Спорт байрамын спорт акробатикаһы буйынса республика ярыштарының күп тапҡыр призерҙары Арина Любенко, Анастасия Давыдова һәм Анна Максимова асты.
8-се лицей ГТО фестивален, һәр ваҡыттағыса, үҙендә ҡабул итте, сөнки ул ҡаланың спорт яҡшы үҫешкән алдынғы белем биреү учреждениеларының береһе булып тора.
- Бөгөн беҙҙә дөйөм белем биреү ойошмалары араһында ГТО-ның муниципаль ҡала ҡышҡы фестивале үтә, 14 мәктәп командаһы ҡатнаша. Иң күп мәрәй йыйған команда еңеүсе тип таныла. Фестиваль йомғаҡтары буйынса, еңеүселәрҙән ҡаланың йыйылма командаһы тупланасаҡ. Улар ГТО фестиваленең республика этабында Салауаттың намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ. Һәр берегеҙгә уңыштар Һәм сағыу еңеүҙәр теләйем! - тип ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Александр Передунов.
Фестивалдең абруйлы ҡунаҡтары араһында Махсусхәрби операция ветерандары Ассоциацияһы рәйесе Марат Хәсәнов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Андрей Крехов Һәм Иван Зуев та бар ине. Улар әүҙем тормош позицияһы,
сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалағандары, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм ветерандары араһында физик культураны һәм адаптив спортты популярлаштырғандары өсөн физик культура һәм спорт идаралығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Намыҫлы хеҙмәте, йәш быуын араһында физик культураны һәм спортты популярлаштырғаны өсөн 18-се мәктәптең физик культура уҡытыусыһы Артур Фәйзуллинға рәхмәт хаты тапшырылды.
«Саңғы миҙгелен асыу»ҙа һәм «Салауат саңғыһы - 2026» ярыштарында еңеүсе мәктәптәр лайыҡлы наградалар алды. Ҡыҙҙар араһында беренсе урынды 1-се лицей командаһы, икенсе урынды 18-се мәктәп, өсөнсө урынды 1-се гимназия
командаһы яуланы. Малайҙар араһында беренсе урынға 18-се мәктәп командаһы лайыҡ булды, икенсе урын 1-се лицейҙа, өсөнсө урында - 1-се гимназия командаһы. 2025 йылда ҡаланың 3 500-ҙән ашыу уҡыусыһы ГТО нормативтарын үтәгән.
Фестивалдә Ралина Хәкимоваға, Валерия Туманинаға, Дмитрий Акшенцевҡа «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура- спорт комплексының алтын билдәләре тапшырылды. Бүләкләү тантанаһынан һуң фестиваль старт алды. Балалар ГТО нормативтарын ҡулдарға таянып кәүҙәне күтәреү, гимнастика эскәмйәһендә баҫып тороп алға эйелеү кеүек дисциплиналар буйынса тапшырҙы.