

Күк йөҙөн болоттар ҡаплап, ямғыр һибәләп торһа ла, паркта йыйылған халыҡтың кәйефен бер нимә лә төшөрә алманы. «Рәсәй көсө» партия проекты сиктәрендә ойошторолған ҙур спорт фестивале ҡаланың тиҫтәләгән ғаиләһен бер ергә йыйҙы.
Байрам дәртле дөйөм зарядка менән башланды. Спорт акробатикаһы буйынса мастер Олеся Хәсәнова үткәргән барабан тауыштары аҫтындағы күнегеүҙәр ата-әсәләрҙе лә, балаларҙы ла тиҙ арала дәртләндереп ебәрҙе.
- Бөгөн беҙҙең зарядкаға килгәндәрҙең барыһына ла изгелек, һөйөү, бәхет, ғаилә именлеге теләйем, - тип сәләмләне йыйылыусыларҙы физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Зөлфиә Кәримова.
Гимнастика тамамланғас, ҡатнашыусылар үҙ көсөн тикшереүгә күсте. Яр буйында ГТО комплексы нормативтарын үтәү майҙансыҡтары эшләне. Был юлы мәрәйҙәрҙе судьялар иҫәпләмәне, күнегеүҙәрҙе тик үҙ-үҙеңде һынау һәм ғаилә
берҙәмлеген күрһәтеү өсөн генә башҡарҙылар. Ололар ҙа, йәштәр ҙә күнекмәләр эшләне. Күптәр өсөн был тәүге тапҡыр балаһы менән бергә спорт һынауҙарын үтеү тәжрибәһе булды. Асыҡ һауалағы байрамдың иң ҡыҙыҡлы өлөшө «Әсәй
һәм мин - спорт ғаиләһе» эстафетаһы ине. Ғаиләләр етеҙлектә, тиҙлектә һәм берҙәмлектә ярышты. Финишта барыһы ла арыған, әммә сикһеҙ шат ине. Нәҡ шул мәлдә ямғыр ҙа туҡтап,ҡояш сыҡты - хатта тәбиғәт тә был матур ғаилә байрамын
хуплаған кеүек ине.
Ольга ИСАКОВА фотолары.