

Фестивалде асыу тантанаһы «Алмаз» бассейнының спорт залында үтте. Икенсе көндө атлеттар ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында оҙон дистанцияға йүгерҙе.
- Ҡаланың дөйөм белем биреү учреждениеларынан бөтәһе 12 команда ҡатнашты. Улар залда ҡаралған бөтә күнегеүҙәрҙе башҡарҙы. Бөгөн йәш спортсылар үҙҙәрен етеҙлектә һынай. 12-13 йәшлек малай-ҡыҙҙар - 1,5, 14-15 йәшлектәр 2 километрға йүгерә, - тип уртаҡлашты ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы инструктор-методисы Ирина Васильева.
22-се мәктәптән Майя Воробьева ярыштарҙа үҙ йәш төркөмөндә беренсе булып килде.
- ГТО-ны күптән тапшырам, дүрт йыл тирәһе, йыл һайын яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәм. Ике алтын билдәгә эйәмен, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалырға йыйынмайым. Минең өсөн ГТО нормативтарын тапшырыу - ул физик форманы тикшереү генә түгел, үҙеңде һынап ҡарау мөмкинлеге лә. Беҙ бәләкәйҙән спортҡа ынтылырға тейеш, сөнки спорт һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай, ә сәләмәт быуын - көслө ил нигеҙе, - ти Майя.
2-се гимназиянан Динар Сәхәүетдинов өсөнсө булды.
- Биш йәшемдән, балалар баҡсаһынан уҡ, ГТО нормативтарын тапшырам. Алтын билдәләрем бар, камиллашыуымды артабан да дауам итәм. Бөгөн 1,5 километр йүгерҙем. Башта арттараҡ ҡалғайным, әммә һуңынан бөтә көсөмдө йыйып, тиҙлегемде арттырҙым һәм финишҡа өсөнсө булып килдем. Минең өсөн ГТО - ул спорт ҡына түгел, был - ихтыяр көсө, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу һәм тормоштоң һынауҙарына әҙерлек тә. Мин йөҙөү һәм дзюдо менән дә шөғөлләнәм, - тип уртаҡлашты Динар.
Кростан һуң ярыштарға йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар һәм дипломдар менән бүләкләнде.