Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май , 10:05

Ҡағиҙәләр буйынса хәрәкәт итергә өйрәнеү мөһим!

Юлдарҙа балаларҙың йәрәхәтләнеүе проблемаһы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элеккесә үҙенең актуаллеген юғалтмай. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың һуңғы ике айында республика юлдарында бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 43 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 2 бала һәләк булған, 50-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Яҙғы-йәйге велосамокат миҙгеле башланыу менән ҡалабыҙҙа ике бәлиғ булмаған бала зыян күреүе хаҡында билдәле.

Ҡағиҙәләр буйынса хәрәкәт итергә өйрәнеү мөһим!
Ҡағиҙәләр буйынса хәрәкәт итергә өйрәнеү мөһим!

Белгестәр һәр алтынсы юл-транспорт фажиғәһе балаларҙың һаҡһыҙлығы йәки юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен насар белеүе арҡаһында килеп сыға тип билдәләй. Тап шуға күрә лә «Башланғыс» профессиональ-белем биреү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге менән берлектә «Ҡағиҙәләр буйынса хәрәкәт» проектын әҙерләгән, ул йәш салауаттарға юлдарҙа хәүеф-хәтәрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк. Проект Президент гранттары фонды конкурсы еңеүсеһе булған, был уның көнүҙәк булыуы хаҡында һөйләй.
– Беҙҙең проект – мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн әҙерләнгән ҡыҫҡа сроклы өҫтәмә белем биреү курсы. Ул уларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белергә, уларҙы нығытырға һәм, иң мөһиме, юл шарттарында файҙалана белергә ярҙам итәсәк. Курс интерактив шөғөлдәр комплексынан тора, – тип һөйләй «Башланғыс» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Наталья Сорокина.
Грант аҡсаһына махсус ҡорамал һатып алынған, ул уҡыуҙы мауыҡтырғыс һәм һөҙөмтәле итергә мөмкинлек бирә.
Ижади төркөм программаны тормошҡа ашырыу өсөн өс майҙансыҡ әҙерләгән: «Автоҡаласыҡ», «Ҡала буйлап хәрәкәт» һәм «Виртуаль зона». Балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге методисы, «Балалар именлеге мәктәбе» ҡала ресурс үҙәге етәксеһе Юлиә Ғәзизова һәр береһендә балаларҙың нисек уҡырын аңлатты:
– «Автоҡаласыҡ» майҙансығында балалар транспорт һәм йәйәүлеләр хәрәкәте светофорҙары сигналдары менән таныша, уҡыу кабинетында дүрт яҡлы юл саты моделе проектланған – уҡыусыларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәп, юл аша сығырға өйрәнеү мөмкинлеге бар. «Виртуаль зона»ла балалар «Күңелле светофор» уйыны ярҙамында юлда йөрөргә өйрәнә. Ә «Уйна һәм үҫеш» интерактив комплексы йәш йәйәүлеләрҙе юл хәрәкәтен көйләүсе сигналдарының әһәмиәтенә һәм башҡа бик күп нәмәгә өйрәтә. Өсөнсө майҙансыҡты булдырыу өсөн «Юл әлифбаһы» макеты һатып алынды. Балалар үҙҙәре юлдағы хәл-ваҡиғаларҙы моделләштерә, йәйәүленең һәм водителдең үҙҙәрен нисек тоторға тейешлеген күрһәтә һәм аңлата.
1 июлгә тиклем дауам итәсәк проектҡа Салауат ҡалаһының 10 дөйөм белем биреү ойошмаһынан 400 уҡыусы йәлеп ителәсәк.
– Рәсәй балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүе буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй. Статистика күрһәтеүенсә, был проблема комплекслы хәл итеү кимәленә килеп еткән. «Балалар именлеге мәктәбе» ресурс үҙәге был мәсьәлә менән күптән шөғөлләнә, әммә беҙгә балаларға уйын формаһында теоретик белем алырға ғына түгел, ә уларҙы практикала ҡулланырға ла ярҙам итәсәк интерактив ҡыҙыҡлы ҡорамалдар етмәй ине, хәҙер улар бар, – ти Балалар (үҫмерҙәр) техник ижад үҙәге директоры Светлана Ғәбитова.
Ә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор, полиция лейтенанты Ольга Ефимова ата-әсәләрҙән дә мәсьәләне хәл итеүҙә ҡатнашыуҙарын һорай:
– Хөрмәтле ата-әсәләр, йылы көндәр башланыу менән балалар күберәк урамда йөрөй башланы, шуға күрә көн һайын балаларығыҙ менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеге һәм мөһимлеге тураһында һөйләшегеҙ!

Эльвира Рәхимова фотоһы.

Автор:Назгуль Казакбаева
Читайте нас в