Спорт байрамына спортсыларҙы ла, төрлө йәштәге велосипедта йөрөргә яратыусы ябай кешеләр ҙә йыйылды. Стартҡа тотош ғаиләләр һәм эшсе коллективтар килде.
Велоуҙышта ҡатнашыусыларға һауа торошо менән бәхет йылмайҙы, велосипедсылар йыйылыр алдынан ямғыр яуҙы һәм стартҡа күк йөҙө асылды.
Велопарадта ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы Марат Зәһиҙуллин сәләмләп хәйерле юл һәм яҡшы кәйеф теләне.
Быйыл заезд ғәҙәттәгесә Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы алдынан түгел, ә Хәрби һәм хеҙмәт даны обелискынан старт алды. Велосипедсылар колоннаһы Ленин, Калинин, Губкин урамдары буйлап үтеп, Һабантуйҙың күңел асыу майҙансыҡтары эшләй башлаған Ағиҙел буйында финишҡа килде.
Тулы репортаж “Салауат” гәзитенең киләһе һанында.