газета "Салауат"
+18 °С
Облачно
Спорт
9 Сентября , 11:28

Тырышлыҡҡа баһа - алтын миҙал

«Салауатинвест» компанияһының йөҙөү бүлеге тәрбиәләнеүсеһе, ике тапҡыр Паралимпия чемпионы Андрей Николаев Төркиәнең Коджаэли ҡалаһында 7 сентябрҙә башланып, 12-һенә тиклем дауам итәсәк Паралимпия йөҙөүе буйынса Европа чемпионатында лайыҡлы сығыш яһаны. Ул S8 класында ирекле стилдә 400 метрлыҡ дистанцияға йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы.

Тырышлыҡҡа баһа - алтын миҙалТырышлыҡҡа баһа - алтын миҙал
Тырышлыҡҡа баһа - алтын миҙал

Дәүләт символикаһы төшөрөлгән форма кейгән спортсыбыҙ Андрей Николаев почет пьедесталының юғары баҫҡысына алтын миҙал артынан күтәрелгән мәлдә спортсының еңеүе хөрмәтенә хатта Рәсәй гимны яңғырай һәм илебеҙҙең флагы күтәрелә!
Был мөһим еңеүгә Рәсәйҙең спорт мастеры Андрей Николаев үҙенең остазы - Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Фәнил Кирәев етәкселегендә килә.
- 2019 йылдан алып был беҙҙең гимн һәм флаг менән ҡатнашҡан тәүге ярышыбыҙ. Бик тулҡынландырғыс, күңелдә - Рәсәй өсөн ғорурлыҡ тойғоһо. Был еңеүгә айырыуса әһәмиәт өҫтәй, - тип билдәләне Фәнил Кирәев.
Европа чемпионатының алтын миҙалы Андрей Николаев өсөн яңы офоҡтар аса.
- Быйыл сентябрҙән 2028 йылдағы Паралимпия уйындарына һайлап алыу башлана. Мотлаҡ шарт - Донъя кубогының ике этабында һәм донъя чемпионатында ҡатнашыу, шулай уҡ һайлап алыу нормативын үтәү, - тип аңлата Фәнил Кирәев. - Андрейҙың һөҙөмтәһе менән ҡәнәғәтмен. Был -уның миҙгелдәге иң яҡшы һөҙөмтәһе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндәрҙә Европа чемпионатына 38 илдән спортсылар йыйыла. Рәсәй йыйылма командаһы составында - 65 йөҙөүсе. 7 сентябрҙә, беренсе көндө, Рәсәй паралимпиясылары 23 миҙал яулай, улар иҫәбендә - Андрей Николаевтың алтын миҙалы.
Рәсәй паралимпия комитеты илдең йыйылма командаһы спортсыларын Һәм тренерҙарын Европа чемпионатының беренсе көнөндә миҙалдар яулауҙары менән ҡотланы.
- Дөрөҫөн әйткәндә, видеоны ҡараған саҡта тән сымырлап китте,- тип уртаҡлаша вице-премьер, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, оҙайлы ваҡыттан һуң Рәсәй гимнының яңғырауына иғтибар итеп.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас