-6 °С
Болотло
«Триумф» спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Максим Чебуржеков рингта биш ҡатмарлы алыш үткәреп, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә һәм судьяларға шикләнергә бер урын да ҡалдырмай! Һәр алышта уларҙың бер тауыштан беҙҙең спортсыны еңеүсе тип таныуы - ул оҫталыҡ, характер һәм ихтыяр көсө күрһәткесе.
Максимдың уңышы артында уның тренеры Альберт Иманҡоловтың тырышлығы ята. Максимға һәм уның остазына артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Төп награда - Рәсәй беренселегенә юллама. Алда тағы ла ҙур ҡаҙаныштар, еңеүҙәр көтһөн!
Фото «Триумф» спорт мәктәбенән.