

Барыһы ла Анатолий Головиндан башлана. Ул йөҙөүҙә рекордсмен. 16 йәшлек егет 1985 йылда ирекле стилдә 1 500 метрлыҡ дистанцияла күрһәткән ваҡытын әлегә тиклем бер кем дә яҡшырта алмай. Ә улы Никита полиатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы.
Бала сағында «Алмаз» бассейнына эләгер өсөн Анатолий Головин тренерҙың баш тартыуына ҡарамай, бер нисә көн рәттән килеп, үҙенең маҡсатҡа ынтылышын иҫбатлай. Тиҙ арала йөҙөү серҙәрен үҙләштереп, ул оҙон дистанцияларҙа - 400, 800 һәм 1500 метрҙа - тиңһеҙ була.
- Иң яратҡан дистанция - 1500 метр. Беренсенән, минең тән төҙөлөшө спринт өсөн түгел: мин бейек булмаған, киң һөйәкле. Минең төп өҫтөнлөгөм - юғары сыҙамлыҡ, ти Анатолий.
Артабан Анатолий Головин спорт мастерына кандидат нормативын үтәй, ә бер йылдан һуң СССР-ҙың спорт мастеры була.
- Ә һеҙ беләһегеҙме, республика ярыштарында ошо дистанцияға йөҙөү алдынан рекорд һәм уны кем ҡуйғанын иғлан итәләр? Анатолий Головин - атайымдың исеме шул тиклем йылдар яңғырай! Уның менән ғорурланам, - ти улы Никита Головин.
Атаһының спортҡа булған һөйөүе улы Никитаға ла күсә. Бәләкәйҙән һыуҙа үҫкән малай өсөн бассейн икенсе өйгә әйләнә. Әммә тормош ҡуйыуы буйынса, ул йөҙөүҙән полиатлонға күсә. Был яңы һынауҙа ла Никита үҙен күрһәтә: бер тапҡыр ҙа ҡулына мылтыҡ тотмаған егет, тәүге ярыштарында уҡ еңеү яулап, барыһын да хайран ҡалдыра.
Никита Башҡортостан рекордтарын ҡуя, наградалар яулай. Атаһынан айырмалы рәүештә, йәш спринтерҙың яратҡан дистанциялары 100 һәм 50 метр.
- 2008 йылда Салауатта полиатлон буйынса Башҡортостан чемпионаты үтте. 60 һәм 2 000 метр йүгерергә, 50 метр йөҙөргә, граната ырғытырға һәм атырға кәрәк була. Мине сығыш яһарға саҡырҙылар, - тип хәтерләй Никита.
Һәм быға тиклем бер тапҡыр ҙа атып ҡарамаған егет еңеү яулай.
- Һуңынан донъя беренселегенә һайлап алыу булды. Мин еңдем. Әммә тренер командаға алманы. Күңелһеҙләнеүемде күреп, үҙ иҫәбенә барырға тәҡдим итте. Атайым ярҙамында мин ул ярышҡа еләктем.
Никита был ярышта дүртенсе булып китә. Уның һөҙөмтәһе Салауаттан килгән спортсылар араһында иң яҡшыһы була. 2009 йылдан уны, ниһайәт, командаға алалар.
- Полиатлон - ул бер нисә төрлө дисциплиналарҙа күнекмәләр талап итә. Шуға күрә береһендә лә килеп сыҡмаһа - икенсеһендә юғары һөҙөмтә алырға мөмкин, - ти Никита.
Спортсы үҙенең еңеүҙәрендә атаһының роле ҙур икәнен йәшермәй. Анатолий Владимирович уға һәр ваҡыт ахырына тиклем көрәшергә, хаталарҙан һабаҡ алырға һәм рухты нығытырға өйрәтә.
Никита полиатлон буйынса өс тапҡыр абсолют донъя чемпионы, Европа чемпионы була, ул халыҡ-ара спорт мастеры.
- Йүгереү, йөҙөү, һыу полоһы - ул минең яратҡан спорт, - ти ул.