Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2025, 17:50

Акробатика йондоҙсоҡтары

Ғинуар айының һуңғы көндәрендә Ырымбурҙа спорт акробатикаһы буйынса «Евразия йәшлеге» Бөтә Рәсәй ярыштары ойошторола. Был бәйгелә салауаттар уңышлы сығыш яһай.

Акробатика йондоҙсоҡтары
Акробатика йондоҙсоҡтары

«Лидер» спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүсе акробаттар бик күп наградалар алып ҡайта. Беҙҙең ҡаланың йәш егетҡыҙҙары илдең ун төбәгенән килгән 300-ҙән ашыу дәғүәсене уҙып китә. Беренсе урынды тәжрибәле остаз Петр Устимов әҙерләгән беренсе разрядлы дүрт егет яулай. Улар - Тимофей Мишарев, Роман һәм Юрий Стамовтар, Айҙар Мөхәмәтшин.


Икенсе урынды өлкәндәрҙең беренсе разрядында сығыш яһаған өс ҡыҙ ала. Команда составында - Арина Криваткина, Элина Халиҡова, Милена Моратшина.
Ярыштарға ҡыҙҙар тренерҙары Ирина Сюпова етәкселегендә әҙерләнә. Өс кешенән торған команданың ике категория буйынса еңеүҙәре бар.
Беренсе үҫмерҙәр разряды буйынса бронза призерҙары - Анна Ряхина, Ксения Исаева һәм Елизавета Суняйкина.


Уларҙың тренеры - Юлиә Скорнякова. Өсөнсө өлкәндәр Акробатика йондоҙсоҡтары Салауат акробаттары “Евразия йәшлеге» ярышынан бихисап наградалар менән ҡайтты.


Спорт разряды буйынса Арина Любенко, Анастасия Давыдова һәм Анна Максимова өсөнсө урынды яулай. Өлкәндәрҙең икенсе разряды буйынса сығыш яһаған Арина Горбунова, Валерия һәм Александр Карюгина ун өсөнсө урынды ала.


Сөмбөл ШӘЙӘХМӘТОВА.
Фото «Лидер» спорт
мәктәбенән

Автор:
Читайте нас