Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Апрель 2025, 14:15

Ышыныслы аҙымдар менән - оҙон ғүмергә

Салауаттар йылына ике тапҡыр уҙғарылған «Тормошҡа 10 000 аҙым» акцияһына һәр ваҡыт ихлас ҡушыла.

Ышыныслы аҙымдар менән - оҙон ғүмергә
Ышыныслы аҙымдар менән - оҙон ғүмергә

Мәҙәниәт һәм ял паркында ойошторолоусы Бөтә Рәсәй һауыҡтырыу хәрәкәтендә ҡатнашырға теләүселәргә тыштағы һыуыҡлыҡта та ҡаршылыҡ була аламаны, күптән көтөлгән осрашыу тик яҡшы кәйеф өҫтәне.


Бөтә донъя һаулыҡ көнөнә һәм Рәсәй сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереү аҙналығына арналған «Тормошҡа 10 000 аҙым», шулай уҡ «Йөрәк маршруты - һаулыҡ маршруты» профилактика акцияларын ҡала хакимиәте ҡала дауаханаһы менән берлектә ойоштора.


- Ысынлап та, һәр кем ҡасан да булһа үҙ һаулығын нисек яҡшыртыу тураһында уйланһын ине. Атлап йөрөү - ул ябай һәм шул уҡ ваҡытта әһәмиәтле физик активлыҡ төрө, уға айырым иғтибар бирмәйбеҙ, ә ул беҙгә һаулығыбыҙға төп заряд бирә. Һеҙҙең әүҙем позицияғыҙға, был акцияла ҡатнашырға теләгегеҙ өсөн һеҙгә ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм, - тине физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Передунов.


Ҡатнашыусылар араһында спортсылар, физкультура-спорт ойошмалары тренерҙары, мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм хеҙмәт коллективтары бар ине. Барлығы биш йөҙгә яҡын кеше йыйылды.
Ҡала дауаханаһының табип-эпидемиологы Жалгас Жамбуршин белгес булараҡ йәйәү йөрөүҙең ни тиклем файҙалы булыуын һөйләне.
- Сәләмәт тормош рәүеше үҙ эсенә күп аспекттарҙы ала, әммә физик әүҙемлек төп урынды биләй. Йөрөүҙең файҙаһын һанап үтергә теләйем: йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын яҡшырта, йөрәкте, ҡан менән тәьмин итеүҙе, ҡан әйләнешен, быуындарҙы, мускулдарҙы нығыта, метоболизмды яҡшырта, икенсе типтағы шәкәр диабетын иҫкәртә. Һәр ерҙә, теләһә ҡайһы ваҡытта йөрөргә мөмкин. Яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән күберәк атлап йөрөйөк, был беҙҙең психоэмоциональ торошобоҙға ла йоғонто яһай, йоҡоно яҡшырта. Дөйөм алғанда, һаулыҡ өсөн ыңғай йоғонто ҙур. Үҙеңде яҡшы тойор өсөн көнөнә 30 минут йөрөргә кәрәк, - тине ул.


Был көндө 2024 йылда ГТО нормаларын үтәгән Валентина Тисоваға, Алла Сидоренкоға, Артем Машинаға отличие билдәләре һәм танытмалар тапшырылды.


Сарала ҡатнашыусылар яҡшы кәйеф менән 10 мең аҙымды атлап үтте, һуңынан сертификаттар алды.


- Бөгөн был акцияла ҡатнашыуыбыҙ бик яҡшы, сөнки сәләмәт тормош рәүеше көнүҙәк. Атлау һаулыҡҡа бик яҡшы йоғонто яһай. Мин дә йыш йәйәү йөрөйөм, көн һайын тиерлек уҡыуға атлап барам, кисен тышта йөрөргә яратам, - тип уртаҡлашты Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы студенты Сабина Николаева.


- Беренсе синыфтан уҡ спорт менән дуҫбыҙ. Мин акробатика менән шөғөлләндем. Ә инде пенсия йәшендә «Сканди Ход» төркөмөнә йөрөйөм. Беҙ унда хәрәкәттән тыш, аралашабыҙ, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙға ваҡҡыт бүләбеҙ, бассейнға, спорт залына барабыҙ, - ти ГТО-ның алтын билдәһен алыусы Валентина Тисова.

Автор: Гульнара Аскарова
Читайте нас