Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Май , 10:15

Салауаттың үҙ ҡалаһын яратҡан һәм ҡәҙерләгән ул һәм ҡыҙҙары

Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов Салауат ҡалаһына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн “Атайсал” проекты ҡатнашыусыларына рәхмәт белдерҙе.

Ҡала хакимиәтендә “Атайсал” проектына бағышланған “түңәрәк өҫтәл” уҙҙы. Был проект беҙҙең төбәктә былтыр март айында Башҡортостан Республикаһы башланғысы менән эшләй башланы. Бер йылдан ашыуыраҡ ваҡыт эсендә Салауатта 27 млн һумға 267 проект тормошҡа ашырылған. 40 проект ғәмәлғә ашырыу стадияһында.
- Проект башланғанда беҙ ундай активлыҡ булыр тип көтмәгәйнек. Тимәк Салауат лайыҡлы, үҙ ҡалаһын яратҡан һәм ҡәҙерләгән улдар һәм ҡыҙҙар тәрбиәләгән, - тип билдәләне үҙенең сығышында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Проектта белем биреү, йәштәр ойошмалары, мәҙәниәт, спорт учреждениелары инициаторҙар булды. Салауат ҡала Советы депутаттары, эшҡыуарҙар эшкә ҡушылды.
Салауат тормошҡа ашырылған проекттар һаны буйынса республика ҡалалары араһында лидерҙар иҫәбенә инде.
“Түңәрәк өҫтәл” һөҙөмтәһендә Игорь Миронов “Атайсал” проектының иң актив ҡатнашыусыларын билдәләп, уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Фото ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас в