Спорт байрамында ҡала дауаханаһы, «Яңы Салауат ТЭЦ-ы», «Салауатбыяла», «Газпром нефтехим Салауат», «Ремонт-механика заводы» кеүек ҡала предприятиелары һәм ойошмалары коллективтары әүҙемлек күрһәтте ҡатнашты, уҡыусылар һәм студенттар ҙа ситтә ҡалманы.
Йыйылыусыларҙы ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Александр Передунов ҡотланы.
- Хөрмәтле ветерандар, спорт һөйөүселәр! Һеҙҙең байрам кәйефендә булыуығыҙҙы күреү бик шатлыҡлы. Беҙҙең ҡала халҡы саңғыны ярата һәм һәр ваҡыт үҙҙәренең ял көндәрен ярыштарға арнарға әҙер. Ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин исеменән бөгөнгө спорт байрамы менән ҡотлайым, барығыҙға ла уңыштар, һаулыҡ теләйем. Хыялығыҙға ҡаршы йүгерегеҙ! - тине ул.
Александр Передунов быйыл ярыштың яңы форматта үтеүен дә билдәләне.
- Спорт ярыштары элек тә саңғы өсөн махсус трассаһы булған Ағиҙел йылғаһы буйында үтә ине. Әммә 2020 йылда башланған пандемия, һуңынан Ағиҙел буйы ярын реконструкциялау уҙыштарҙы ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркына күсерергә мәжбүр итте. Саңғы һөйөүселәр ҡабаттан Ағиҙел йылғаһы буйына кире ҡайтырға теләк белдереп күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итте. Һәм, быйыл, ниһайәт, «Салауат саңғы юлы»н яңыртылған, ремонтланған урында уҙғарыуыбҙға шатбыҙ. Өҫтәүенә, 14 февралдә Салауатта «Рәсәй саңғыһы - 2026» Бөтә Рәсәй саңғы ярышының үҙәк майҙансығына әүереләсәк. Бөгөнгө старт ошо сараға әҙерлек тә булып тора. Беҙ трассаны яҡшы итеп әҙерләргә, етешһеҙлектәрҙе асыҡларға һәм бөтөрөргә тейеш, - тип билдәләне ул.
Ул шулай уҡ «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының отличие билдәләрен һәм уларғак таныҡлыҡтар тапшырҙы. Уларҙы йәш ҡатнашыусылар Софья Ряхина, Ева Мостафина, Богдан Боев, Варвара Гаврилова һәм өлкән быуын вәкилдәре Гөлсөм Кашапова, Хәлиҙә Ғарипова алды.
Сара тантаналы асылғандан һуң спортсылар үҙ йәш категориялары буйынса стартҡа баҫты. Һәр кем еңеүгә ынтылыш менән алға ынтылды.
Ярыштар тамамланғандан һуң ҡатнашыусылар тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашаты.
Мәләүез ҡалаһынан Милана Дәүләтбирҙина үҙенең йәш категорияһында беренсе урын алды.
- Мәләүез ҡалаһының 4-се мәктәбендә бишенсе класта уҡыйым. Саңғы спорты менән биш йыл шөғөлләнәм, бөгөн бында тренерым менән килдем. Салауаттағы ярыштарҙа тәүгә ҡатнашмайым, һәр саҡ тиерлек беренсе өс урын иҫәбенә индем, ә быйыл беренсе урын яуланым, быға бик шатмын. Саңғы менән шөғөлләнеү физик көстө үҫтерергә, һаулыҡты нығытырға ярҙам итә, - ти спортсы ҡыҙ.
Артем Машин һәм Наил Ғәйнуллин - 18-се мәктәптең 6-сы класы уҡыусылары.
- Был ярыштарҙа бишенсе тапҡыр ҡатнашам. Бындай старттарға сығыу дәрт өҫтәй, кәйефте күтәрә, - ти Артем.
- Үҙем йөҙөү менән шөғөлләнәм, саңғыны ла үҙ итәм. Спорт кешенең характерын сыныҡтыра, организмды нығыта, - тип һүҙгә ҡушыла Наил.
Евгения һәм Александр Рябовтар ғаиләһе ярыштарға улдары Данил һәм Кирилл менән килгәне.
- Беҙ бөтә ғаиләбеҙ менән саңғыны яратабыҙ, - тип уртаҡлашты Александр. - Саңғыла йөрөү үҙеңде яҡшы физик формала тоторға мөмкинлек бирә, һаулыҡты нығыта. Дүрт йәшлек Кирилл да быйыл үҙенә саңғы һаттырып алды. Бындай ярыштар ғаиләләрҙе, дуҫтарҙы, бөтә сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәрҙе берләштерә. Ойоштороусыларға сара өсөн ҙур рәхмәт, - ти ғаилә башлығы Александр Рябов.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Марат Кәримов үҙ йәш категорияһында беренсе урын алды.
- «Ольховка»профилакторийында эшләйем. Мин саңғы менән йәшәмәйем, ә «ауырыйым» - бала саҡтан шөғөлләнәм, Советтар Союзының саңғы спорты буйынса спорт мастерымын. Салауатта бындай ярыштарҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайым. Быға тиклем улар ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында үтә ине. Быйыл, ниһайәт, элеккесә, Ағиҙел йылғаһы буйында уҙғарылды. Бында трасса бик уңайлы. Саңғыла йөрөгәндә бөтә организм эшләй, шуға сәләмәт булам тиһәң, үҙең өсөн булһа ла ошо спорт төрө менән шөғөлләнеү кәрәк. Быйыл беренсе урын яулауыма шатмын, - тип уртаҡлаша Марат ағай.
Ишембай ҡалаһынан Аяз Күскилдин ярыштарҙа икенсе булды.
- 17 йыл Эске эштәр министрлығы системаһында эшләнем, йүнәлеште бер аҙға ғына үҙгәртеп, Ватанға хеҙмәтемде дауам итәм. Был старттар минең өсөн бик мөһим, сөнки мин Башҡортостандың Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең саңығы ярыштары буйынса йыйылма командаһы ағзаһы булып торам. Февралдә холоҡ төҙәтеү системаһы хеҙмәткәрҙәре араһында Рәсәй масштабындағы чемпионат үтәсәк, унда республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡмын. Бөгөн 40 йәштән өлкән йәш категорияһында ҡатнашып, икенсе урын алдым. Был яҡшы һөҙөмтәлер, тип уйлайым. Уҙған аҙнала Ишембайҙа уҙған ярышта - беренсе, Өфөлә өсөнсө урын алдым. Мәктәп йылдарында саңғы спорты менән мауыҡтым, әммә ул ваҡытта республикала ныҡ үҫешкән көрәш мине лә үҙенә ылыҡтырҙы, өс тапҡыр йәштәр араһында Башҡортостан чемпионы булдым. Әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң, 2014 йылда, саңғы менән шөғөлләнеүгә кире ҡаттым, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре араһында Рәсәй чемпионатында ҡатнаштым. Спорт менән шөғөлләнеү - ул хәрәкәт, ә хәрәкәттә - бәрәкәт. Әлеге ваҡытта спорттың өс төрө буйынса спорт мастерлығына кандидатмын.
Ярыштар тамам. Еңеүселәр Һәм призерҙар Салауат ҡалаһының физик культура һәм спорт хакимиәте идаралығынан миҙалдар, грамоталар, кубоктар һәм приздар менән бүләкләнде.
Динә ҒӘЛИЕВА.
Автор фотолары.