

Фестиваль программаһы бик бай: спорт ярыштарынан алып интеллектуаль уйындарға һәм ижади конкурстарға тиклем 15 төрлө дисциплина ҡаралғайны. Ҡатнашыусылар волейбол, футбол, шахмат кеүек спорт төрҙәрендә генә түгел, ә хәрбиләштерелгән эстафеталарҙа, спорт ориентирлашыуында һәм «Йәштәр хеҙмәте» һөнәри оҫталыҡ конкурсында ла үҙҙәрен һынап ҡараны.Башҡортостан исеменән был ҙур сарала Салауат ҡалаһы йәштәре - Альбина Кашапова, Анастасия Шилова һәм Артур Латыпов лайыҡлы сығыш яһаны.
Альбина Кашапова «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең матбуғат үҙәге белгесе. Ул видеороликтар конкурсында көс һынашты. Уға эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә арналған эшен яҡларға һәм фестиваль барышында яңы репортаж төшөрөргә тура килде.
Анастасия Шилова «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең баш энергетика идаралығының бүлеү селтәрҙәрендә оператив күсереү буйынса электромонтер. Уның өсөн был тәүге ҙур тәжрибә ине. Электромонтер булып эшләүсе ҡыҙ өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, үҙенә яңы сифаттар асты.
Артур Латыпов «Салауатбыяла» йәмғиәтендә эшләй һәм предприятиеның йәштәр советы тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ул да өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. Анастасия менән Артур, шәхси ярыш булыуына ҡарамаҫтан, бер-береһенә терәк булып, команда рухын һаҡланы.
Дөйөм иҫәптә Башҡортостан йыйылма командаһы 14 төбәк араһында алтынсы урынды яуланы. Был – бик яҡшы күрһәткес.
«МолоТ» фестивале йәш белгестәр өсөн ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе булды. Улар үҙҙәренең физик әҙерлеген генә түгел, ә һөнәри оҫталыҡтарын да күрһәтте, яңы ҡаҙаныштар өсөн көс ҡеүәт алды. Әйтеп үтергә кәрәк, проект Пермь крайы хөкүмәте ярҙамында
һәм РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле патронажы аҫтында тормошҡа ашырыла.