«Төҙөүсе» стадионы директоры Павел Федонин һәм Физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Александр Передунов мэрға объекттың әҙерлек барышы тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙеләр. Александр Передунов билдәләүенсә, стадионда ремонт эштәре даими контролдә тотола, һәм барлыҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн барлыҡ көс һалына.
Ярыштар өсөн стадион тулыһынса әҙер. Периметр буйлап хәүефһеҙлек кәртәләре ҡуйылған, улар бөтәталаптарға яуап бирә. Шулай уҡ, һәр боролошта өс ҡыҙыл һәм ике йәшел светофорҙан торған заманса семафор сигнализацияһы ҡуйылған. Ярыш трегы ла тулыһынса әҙер, һәм киләһе аҙнала уның сифатын Октябрьскийҙан килгән профессиональ спортсылар баһалаясаҡ.
Рәсәй Кубогын ойоштороуға күп кенә белгестәр йәлеп ителгән, шул иҫәптән бөтә рәсәй судьялар коллегияһы вәкилдәре. - Рәсәй Кубогы Рәсәй Чемпионатына тиңләштерелә, был юғары статуслы ярыш, -
тине коллегия вәкиле.
Ярыштар 10-12 сентябрҙә өс көн дауамында үтәсәк. Ойоштороусылар тамашасыларҙың уңайлылығын да иҫтә тота. 5000-дән ашыу кеше көтөлә, улар өсөн уңайлы ултырыу урындары әҙерләнгән. Парковка мәсьәләһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаған: өҫтәмә парковкалар ойоштороу өсөн яҡын-тирәләге бушлыҡтар тәртипкә килтереләсәк.
Тамашасыларҙың туҡланыуы ла уйланылған. Инеү урынында аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр һатыусы сауҙа нөктәләре урынлашасаҡ. Марат Зәһиҙуллин Роспотребнадзор тарафынан тикшереү үткәреү һәм туҡланыу нормаларға тап килеү мөһимлеген билдәләне.
Спортсыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеге - төп маҡсат. Ярыш ваҡытында Дәүләт автоинспекцияһы, Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлеге һәм Рәсәй Гвардияһы вәкилдәре дежур итәсәк. Рәсәй Кубогын асыу тантанаһы 11 сентябрҙә үтәсәк. Әлеге ваҡытта сценарий әҙерләнә.
Ярыштарҙан һуң тамашасыларҙы концерт көтә.
- Урындағы коллективтар сығыш яһаясаҡмы? - тип ҡыҙыҡһынды Марат Зәһиҙуллин.
- Был салауат халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн ҙур булмаған сер. Бөтәһенә лә оҡшар тип өмөт итәбеҙ. Әлегә Салауат ҡунаҡтары, ҙур художество төркөмө менән сығыш яһаясаҡ тип әйтә алам, - тине Павел Федонин.- Ярышты үткәрергә әҙербеҙ. Билеттарҙы онлайн һатыуҙы тиҙҙән башларға мөмкин буласаҡ, был тамашасылар өсөн уңайлыҡ тыуҙырасаҡ, - тип өҫтәне Александр Передунов.
Марат Зәһиҙуллин Салауаттың спорт ҡалаһы булыуын тағы ла бер тапҡыр раҫланы, киләсәктә ҡаланың спидвей үҙәгенә әйләнәсәгенә ышаныс белдерҙе. Ул стадиондың тулыһынса әҙер булыуын һәм Рәсәй Кубогын 2025 йылдың 11 сентябрендә уңышлы үткәреүгә ышанысын белдерҙе. 5000 тамашасыны көтөүҙәрен һәм бөтә трибуналарҙың тулы булырына өмөт итеүҙәрен әйтте. Был сара Салауат өсөн генә түгел, ә бөтә Башҡортостан өсөн дә мөһим ваҡиға буласаҡ, ул спортты үҫтереүгә һәм ҡаланың абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Стадиондың яңартылыуы, яңы инфраструктураның булдырылыуы, юғары
кимәлдәге ойоштороу – былар барыһы ла Салауаттың спортты үҫтереүгә етди ҡарашын күрһәтә.
Павел БИЗИКИН фотоһы.