Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Апрель 2025, 14:20

Юғарыға аҙымдар ышаныслы

Андрей Николаев һәм Ульяна Фидоренко Рәсәй чемпионатында миҙалдар яуланы.

Юғарыға аҙымдар ышаныслы
Юғарыға аҙымдар ышаныслы

Күптән түгел Саранскиҙа терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында йөҙөү дисциплинаһында Рәсәй Чемпионаты уҙҙы. Рәсәйҙең 38 төбәгенән һынау тотҡан 228 егет-ҡыҙҙар араһында Салауаттан - паралимпия чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Андрей Николаев һәм Рәсәй чемпионаттары призеры, Рәсәйҙең спорт мастеры Ульяна Фидоренко ҡатнашты. Улар икеһе лә - талантлы тренер Фәнил Кирәев тәрбиәләнеүселәре.


Рәсәйҙең терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылары ил буйынса иң көслөләре. Лидерҙар иҫәбендә Андрей Николаев, ул быны ике паралимпия уйындарында ла иҫбатланы. Был юлы яҡташыбыҙ Саранскиҙа 100 һәм 400 метр дистанцияларын ирекле стилдә йөҙөп ярышты. Бер аҙ борсолоп алырға ла сәбәптәр булды. Беренсенән, яурынын йәрәхәтләндереүе Андрейға йөҙөргә ҡамасауларға мөмкин ине. Икенсенән, чемпионат ҡыҫҡа арауыҡтағы бассейнда үтә, юлдарҙың оҙонлоғо 25 метр, ә был бер нисә боролоштар өҫтәп, йөҙөүгә үҙ төҙәтмәләрен индерә.


Һөҙөмтәләр буйынса Андрей ирекле стилдә 400 метр дистанцияла чемпионаттың бронза миҙалын яулай. Ә 100 метр дистанцияла ул икенсе һөҙөмтә күрһәтә: арауыҡты 1: 00.94 ваҡытта үтә (иң яҡшы һөҙөмтә 59.03). Әммә һөҙөмтәләр ваҡыт буйынса түгел, ә мәрәйҙәр буйынса бирелгәнлектән, Андрей был дистанцияла дүртенсе була.


Салауат йөҙөү мәктәбенең тағы бер йондоҙо Ульяна Фидоренко Башҡортостан йыйылма командаһы составында сығыш яһаны. Ирекле стилдә 4х100 м эстафетаһында бронза миҙал яуланы.


Ярыштар көҙгөһөн Сингапурҙа үтәсәк йөҙөү буйынса донъя чемпионатына һайлап алыуҙың беренсе этабы. Алда-яңы старттар, донъя чемпионаты миҙалдарына табан тәүге аҙымдарҙы Андрей Николаев һәм Ульяна Фидоренко бик ышаныслы яһаны!

Сөмбөл Шәйәхмәтова. 

Юғарыға аҙымдар ышаныслы
Юғарыға аҙымдар ышаныслы
Юғарыға аҙымдар ышаныслы
Юғарыға аҙымдар ышаныслы
Юғарыға аҙымдар ышаныслы
Автор:
Читайте нас