Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Ғинуар , 02:00

Салауаттар нимә вәғәҙә итеп йүгерҙе?

Салауатта «Вәғәҙәләр йүгереүе» ярышы уҙҙы.

Салауаттар нимә вәғәҙә итеп йүгерҙе?
Салауаттар нимә вәғәҙә итеп йүгерҙе?

«Вәғәҙәләр йүгереүе» Салауатта яңы тыуған йылдың беренсе спорт сараһы булып һанала һәм беренселәрҙән булып спорт миҙгелен аса. Быйыл да әүҙем тормош рәүешен үҙ итеүселәр йәш спортсылар һәм спорт ветерандары менән бер рәттән стартҡа сыҡты.
Динә Бурнашеваға 74 йәш, шуларҙың 42 йылын 4-се мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән:
- Бындай сарала беренсегә ҡатнашам, әммә спорт менән даими шөғөлләнәм. Күп йылдар элек аварияға осраным, умыртҡа һөйәгем һынды, врачтар миңә хәрәкәтләнә алмаясаҡһығыҙ, тине. Әммә мин көрәшә башланым һәм еңдем! Ике балаға ғүмер бүләк иттем, әле лә спорт менән шөғөлләнәм. Әгәр маҡсат аныҡ булһа, ул һәр ваҡыт тормошҡа ашасаҡ!
Йәш әсә Лена Басирова «Вәғәҙәләр йүгереүе»нә өс ҡыҙы менән килгән.
- Бөгөн ҡыҙҙарым минең менән. Өлкән ҡыҙым Самира сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә, уртансыһы Илина спорт менән мауыға, спорт акробатикаһы менән шөғөлләнә һәм әле үк спорт мастерлығына кандидатлыҡты яҡлай. Ә бит уға 10 йәш кенә. Иң бәләкәйе - өс йәшлек Ынйы. Ул беҙҙең актриса! Балалар баҡсаһында уҙған бөтә мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Бөгөн ҡағыҙҙарға бер нисә теләк яҙҙыҡ. Был сара тураһында уртансы ҡыҙыбыҙҙың тренерынан белдек, - тип уртаҡлаша Лена Басирова.
Быйыл ярышта ҡатнашыусыларға саңғыла йүгереүселәр ҙә ҡушылды.
- Быйыл үҙемә сәләмәт булырға вәғәҙә итәм, был минең өсөн иң мөһиме. Һәм балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем һәм бөтә туғандарым һау-сәләмәт булһын. Барығыҙҙы ла йүгерергә, йөрөргә, хәрәкәт итергә, көн һайын шатланырға саҡырам. Ысын күңелдән теләһәгеҙ, барыһы ла тормошҡа аша, - ти «Салауат саңғыһы»на күптәндән алып йөрөүсе Тәслимә Суслова.
Ярыш башланыр алдынан Салауат хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Александр Передунов сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
- Йәштәребеҙҙе, спорт ветерандарын һәм бөтә әүҙем салауаттарҙы бөгөн «Вәғәҙәләр йүгереүе»ндә күреүемә шатмын. Теләгәнегеҙ һәм яҙғандарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашһын өсөн шулай уҡ әүҙем булып ҡалығыҙ. Февралдә саңғы һөйөүселәр өсөн «Рәсәй саңғыһы»ярыштарын үткәрәсәкбеҙ. Старт элеккесә - Ағиҙел йылғаһындағы «Рәхим итегеҙ» тигән иҫке арка районында буласаҡ. Сара яңы кимәлдә үтә, килегеҙ һәм ҡатнашығыҙ, - тине ул.
Һуңынан отличие билдәләрен тапшырыу тантанаһы булды. Алтынбилдәләрҙе ГТО комплексының йәш ҡатнашыусылары Амалия Фәйезова, Мәликә һәм Мәрйәм Ишбулатовалар алды. Ҡаланың күп йылдар физкультура менән шөғөлләнеүселәре Александра Ошнурова, Наилә Бәширова, Ирина Һәм Константин Савенковтар, Тәнзилә Әбләева, Лариса Зәйнуллина, Ирина Нуриева, Татьяна Эц, Светлана Ярославцева һәм Александр Александров та алтын билдәләр менән билдәләнде.
Быйыл күптәр матди байлыҡ түгел, ә донъяла тыныслыҡ урынлашыуын, яҡындарының һау-сәләмәт булыуын теләне. Бындай теләктәр иң ҡәҙерлеһе һәм уға өлгәшеүе бик ауыр. сөнки уларҙы бөтә донъя менән бергә булдырырға тейеш. Салауаттар ҙа быға әҙер.

Фотолар «Выбор» гәзитенән.

Автор: Дина Галеева
Читайте нас