газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2022, 10:30

Эштәре сифатлы һәм күркәм

Салауатта контроль комиссия ҡыйыҡ һәм подъездарҙағы капиталь ремонттың сифатын баһаланы

Эштәре сифатлы һәм күркәм
Эштәре сифатлы һәм күркәм

Салауатта контроль комиссия ҡыйыҡ һәм подъездарҙағы капиталь ремонттың сифатын баһаланы.

2022 йылда Салауатта Республика капиталь ремонт программаһы буйынса 17 күп фатирлы йортта капиталь ремонт үткәреү планлаштырылған. Уларҙың 13-ендә ҡыйыҡ, бер йортта электр менән тәьмин итеү системаһы, тағы бер йортта һыу менән тәьмин итеү системаһы төҙөкләндереләсәк һәм ике йорттоң фасады яңыртылысаҡ. Яңыраҡ ҡала хакимиәте башлығынан, подряд ойошмалары һәм идара итеүсе компаниялар вәкилдәренән торған контроль комиссия башҡарылған эштәрҙең сифатына мониторинг уҙғарҙы.
Әлеге ваҡытта беҙҙең ҡалала дүрт йорттоң ҡыйығы яңыртылған, улар - Чапаев урамындағы 20-се, Горький урамындағы 40-сы, 17-се һәм Хмельницкий урамындағы 14-се йорттар.
- Уртаса алғанда һәр ҡыйыҡты йөпләүгә ай ярым тирәһе ваҡыт китте. Беҙҙең эш барышында бер ниндәй ҙә дәғүәләр булманы. Эшселәр ҡыйыҡтан һыу ағыу кеүек етешһеҙлектәргә юл ҡуйманы, ремонт барышында сүп-сарҙы ваҡытында сығарып торҙо. Ремонтты тиҙ генә түгел, сифатлы итеп тә башҡарыу беҙҙең мәнфәғәттә. Биш йылға гарантия бирәбеҙ, - тип һөйләй “ТөҙөлөшТөркөм” йәмғиәте мастеры Марсель Ғәйнуллин.
Уның һүҙҙәрен һөҙөмтә менән ҡәнәғәт булған рәхмәтле милекселәр ҙә иҫбатлай.
- Беҙҙең йорттоң ҡыйығы ул төҙөлгән 1957 йылдан алып ремонтланмаған. Тишек урындар етерлек инее, шуға күрә ҡыйыҡтың төҙөкләндерелеүенә шатбыҙ. Беҙгә эштең барышы ла оҡшаны, егеттәр үҙ бурыстарын бик намыҫлы һәм ғәҙел итеп башҡарҙы. Бер ваҡытта ла тик кенә ултырманылар, иртәнге сәғәт 8-ҙән эшләй башлайҙар ҙа, киске сәғәт 8-ҙә ҡайтып китәләр. Эштәр бик шәп атҡарылған, бер генә лә дәғүәбеҙ юҡ, - ти Өфө урамындағы 36-сы йорт милекселәре рәйесе Наталья Ғәлләмова.
Хмельницкий урамындағы 14-се йорт милекселәре лә ремонттың тиҙ арала эшләнеүенә ҡыуана, хәҙер улар фасадты яңыртыу тураһында хыяллана.
- Яңы ҡыйыҡҡа был фасад килешмәй, яңыртырға кәрәк, - тиҙәр улар.
Контроль комиссия шулай уҡ Ғафури урамындағы 14-се һәм Горький урамындағы 17-се йорттарҙа булды, унда подъездарҙы капиталь ремонтлау бара.
Белгестәр эшселәр менән ремонт барышында килеп тыуған ауырлыҡтар тураһында һөйләште, тәҡдимдәр индерелде һәм эштәрҙе тамамлау ваҡыты билдәләнде.
Һөйләшеү барышында Чапаев урамындағы 20-се йортта йәшәүселәр ҡала хакимиәте башлығына кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырыусы ҡороған ағасты ҡырҡырға кәрәклеге тураһында һорау менән мөрәжәғәт итте. Комиссия был һорауҙы хәл итергә вәғәҙәләне.

Эльвира Рәхимова фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: