Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 10:00

«Театрҙы һаҡлағыҙ»

30 ноябрҙә Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостандың билдәле прозаигы, поэты, драматургы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Күргәҙмә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Салауат башҡорт дәүләт драма театрының берҙәмлектәге проекты һәм республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә ойошторолдо.

«Театрҙы һаҡлағыҙ»
«Театрҙы һаҡлағыҙ»

30 ноябрҙә Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостандың билдәле прозаигы, поэты, драматургы Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды. Күргәҙмә тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм Салауат башҡорт дәүләт драма театрының берҙәмлектәге проекты һәм республикала иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә ойошторолдо.

Күргәҙмәгә ҡуйылған драматургтың шәхси архивынан, театр музейынан фото, видеоматериалдар, Нәжиб Асанбаевтың ниндәй шәхес булыуы, Салауат театры менән ниндәй дуҫлыҡ бәйләүе, театр сәхнәһендә уның ниндәй спектаклдәре ҡуйылыуы хаҡында Салауат драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина ентекләп таныштырҙы.
Нәжиб Асанбаев беҙҙең ҡала театрында директор булып 1959-1961 йылдарҙа эшләй.
- Һөнәре буйынса педагог булһа ла, уны яҙмыш беҙҙең театрға алып килә, ул ике йыл буйына Салауат театрын етәкләй. Тап бында унда театрға, драматургияға ҡарата һөйөү тыуа. Нәжиб Асанбаев үҙен драматургия өлкәһендә һынап ҡарай һәм тап ошо йүнәлештәге әҫәрҙәр менән үҙенең фекерҙәрен, тормошҡа ҡарашын белдерә алыуын аңлай. Ул Мәскәүҙә юғары әҙәбиәт курстарына инә, уны тамамлай һәм республикаға ҡайта. Ул Башҡорт академия театрын етәкләй. Һуңынан ул драматург булараҡ актив ижад итә башлай. Ул бик күп пьесалар авторы, уларҙың күптәре сәхнәгә сығарыла, шул иҫәптә беҙҙең театрҙа ла ҡуйыла, - тип һөйләне Лиана Ниғмәтуллина.
Күргәҙмә «Театрҙы һаҡлағыҙ» тип атала. Ни өсөн һуң? Нәжиб Асанбаев әҫәрҙәренең күбеһендә ниндәй генә хәлдәр булмаһын кешелек сифаттарын, Тыуған илгә булған һөйөүҙе юғалтмау, тыуған ерҙәрҙе һаҡлау кеүек темалар һыҙылып үтә. Ул мәктәптәр ябылыуына, телгә иғтибар кәмеүенә, ошо арҡала театрҙы ла юғалтыуыбыҙ мөмкин тип ныҡ борсола, шуға ла әҙиб йыш ҡына «театрҙы һаҡлағыҙ» ти әйтер була.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаев республиканың милли драматургияһы үҫешенә ҙур өлөш индерә. Уның пьесалары республиканың бик күп театрҙары репертурҙарын биҙәй. Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә әҙиптең «Сейәле тау», «Ете ҡыҙ», «Зәйтүнгөл», «Көҙән башҡорто» тигән әҫәрҙәре ҡуйылы. «Зәйтүгөл» пьесаһы - мөхәббәт, тоғролоҡ тураһында тарих һәм тап ошо тойғолар төп героиняға йәшәргә, улын аяҡҡа баҫтырырға, үҙ өйөн һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. «Көҙән башҡорто» Нәжиб Асанбаевтың Тыуған илен яратыуы һәм уның билдәле шәхестәрен яҡтырға тырышыуы хаҡында һөйләй, пьеса республика автономияһы өсөн көрәшкән Әхмәтзәки Вәлиди тураһында. «Cейәле тау» спектакле 2011 йылда ҡуйыла һәм унда тыуған ерҙе, уның тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау темаһы күтәрелә. Драматик хәлдәргә ҡарамаҫтан, төп геройҙарға кешелеклелек, рухи таҙалыҡ һәм изгелектең еңеүенә ышаныс хас.
«Сейәле тау»ҙа төп героиняны уйнаған Айһылыу Лоҡманова ошо спектаклдән йырҙы башҡарып үтте.
«Ете ҡыҙ» спектакле Салауат театрының визит карточкаһы. Театр коллективы Нәжиб Асанбаевҡа һуғыш йылдарында бөтә ир-егеттәр Тыуған илде һаҡлау өсөн изге бурысын үтәргә киткәс, театрҙы һаҡлап ҡалырға вәғәҙә иткән ете актриса хаҡындағы реаль тарих тураһында пьеса яҙыуҙы һорай.
- 2008 йылда был спектаклдең премьераһы булды, ул әле лә беҙҙең театр сәхнәһендә бара һәм театрҙың репертураһында һәр саҡ булыр, тип уйлайбыҙ, - тине Лиана Ниғмәтуллина һәм Нәжиб Асанбаевтың татар әҙибе Туфан Миңнуллин менән ныҡлы дуҫ булыуҙары, Татарстан менән дуҫлыҡ күпере булдырыуын, һәр ваҡыт Салауат театрының күрше республикаға гатролдәргә барыуына булышлыҡ итеүен билдәләп үтте.
Яҙыусы Нәжиб Асанбаевтың тормош аҡылы, ижади һәләте тураһында Салауат башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров бүлеште:
- Миңә эшем менән бәйле бер нисә тапҡыр ижадсы менән осрашыу бәхете тейҙе. Беҙҙең ҡалала «Театр яҙы» фестивален уҙғарғанда, беҙҙең театр сәхнәһендә уның пьесаһы буйынса премьераларға ул һәр ваҡытта килә торғайны. Нәжиб Асанбаев ул ваҡыттағы театр директоры Наилә Сәфәрғолова менән яҡын дуҫтар булды һәм ижади йәһәттән яҡшы хеҙмәттәшлек иттеләр. Салауат театры өсөн Нәжиб Асанбаев илһам шишмәһе, рух сығанағы булып торҙо. Ул бик тәрән аҡыллы, ихлас кеше ине. Хатта актив тормош рәүешен алып бармай башлағас та, һәр ваҡыт беҙҙең ҡаланың сәнғәт усағының хәлдәрен белешеп торҙо. Нәжиб Асанбаев Салауат театрының айырылғыһыҙ өлөшө, - тине Азат Юлтимеров.
- Нәжиб Асанбаев оҙаҡ йылдар «Кызыл таң» гәзите редакцияһында яҙыусы Әнғәм Атнабаев менән бергә эшләнеләр, икеһе лә фронтовик. Нәжиб Асанбаев офицер ҙа була, әммә ул бер ваҡытта ла бының менән маҡтанмай, ул бик баҫалҡы, асыҡ, кешеләргә яҡын, театрҙы, яҙышырға яратҡан кеше булды, - тип хәтирәләре менән бүлеште «Аллағыуат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Муса Ғәзизов.
Күргәҙмәне асыу тантанаһына йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, педагогия колледжы студенттары килде. Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы уларға бүләк - Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллығына бағышлап сығарылған календарҙар әҙәрләгәйне. Шулай уҡ ҡунаҡтар ете ҡыҙ фильмына арналған фильмды ҡараны.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: