Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Февраль 2025, 14:00

Кәртәләр юҡ еңеүҙәргә

Һаңғырауҙар араһында үткән Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһында Салауаттан Сергей Антипин шахмат уйынында һынау тотто.

Кәртәләр юҡ еңеүҙәргә
Кәртәләр юҡ еңеүҙәргә

Яҡташыбыҙ шәхси зачетта ла, команда ярыштарында ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, биш көн барған ҡыҙыу көрәштә уңышлы сығыш яһап, бронза миҙал ала.


- Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтмен. Барлыҡ спортсылар квалификациялы шахматсылар, улар етдиәҙерләнеп килгән. Команда беренселегендә 5 партия уйнала, унда еңеүҙәр, еңелеүҙәр һәм тигеҙ иҫәп булды. Мәскәү лайыҡлы беренсе урынға сыҡты, улар барыһы ла Рәсәй йыйылма командаһына инә. Беҙҙең команданан Рәсәй йыйылма командаһында беҙҙең капитан Линат Шәйәхмәтов. Уның ярҙамында беҙҙең команда 3-сө урын алды, - ти Сергей Антипин.

Блиц буйынса шәхси беренселектә Сергей Антипин 32 урындың 16-сы баҫҡысында.


- Был да минең өсөн бикяҡшы күрһәткес. Аҙаҡҡы түгелмен, тимәк, өмөт бар тигән һүҙ. Киләһе ярыштарҙа тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтә күрһәтеү мөмкинлеге бар, - тип һөйләй шахматсы.


- Спартакиада - ул һәр спортсының карьераһында мөһим этап. Беренсенән, ул артабанғы үҫеш һәм үҙ- -үҙеңде камиллаштырыу өсөн дәрт бирә. Икенсенән, был
коллегалар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны, - ти һаңғырауҙар менән эшләү буйынса тренер Тимофей Подпорин.


Ул һаңғырауҙар спортын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм ҡаҙаныштары өсөн төбәк башлығынан Рәхмәт хатына лайыҡ була.


- Бүләкләү тураһындағы хәбәр көтөлмәгән булды. Төбәк башлығы Радий Хәбировтан хеҙмәтемде таныу минең өсөн ҙур хөрмәт. Бүләкләүҙән һуң егеттәр республика етәксеһе менән ҡул бирешкәс, бер- -нисә көн йыуынмай йөрө тип шаяртып та алды, - ти Тимофей Подпорин.


2016 йылдан, «Триумф» спорт мәктәбендә махсус бүлек асылғандан алып, Тимофей Юрьевич үҙен һаңғырау һәм насар ишетеүсе спортсылар менән эшләүгә бағышлай. Ярыштарҙа ойоштороусы булып сығыш яһай.


- Апрелдә ялан атышы буйынса республика һәм Беренселеген үткәрергә планлаштырам, унда перспективалы спортсыларҙы һайлап аласаҡмын. Майҙа беҙҙе Ҡазанда Рәсәй Чемпионаты һәм Беренселеге көтә. Һаңғырауҙар спорты буйынса республика йыйылма командаһының өлкән тренеры булараҡ, республикабыҙҙы
һәм тыуған ҡалабыҙ данын намыҫ менән яҡлау өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, - ти Тимофей Подпорин.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Автор, Сергей Антипин
фотоһы. 

Кәртәләр юҡ еңеүҙәргә
Кәртәләр юҡ еңеүҙәргә
Кәртәләр юҡ еңеүҙәргә
Кәртәләр юҡ еңеүҙәргә
Автор:
Читайте нас