газета "Салауат"
+11 °С
Облачно
Спорт
14 Августа , 06:25

Ағиҙел буйында - спорт байрамы

Физкультурасылар көнө айырым бер йәнлелек менән үтте. Ағиҙел йылғаһы буйындағы спорт майҙансыҡтары иртәнән үк төрлө йәштәге кешеләр менән тулды. Кемдер үҙенең физик мөмкинлектәрен һынап ҡарарға килһә, икенселәре ғаиләһе менән ял итергә һәм спорт рухы менән тулыланырға ашыҡты.

Ағиҙел буйында - спорт байрамыАғиҙел буйында - спорт байрамы
Ағиҙел буйында - спорт байрамы

Байрам программаһы бик бай булды: ауыр атлетика буйынса турнирҙар, пляж футболы һәм волейболы, стритбол һәм башҡалар - һәр кем үҙенә оҡшаған спорт төрөн тапты. Ә «Ихата чемпиондары лигаһы»ның финал ярыштары айырыуса ҡыҙыу һәм дуҫтарса мөхиттә үтте. Ғаилә старттарында ҡатнашыусылар иһә берҙәмлектең ни тиклем мөһим икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
- Кемдер шәхси рекорд ҡуйырға, кемдер еңеү артынан, ә кемдер үҙ көсөн һынап ҡарарға килде. Спорт - ул тик еңеүҙәр генә түгел, ә еңелеүҙәр аша сынығыу ҙа. Беҙ физик культураның һәм сәләмәт йәшәү рәүешенең һәр кеше өсөн ни тиклем мөһим булыуын күрһәтергә теләнек, - тине Физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы урынбаҫары Зөлфиә Кәримова.
Байрам барышында спорт өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәт иткән салауаттар лайыҡлы баһаланды. Уларға республика Спорт министрлығының, ҡала хакимиәтенең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ ГТО нормативтарын уңышлы үтәгән өлкән быуын вәкилдәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы - уларға отличие билдәләре тапшырылды.
- Көслө характерлы кешеләр генә спорт менән шөғөлләнә ала, улар үҙ ғүмерен сәләмәт йәшәү рәүешенә бағышлай. Беҙҙең ҡалала 145 мең кеше йәшәүе ҡыуаныслы, уларҙың 90 меңе әүҙем спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалала спорт ҡоролмалары, түңәрәктәр һәм секциялар күп, шуның арҡаһында беҙ үҫеп килгән быуында рух һәм характер көсөн тәрбиәләйбеҙ, - тип мөрәжәғәт итте хакимиәт башлығы Марат Зәһиҙуллин.
Сараның кульминацияһы булып «Ихата чемпиондары лигаһы - 2026» ярыштарының йомғаҡтарын яһау торҙо. 130 ҡатнашыусы араһынан дүрт йәш категорияһында иң көслөләр билдәләнде. Еңеүселәргә велосипедтар бүләк ителһә, призерҙар ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.
Бынан тыш, майҙансыҡта ҡала дауаханаһы белгестәре эшләне - ҡатнашыусылар спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, диспансеризация үтеп, һаулыҡтарын да тикшертеп алыу мөмкинлегенә эйә булды. Ҡала дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндө 135 кеше диспансеризация үтеү мөмкинлегенән файҙаланған.

Ағиҙел буйында - спорт байрамы
Ағиҙел буйында - спорт байрамы
Автор:Дина Галеева
Читайте нас