яһау барышында уларға ярҙам иткәндәр ҙә бар. Бер-береңә ярҙам итеү сифаттары бында тулыһынса сағылыш таба. Балаларға ярҙам итергә теләүсе колледж студенттары ла беҙгә ҡушылды.
“Катарсис” театр студияһы Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы нигеҙендә эшләй. Йәш актерҙар бында көн һайын кистәрен репетицияға йыйыла.
- Хистәр тулышҡан, мин балаларҙың матур итеп сығыш яһауына һоҡланам. “Катарсис” беҙҙең колледжда урынлашҡан, беҙҙең өсөн был ҙур шатлыҡ. Балалар колледж тормошона сағыу төҫтәр индерә. Студияла тәрбиәләнеүселәрҙең үҙҙәрен, колледжы һәм ҡаланы төрлө конкурстарҙа күрһәтә алыуҙары менән ғорурланабыҙ, - тине колледж директоры Зөлфиә Ишембәтова һәм балаларға мөрәжәғәт итеп, үҙ һәләттәрен сәхнәлә оҫта итеп күрһәтә алыуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Шулай уҡ балаларҙы актерлыҡ оҫталығына өйрәтеүсе педогог, режиссер Наталья Корепанова исеменә ҙур рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
- Алты йыл элек Наталья Геннадьевна ижад һарайы педагогы сифатында килгәйне һәм шул ваҡыттан алып ул беҙҙең менән. Беҙҙең балалар өсөн башҡарған хеҙмәте өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, - тип сығыш яһаны ата-әсәләр исеменән йәш актер Дорофеевтың әсәһе Мария Дорофеева.
Балаларҙың уңышында педагог ҡына түгел, балаларҙың яҡындары ла бик ҙур роль уйнай.
- Беҙ кис көнө шөғөлләнәбеҙ, әсәйҙәрҙең студияға шөғөлләнеү өсөн йөрөтөүҙәре, уларҙың үҙ ғәзиздәренә күп ваҡыттыран бүлеп, шөғөлләнеүҙәре ҙур әһәмиәткә эйә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, үҫеш күҙгә күренеп тора, - тине Наталья Корепанова.
- Театрҙың киләсәге ышаныслылыр. Наталья Корепанова исеменә рәхмәт белдерәм, сөнки тап ул театрҙың төп рухландырыусыһы, илһамландырыусыһы. Ул ижади кеше, балаларға бөтә күңелен бирә, - тип һыҙыҡ өҫтәнә алды Зөлфиә Ишембәтова.
Тетар студияһының һәр йәш актеры ижад миҙгеле һөҙөмтәләре буйынса маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Улар өсөн яңы миҙгел өс айҙан һуң яңынан башланасаҡ.
- Сентябрҙән театрға яңы балалар килер, шунда беҙ тамашасыларҙы тағы ла ниндәй тамашалар менән ғәжәпләндереп булыуын хәл итербеҙ. Идеялар күп, спектакль ҡуйғы килә, - тине Наталья Корепанова.

Алёна Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас в