Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2025, 14:50

Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы

Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» спорт һарайында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры уҙҙы. Был спорт сараһы бишенсе тапҡыр үткәрелә һәм ул үҙендә илдең 25 төбәгенән килгән 270-тән ашыу көрәшсене тупланы. Быға тиклем ярыштар Өфөлә үткәрелеп килһә, быйылғыһын Салауат ҡалаһында ойошторорға ҡарар ителә.

Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы

Спорт һарайы был көндө һабантуй майҙанын хәтерләтеп ҡуйғандай булды: баһадирҙар келәмдә бил һынаша, көйәрмәндәре, тренерҙары улар өсөн янып-көйҙө, хуплау, дәртләндереү һүҙҙәрен йәлләмәне.
Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан спорт министрының беренсе урынбаҫары Сергей Алопин, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин, «Рәсәй Көрәш федерацияһы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының башҡарма директоры, Рәсәй Спорт министрлығының спорт әҙерлеге үҙәге Рәсәй йыйылма командалары өлкән тренеры Ришат Мөбәрәкйәнов, «Башҡортостан Республикаһының Көрэш спорт федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Илдар Моратов, Артур Әхмәтхановтың ҡатыны Фидәлиә Әхмәтханова, шулай уҡ Салауат ҡалаһының махсус хәрби операция яугирҙары, спорт ветерандары ҡатнашты.
Сара дәүләт гимндарын тыңлауҙан башланды. Флагтарҙы ҡаланың 2-се кадет мәктәбе уҡыусылары алып сыҡты. Ә сараны башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле сығышы асты.
- Башҡорт халҡының легендар улы, полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә үткәрелгән турнир республикабыҙҙа йолаға әүерелде, ул бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Артур Фәрүәз улы, ысынлап та, беҙ һеҙҙең менән тыныс йәшәһен өсөн бөтә ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышланы, уның именлеген тәьмин итте. Бынан тыш, ул бөтә буш ваҡытын спортты үҫтереүгә арнаны. Ул Тыуған илен, мәҙәниәтен, йолаларын бик ярата. Ҡайҙа ғына булһа ла, ул һәр ваҡыт мин үҙ халҡымды яратам, тип әйтер ине. Бөгөн беҙ турнирҙы дәүләт ҡурайсылар ансамбленең сығышынан юҡҡа башламаныҡ. Сөнки Артур Фәрүәз улы ла сығышы менән халҡым, телем, илем тип янған милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған ере Салауат районынан. Ошондай мәртәбәле ярыштарҙы уҙғарған өсөн, тәү сиратта, Халыҡ-ара милли Көрәш федерацияһына, Башҡортостан Республикаһының Милли көрәш Федерацияһына, Салауат ҡалаһы мэры Марат Зәһиҙуллинға рәхмәт белдерәм. Башҡортостан Республикаһы - спорт төбәге, һәм беҙҙә көрәште яраталар. Республикала спортты үҫтереү өсөн күп эшләнә, спорт залдары төҙөлә. Былтыр Өфөлә асылған Көрәш Һарайы ғына ни тора! Быларҙың барыһы ла балаларыбыҙ иң яҡшы спорт залдарында, спорт келәмдәрендә шөғөлләнә алһын өсөн, һәм улар Рәсәй масштабына ғына түгел, ә донъя кимәленә сыҡһын өсөн эшләнелә, - тине үҙ сығышында Ирек Сәғитов.
Сергей Алопин Артур Әхмәтхановтың ике спорт төрөнә төп иғтибар биреүен билдәләп үтте.
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, спорт министры Руслан Хәбибов исеменән ярышта ҡатнашыусыларҙы, тамашасыларҙы, абруйлы ҡунаҡтарҙы сәләмләүемә шатмын. Бер аҙна элек кенә Өфөлә Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә дзюдо буйынса Бөтә Рәсәй турниры уҙғайны, ә бөгөн - көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры.Былар - Артур Фәрүәз улының айырыуса иғтибар бүлгән ике спорт төрө. Бындай турнирҙар спортсыларға тәжрибә тупларға мөмкинлек бирә. Барыһына ла уңыштар теләйем, - тине ул.
- Бөгөн беҙ Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирын уҙғарабыҙ. Ярыштар быға тиклем Өфөлә үтә ине, әммә быйыл, Салауа ҡалаһының спорт мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, уҙғарыу географияһын киңәйтергә ҡарар ителде. «Нефтехимик» спорт һарайы - спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә мөмкинлектәре булған спорт объекты, ҡала спортсыларҙы бик йылы ҡаршы алды, халҡы бик ҡунаҡсыл. Әлеге турнир быйылға йомғаҡлау сараһы булып тора, төп старттар быйыл яҙын Өфөлә уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Рәсәй чемпионаттарында һәм беренселектәрендә юғары ҡаҙаныштарға иреште, Рәсәйҙең йыйылма командаһы составында илдең намыҫын лайыҡлы яҡланы. Был турнир спортсылар бергә күберәк аралашһын, үҙҙәренең спорт кимәлен күтәрһен өсөн уҙғарыла. Әлеге спорт төрөнөң меңйыллыҡ тарихы бар. Ул Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрының икенсе бүлегенә индерелгән, юғары спорт исемдәрен, хатта Халыҡ-ара класлы спорт мастеры һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры исемен алырға мөмкинлек бирә. Көрәштә ир-егеттәребеҙ үҙҙәренең көсөн күрһәтә. Шуға көрәш - ул беҙҙең ғаорурлығыбыҙ, - тип уртаҡлаша Ришат Мөбәрәкйәнов.
Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин ҡалала ошондай күләмле ярыштарҙы ихлас ҡабул итеүҙәрен белдерҙе:
- Хөрмәтле спортсылар, судьялар, тренерҙар, ҡәҙерле ҡунаҡтар Һәм Салауат ҡалаһы халҡы! Салауат ҡалаһы хакимиәте һәм шәхсән үҙемдең исемдән һеҙҙе полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирында сәләмләйем. Салауат ҡалаһы бөгөн үҙ биләмәһендә ошондай күләмле һәм әһәмиәтле Бөтә Рәсәй ярыштарын ҡабул итеүе менән ғорурлана. Милли көрәш - ул беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тапшырған йола. Көрәш менән көслө рухлы, көнәркәшен хөрмәт иткән кешеләр, ысын ир-егеттәр шөғөлләнә. Хөрмәтле спортсылар, һеҙгә көслө рух, намыҫлы көрәш һәм лайыҡлы еңеүҙәр теләйем. Ә тамашасыларға бөгөнгө спорт байрамы сағыу тәьҫораттар килтерһен. Салауат ҡалаһына рәхим итегеҙ.


- Рәсәй Көрәш федерацияһы президенты һәм шәхсән үҙемдең исемдән барыһын да ошо турнирҙа сәләмләүебеҙгә шатбыҙ. Артур Фәрүәз улы батырлыҡ, тырышлыҡ, ихтыяр көсө һәм үҙ хеҙмәтен яратыу эталоны булды. Ул көрәш кеүек спорт төрөн үҫтереүгә, шул иҫәптә Башҡортостанда ла, ҙур өлөш индерҙе. Уның тураһырда Башҡортостанда ғына түгел, бөтә донъяла ла беләләр. Бөгөн балалар уның эшен дауам итәсәк һәм иң яҡшы сифаттарын күрһәтәсәк. Көрәш - ул ихтыяр көсө һәм уңышҡа ынтылыш, - тине Илдар Моратов.


Һүҙ Артур Әхмәтхановтың ҡатыны Фидәлиә Әхмәтхановаға ла бирелде:
- Артур Фәрүәз улы дәүләт әһәмиәтендәге мөһим бурыстарҙы үтәне, илебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың данлы традицияларының лайыҡлы вариҫы булды. Ул бигерәк тә милли көрәште үҫтереү өсөн күп көс һалды. Ҡәҙерле спортсылар, һеҙ ошо йолаларҙы һәм милли ҡиммәттәрҙе дауам итәһегеҙ. Көрәш - ул халҡыбыҙҙың ихтыяр көсөн күрһәткән спорт төрө. Ярышты ойоштороуҙа ярҙам иткән республика башлығына, республика хөкүмәтенә, Спорт министрлығына, Көрәш федерацияһына, Салауат ҡалаһы башлығына, бөтә ойоштороусыларға Һәм ҡунаҡсыл Салауат ҡалаһына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ә спортсыларға уңышлы сығыш яһауҙарын, ғәҙел алыштар һәм лайыҡлы еңеүҙәр теләйем.
Абруйлы ҡунаҡтар ҡулынан бер төркөм кешеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең, Рәсәй Көрәш федерацияһының рәхмәт хаттары алды. Сараны тантаналы асыуҙы Дмитрий Силин етәкләгән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, «Ағиҙел» халыҡ бейеү ансамбле «Беҙ - салауаттар» композицияһы япты.
Баймаҡтан Айгиз Яҡшыбаев көрәшкә үҙ тәрбиәләнеүселәрен алып килгән:
- Баймаҡта тренер булып 2019 йылдан бирле эшләйем. Минең көрәш түңәрәгендә 30-35 бала тирәһе шөғөлләнә. Улар ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, һөҙөмтә күрһәтеп өлгөрҙө. Көрәш балаларға спортта ғына түгел, ә тормошта ла ауырлыҡтарҙы, кәртәләрҙе еңергә ярҙам итәлер, тип уйлайым. Өҫтәүенә, көрәш - ул ата-бабаларыбыҙҙан килгән йола, уның менән балалар көрәшергә, тейеш тә, кәрәк тә. Ошо турнирҙа өс йыл рәттән ҡатнашабыҙ, егеттәрҙең уңыштары бар. Әлеге мәлдә Рөстәм Дәүләтбаев өлкәндәр араһында 75 килограмлыҡ ауырлыҡта финалға сыҡты. Уны Ырымбур егете менән финалда алыш көтә. Игеҙәге Руслан Дәүләтбаев 80 килограмлыҡ ауырлыҡта көрәшәсәк. Бөгөн еге спортсы алып килдем. Үҙем сығышым менән Баймаҡ районы Татлыбай ауылынан. Көрәшкә алты йәштә бер туған ағайым алып килде. Беренсе тренерым Руслан Иҙрисов ошо спорт төрөнә һөйөү уятты. Етенсе класҡа тиклем ауылда шөғөлләндем. Көрәш менән дуҫ булыуым Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға инергә булышлыҡ итте. Бында ла күнекмәләрҙе дауам иттем. Унда тренерыбыҙ Жәлил Йосопов булды. Уның етәкселегендә ағайым менән республика чемпионы булдыҡ, Рәсәй кимәлендәге ярыштарға ла сығып, призлы урындарға лайыҡ булдыҡ. Хәҙер иһә балаларҙы ошо спорт төрө серҙәренә төшөндөрәм. Был - минең яратҡан эшем, сөнки үҙем бәләкәйҙән ошо спортҡа ғашиҡмын, балаларҙы ла яратам. Ә беҙҙең эштә шуныһы иң мөһиме. Һәр тәрбиәләнеүсегә айырым ҡараш, уларҙы аңлай белергә кәрәк.


Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Илнар Хәсәнов был турнирҙа мотлаҡ ҡатнашырға һәм еңергә бурыслымын, тип иҫәпләй.
- Ошо Бөтә Рәсәй турнирында ҡатнашыу минең өсөн ҙур мәртәбә, сөнки мин дә Артур Фәрүәз улының тыуған яғы Салауат районынанмын. Шуға яҡташыма хөрмәт күрһәтеп, турнирҙа еңергә тейешмен, тигән уйҙамын. Был ярышта икенсегә ҡатнашам. Былтыр Өфөлә Көрәш һарайында уҙғанында чемпион булғайным. Спорт мастерлығына кандидатмын. Көрәш менән 2019 йылда үҙемдең ауылымда шөғөлләнә башланым, студент булып киткәс тә, көрәште ташламаным, колледжда көрәш секцияһы бар, тренерым - Рәмил Рәил улы Ғәлимов. Көрәш бик оҡшай. Уның үҙ техникаһы, үҙ үҙенсәлеге бар. Атай-олатайҙарыбыҙ ҙа көрәшкән, беҙ ҙә уларҙың юлын дауам итергә, еңергә, чемпион булырға тейешбеҙ. Салауат ҡалаһы беҙҙе йылы ҡаршы алды, тик ҡала менән танышырға ваҡыт етмәне. Лайыҡлы урын алырмын тип өмөтләнәм, - ти Илнар.
Сығышы менән Дәүләкән районынан булған Илнар Хәмәҙиев Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында уҡый һәм ярышта Өфө ҡалаһы өсөн сығыш яһаны. Уның менән алыштарҙың береһендә көнәркәшен еңгәндән һуң аралашырға мөмкинлек тыуҙы.
- Көрәш менән 7 йыл тирәһе шөғөлләнәм, тәүҙә үҙемдә, һуңынан - Өфөлә. Күнекмәләргә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжына йөрөйөм. Көрәш физик әҙерлек бирә. Ярыштарға ла сыҡҡаным бар, миндә икенсе разряд. Былтыр ҙа ошо турнирҙа сығыш яһаным. Турнир минең өсөн әһәмиәтле. Салауат ҡалаһы яҡшы ҡаршы алды, ҡала буйлап йөрөп килдек, әһәмиәтле урындарҙа булдыҡ. Ыҡсым, уңайлы ҡала. Беренсе алышта еңдем, маҡсатым - финалға сығыу. Был инде башҡа алыштарҙа ниндәй һөҙөмтә күрһәтеүемә бәйле буласаҡ, - ти Илнар.
Камил Хәсәнов - Стәрлебаш районынан, әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть-техник университетының өсөнсө курс студенты.
- Был турнирҙа өсөнсөгә ҡатнашам. Быға тиклем ул Өфөлә үтә ине. Ә бөгөн беҙҙе ҡунаҡсыл Салауат ҡалаһы ҡаршы алды. Миңә бында бик оҡшай, ярыштар юғары кимәлдә ойошторолған. Мин спорт мастерлығына кандидат, 2023 йылда Рәсәй беренселеге еңеүсеһе булдым. Бөгөн сығыш яһап өлгөрҙөм дә инде, еңдем, артабан нисек булыр - күҙ күрер. Көрәш менән 2016 йылдан шөғөлләнә башланым. Көрәш традицияларҙы һаҡлай, ысын ир-егет булырға өйрәтә,- тигән фекерҙә Камил.
Муса Мортазин күрше Татарстан Республикаһынан килгән.
- Көрәш менән бишенсе кластан шөғөлләнәм. Әле Ҡазан авиация институтының өсөнсө курсында уҡыйым. Көрәштә бөтә бөтә сифаттар ҙа кәрәк: көс, рух, сыҙамлыҡ, психологик яҡтан үҙеңде тота белеү. Көрәшселәрҙең дуҫтары күп була. Шәхсән минең Татарстандан, башҡа төбәктәрҙән күп дуҫтарым бар, улар менән аралашып торабыҙ. Әлеге турнирҙа икенсегә ҡатнашам. Тәүгеһе 2022 йылда Өфө ҡалаһында булғайны. Башҡортостан Республикаһы, Салауат ҡалаһы бик йылы ҡаршы алды. Салауат буйлап экскурсия ла ҡылып өлгөрҙөк - ыҡсым, матур ҡала. Әле келәмгә бер тапҡыр сыҡтым, бик уңышлы булманы. Алда тағы сығыштар көтә, яҡшыға өмөт итәм, - ти Муса.
Төмән өлкәһенән килгән Антон Матаев көрәш менән ни бары ярты йыл самаһы шөғөлләнә, әммә ошондай күләмле ярыштарҙа ҡатнашыуҙан ҡурҡмаған.
- Бөгөн беҙ Төмәндән 16 кеше килдек. Мин шөғөлләнгән төп спорт төрө ул - грек-рим көрәше, 14 йыл мауығам. Шулай ҙа үҙемде көрәштә лә һынап ҡарарға теләнем. Уның да үҙ өҫтөнлөктәре бар. Ул реакция, фекерләүҙе үҫтерә. Әле уның нескәлектәренә бик төшөнөп тә етмәйем, сөнки бик аҙ ваҡыт уҙҙы. Бөгөн үҙемдекеләр менән алышҡа сыҡтым, тик еңелдем, әммә бер балл алдым. Әлегә миңә тәжрибә етмәй, әммә киләсәктә барыһының да яҡшы булырына ышанам, - ти егет.
Күләмле ярыштарҙы үҙендә ҡабул иткән Салауат ҡалаһынан ул көндө ике спортсы сығыш яһаны: Николай Примак, Вилдан Мөрсәлимов. Тренерҙары - Илдар Ильясов.
- Салауат ҡалаһының 21-се мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләйем, 2008 йылдан көрәш буйынса тренермын, балалар менән ошо мәктәп базаһында шөғөлләнәм. Уҡыусыларымдың бөгөн икәүһе келәмгә сыҡты: 55 килограмлыҡ ауырлыҡ категорияһында Вилдан Мөрсәлимов һәм 60 килограмда Николай Примак. Өсөнсө тәрбиәләнеүсем йәрәхәт алыуы сәбәпле ҡатнша алманы. Бөгөн уларҙың икеһе лә сығыш яһап өлгөрҙө - еңделәр, яҡшы һөҙөмтә күрһәтәләр. Киләһе сығышты көтәбеҙ. Үҙем көрәшкә икенсе класта уҡығанда көрәшкә килдем. Тренер дәрескә килеп, был спорт төрө тураһында һөйләне. Шул ваҡыттан мин көрәшкә ғашиҡмын, яратҡан эшем менән шөғөлләнәм. Өс тренерым булды, уларҙың берәүһе Советтар Союзы спорт мастеры Рим Ҡунаҡбаев та бөгөн бында. Уңышҡа өлгәшеүемдә уның да роле ҙур. Ғөмүмән, беҙҙең тормош - үҙе көрәш ул. Беҙ келәмдә генә түгел, ә үҙебеҙҙең теләмәгән нимәләр менән көрәшәбеҙ. Был спорт төрө көс, характер тәрбиәләй, - ти тренер.


- Миңә 17 йәш. Салауат индустриаль колледжының икенсе курсында уҡыйым, көрәш менән 10 йыл шөғөлләнәм. Тренерым - Илдар Әхмәт улы. Был спорт төрөнә мине атайым алып килде, ул да көрәш менән шөғөлләнде. Был бик шәп спорт төрө. Ул кешелә дисциплина тәрбиәләй. Әгәр еңелһәң, кәйефте төшөрөргә кәрәкмәй, алға барыу, үргә ынтылыу. Бөгөн сығыш яһап өлгөрҙөм - еңдем. Артабан да яҡшыға өмөтләнәм, - ти Николай Примак.


- Көрәш менән биш йыл шөғөлләнәм. Физик яҡтан әҙерләнгән булыу, өйҙә ултырмаҫ өсөн, буш ваҡытты файҙалы үткәреү килдем бында. Класташтарым шөғөлләнә ине, мине лә саҡырҙылар. Бөгөнгө һөҙөмтәләрем сағыштырмаса яҡшы, - ти Вилдан Мөрсәлимов.

Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Салауат үҙендә батырҙарҙы йыйҙы
Автор: Дина Галеева
Читайте нас