Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Сентябрь 2025, 10:54

Яңыртылған стадионда Рәсәй Кубогы финалы

11 сентябрҙә Салауат ҡалаһындағы «Төҙөүсе» стадионында оҙаҡ көтөлгән спидвей ярышы үтте. Был сара, Рәсәй Кубогының 500-се класлы финалы, 18 профессиональ спортсыны берләштерҙе. Ярыш, биш йыллыҡ ремонттан һуң яңыртылған стадионда үткәрелде, был ҡаланың спорт тарихында яңы биттәр асты.

Яңыртылған стадионда  Рәсәй Кубогы финалы
Яңыртылған стадионда Рәсәй Кубогы финалы

«Төҙөүсе» стадионы 1959 йылда төҙөлгән һәм 1962 йылда спидвей буйынса СССР беренселегенең мөһим этабын ҡабул итә. Ул саҡта бында Советтар Союзының ғына түгел, Европаның да иң яҡшы спортсылары сығыш яһай. Салауатлыҡтар өсөн был көн айырыуса иҫтәлекле була.
Салауатта спидвейҙы үҫтереүҙә Владимир Каноновичтың роле айырыуса ҙур. Ул күп тапҡыр еңеүсе һәм призер, СССР йыйылма командаһы ағзаһы һәм донъя чемпионаттарында ҡатнашыусы, спидвей һәм боҙҙа уҙыштар буйынса билдәле шәхес.

Стадиондың оҙон тарихында бер нисә үҙгәреш булған. Футбол яланы, спорт майҙансыҡтары заман талаптарына яуап бирмәй башлағас, капиталь ремонт кәрәклеге асыҡлана. Салауат халҡының күп йыллыҡ үтенестәре 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡалаға килеүе менән тормошҡа ашты. Ул «Төҙөүсе» стадионын капиталь ремонтлауға тотонорға ҡуша. Ремонт эштәре 2021 йылдың мартында башлана. Эш барышын Башҡортостан Республикаһы Премьер министры урынбаҫары, спорт министры Руслан Хәбибов контролдә тотто. 2025 йылдың 14 авгусында Салауат хакимиәте  башлығы Марат Зәһиҙуллин стадиондың әҙерлеген һәм Рәсәй Кубогын ҡабул итеү мөмкинлеген иғлан итте.
Ярыш алдынан байкерҙар мотоциклдарында сығыш яһап, тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе.

- Беҙ йәнә ярыш, драйв, экстрим, онотолмаҫлыҡ эмоциялар мөхитенә сума алабыҙ. Спидвей буйынса Рәсәй Кубогы Салауатта онотолмаҫлыҡ, ҡеүәтле ярыштар үткәреү өсөн башланғыс нөктә булыр тип ышанам, - тине Башҡортостан Республикаһы спорт министры урынбаҫары Артем Новиков.

Ярышта Рәсәйҙең төрлө командалары вәкилдәре ҡатнашты, уларҙың күбеһе - Салауат спидвей мәктәбе тәрбиәләнеүселәре. Ә беҙҙең ҡалала элекке дан-шөһрәтте ҡайтарырлыҡ профессиональ спидвейсылар командаһы барлыҡҡа килерме?
Артем Новиков билдәләүенсә, хәҙер бөтә шарттар ҙа булдырылған, һәм команда төҙөп, ҙур һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Ул, бигерәк тә данлыҡлы уҙышсыбыҙ, егерме тапҡыр донъя чемпионы Николай  Красниковты иҫкә алып, уның был стадионды тергеҙеүҙәге ролен өлгө итеп күрһәтте.

Салауаттарҙы күптән көтөлгән ваҡиға менән Салауат хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин ҡотланы:

- Был ваҡиғаға бик оҙаҡ әҙерләндек. Барыһы ла талаптарға тап килә, тип ышанам. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа «Төҙөүсе» стадионын капиталь ремонтлауға ҙур аҡса һалып, ҡалабыҙға спидвейҙы  ҡайтарғаны, Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығына, Рәсәй Федерацияһының мотоцикл спорты Федерацияһына ярыштарҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерәм.

Спидвей буйынса Рәсәй Кубогының финалын ярыштарҙың баш судьяһы Андрей Рябов асты.
Ярыштарҙың беренсе заездында Тольяттиҙан Евгений Сайдуллин һәм Владивостоктан Иван Гаврилов, Виталий Котляр һәм Сергей Логачев ҡатнашты. Спидвейсылар трекка сыҡҡанда стадионда тынлыҡ урынлаша, был тарихи мәл күптәрҙең хәтерендә ҡаласаҡ. Финишҡа беренсе булып Евгений Сайдуллин килде.
Спидвей - спорттың бик хәүефле төрө булыуын иҫтә тотоу мөһим, сөнки тәүәккәллек һәм көтөлмәгән хәлдәр хаталарға килтереүе ихтимал.
Беренсе серияның өсөнсө заездында өс үҫмер спортсы ҡатнашты: Октябрьскийҙан Кирилл Семавин һәм Айҙар Фәруҡшин, Тольяттиҙан Матвей Коробельщиков, шулай уҡ Балаковонан тәжрибәле уҙышсы Владимир Бородулин. Әгәр ҙә стартта Кирилл Семавин менән Айҙар Фәруҡшиндың бәрелешмәһә, һәр кем еңеүгә өлгәшә алыр ине.
Был ярышта берҙән-бер ҡолау түгел. Иң етди ҡолау өсөнсө серияның һуңғы заезында булды. Тректа Октябрьскийҙан Кирилл Семавин, Владивостоктан Сергей Логачев һәм Никита Смышников, шулай уҡ 
Балаковонан Павел Лагута осрашты. Сергей Логачев ҡолап төштө, уның алғы тәгәрмәсе дәғүәсенең артҡы тәгәрмәсенә тейҙе. Урынға шунда уҡ табиптар килде (регламент буйынса стадионда ике ашығыс медицина ярҙамы бригадаһы дежур итте). Егет дауаханаға оҙатылды.
Ярыштың сиселеше онотолмаҫлыҡ булды: өсөнсө серияның унынсы заезында тректа Октябрьскийҙан Айҙар Фәруҡшин, Тольяттиҙан Роман Лахбаум, Владивостоктан Александр Усилов, шулай уҡ Салауат ҡалаһынан Ренат Ғәфүров осрашты.

Осраҡлы рәүештә заезд бер нисә тапҡыр күсерелде. Башта бер үк ҡыҙыл төҫтәге шлем, һуңынан таҫма дөрөҫ эшләмәй, өҫтәмә рәүештә тағы ла фальстарт булды.
Тректа Салауат спидвей мәктәбендә спортта үҙ  юлын башлаған ике уҙышсы осрашты: Ренат Ғәфүров һәм Роман Лахбаум. Ренат Ғафүров Рәсәй шәхси чемпионаттарының 11 миҙалына эйә, уларҙың икәүһе - алтын! Рәсәй Кубогында Салауат исеменән сығыш яһаған уҙышсы бөтә ҡатнашыусылар араһында иң титуллыһы һәм тәжрибәлеһе булып тора. Ә Роман Лахбаум былтыр Октябрьскийҙа Рәсәй чемпионы титулын яулаған. Ренат Ғафүров, старт таҫмаһына бәрелеп, фальстартҡа юл ҡуя һәм заездан төшөп ҡала. Көрәшкә өс кеше инә, әммә финишҡа икәүһе генә етә, сөнки Александр Усилов йығыла. Роман
Лахбаум беренсе килә.

Стадионда Махсус хәрби операция зонаһында Рәсәй суверенитетын һаҡлап, Ватанды һаҡлаусылар көрәшеүселәр өсөн Анастасия Черномырдина «Ер Әсә» йырын башҡарҙы. Уға бөтә стадион ҡушылып йырланы, был тамашасыларҙың күңеленә үтеп инде һәм берҙәмлек тойғоһон арттырҙы.
Вәғәҙә ителгәнсә, 11 сентябрҙә Рәсәй Кубогы тамашасыларын Пензанан килгән Rock Debosh драйв төркөмө ҡыуандырҙы. Төркөм составындағы дүрт егет: гитарасы Владимир Тюрин, вокалист Михаил Туровцев, барабансы Вячеслав Круминг һәм бас-гитарасы Артем Тырцов үҙҙәренең энергиялы сығыштары менән стадионды йәнләндереп ебәрҙе. Уларҙың музыкаһы ярыштарҙың адреналинлы атмосфераһына тап килеп, тамашасыларҙы тағы ла нығыраҡ рухландырҙы.

2025 йылда спидвей буйынса шәхси зачетта Рәсәй Кубогын яулаусы булып Балаковонан «Турбина» командаһы уҙышсыһы Павел Лагута танылды. Уның өсөн ярыш тотороҡло үтте.

- Барыһына ла: ғаиләмә, омандаға ярҙамдары өсөн рәхмәт. Бер аҙ хаталар булды, әммә был спидвей өсөн ғәҙәти хәл. Дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы. Быға тиклем Салауатта булғаным булды, әммә ярышта
тәүге тапҡыр ҡатнаштым - оҡшаны, - ти еңеүсе.
Ә көмөш һәм бронза өсөн ысын көрәш булды. Өҫтәмә 21-се заезға Тольяттиҙан Роман Лахбаум, Владивостоктан Виталий Котляр һәм Балаковонан Илья Чалов сыҡты. Роман Лахбаум бөтә заезд дауамында алдынғы позицияларҙы һаҡлап, финишҡа беренсе булып килде. Ҡалғандары бронза өсөн көрәште. Илья Чалов бик яҡшы барҙы, әммә Виталий Котляр уны сираттағы боролошта уҙып китте.

Был ярыштан Роман үҙе лә ҡәнәғәт, ул спидвей буйынса Рәсәй Кубогының көмөш призеры. Ә ярыштың бронза призеры - Владивостоктан «Восток» командаһы вәкиле Виталий Котляр.
Салауат хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин еңеүсегә һәм призерҙарға миҙалдар һәм кубоктар тапшырҙы.
Шулай итеп, «Төҙөүсе» стадионында спидвей ярыштарының яңынан башланыуы, Салауат өсөн спортта яңы тормош башланыуын аңлата. Оҙаҡ йылдар буйына туҡтап торған спорт төрө, яңыртылған майҙанда яңынан йәнләнеп, киләсәктә ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкинлек бирә. Был ваҡиға ҡаланың ғына түгел, ә Башҡортостан Республикаһының спорт тормошонда ла мөһим урын биләйәсәк. Ярыштарҙың уңышлы үтеүе, киләсәктә лә ошондай сараларҙы даими ойоштороуға юл аса, һәм Салауат спидвей буйынса Рәсәйҙең танылған үҙәктәренең береһенә әйләнеүенә өмөт уята.

Яңыртылған стадионда  Рәсәй Кубогы финалы
Яңыртылған стадионда  Рәсәй Кубогы финалы
Яңыртылған стадионда  Рәсәй Кубогы финалы
Яңыртылған стадионда  Рәсәй Кубогы финалы
Яңыртылған стадионда Рәсәй Кубогы финалы
Автор: Дина Галеева
Читайте нас