+12 °С
Ясна
Башҡортостандың Роспотребнадзор башлығы Анна Казак Бөтә Донъя фольклориадаһы буйынса фекерен белдерҙе.
- Хәл-торош, ысынлап та, насар. Әммә, локдаун иғлан итеп, сиктәрҙе ябыу мөмкин түгел. Бындай ҡаты ҡарарға нигеҙ юҡ, - тине Анна Казак.
Бөтә Донъя фольклориадаһы республикала 3 - 10 июлдә уҙасаҡ. Барлығы 43 илдән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Фестиваль алдынан барыһы ла Мәскәүҙә коронавирусҡа өҫтәмә тикшереү үтәсәк. Төп шарт - вакциянацияланған булыу.Сара майҙансыҡтарында ҡатнашыусыларҙың һаулығын даими тикшереп торасаҡтар.
Фото: pravdapfo.ru