

- Бөгөн беҙҙә йыл һайын уҙғарылыусы спорт марафонының йәйге этабы старт алды. Был ярыштар ике аҙнаға бер тапҡыр ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында уҙа. Суперфиналға сығыу өсөн һәр этапта йәш төркөмдәре буйынса иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән алты еңеүсе һайлап алына. 8 августа, Физкультурниктар көнөндә, үҙен иң тиҙе, шәбе һәм етеҙерәге итеп күрһәткән спортсыға төп приз - велосипед тапшырыла, - тип уртаҡлаша физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Александр Передунов.
8-15 йәшлек балалар дүрт йәш категорияһында оҙонлоҡҡа һикереү, ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү кеүек күнекмәләрҙе башҡарып, үҙен иң яҡшыһы итеп күрһәтеү өсөн көс һынашты. Был көндө теләктәре булғандарҙың барыһы ла «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» комплексы нормативтарын да тапшыра алды.
Тимур Шәрәфиев Күмертауҙан өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән.
- Бөгөн аллеяла шул тиклем матур спорт байрамы уҙа. Ҡатнашыусылар күп, һауа торошо ла яҡшы. Ярышта ҡатнашырға уйым юҡ ине, дуҫыма иптәшкә генә килгәйнем. Әммә бындағы мөхит үҙенә шул тиклем ылыҡтырҙы - мин дә ситтә ҡала алманым. Спорт менән шөғөлләнеү характерҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итә, - ти Тимур.
25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Зарина Исҡаҡова был спорт байрамында тәүгә сығыш яһай.
- Ярыштарҙа ҡатнашырға атайым кәңәш итте. Бөтә һынауҙарҙы үттем, һөҙөмтәләрҙең яҡшы булыуына өмөт итәм. Финалға сығырға иҫәп тотам. Спортты үҙ итәм, 2,5 йыл ММА менән шөғөлләнәм һәм хатта Рәсәй беренселеген яулай алдым, - тип уртаҡлаша Зарина.
- Ҡыҙыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул - тырыш бала, уҡыуҙа ла, спортта ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Яңы дисциплиналарҙа ла үҙ көсөн һынап ҡарай алһын өсөн «Ихата чемпиондары лигаһы»на ҡушылырға тәҡдим иттем. Беренсе тапҡыр өсөн яҡшы сығыш яһаны, тип уйлайым, - тип һөйләй Заринаның атаһы Азамат Исҡаҡов.