Сергей Антипин бала саҡтан шахматты яратып үҫә, башта уны уйнарға атаһы өйрәтһә, аҙаҡ шахмат түңәрәгенә йөрөй. Малайға ете йәш булғанда уның тормошо ҡырҡа үҙгәрә: Сергей баш һөйәген йәрәхәтләндереп, тулыһынса ишетеү һәләтен юғалта. Был осраҡта шахмат икенсе планға күсә. Шулай ҙа йылдар уҙғас, ул яратҡан уйынына кире ҡайта, дөрөҫөрәге һаңғырауҙар өсөн ойошторолған турнирға саҡырып алалар.
- Шахмат минең тормошома 30 йәшемдә ҡабаттан килеп инде, Роберт Фәхретдиновта шөғөлләнә башланым. Тиҙҙән мин был спорт уйыны ғына түгел, ә стратегик фекерләүҙе талап иткән ысын сәнғәт икәнен аңланым. Яйлап минең кимәлем яҡшыра барҙы, төрлө турнирҙарҙа ҡатнаштым, - тип һөйләй Сергей.
Ете йылдан һуң Сергейҙың бер ҡолағына кохлеар имплантация яһау мөмкинлеге барлыҡҡа килә.
- Мин башкөлләй операцияға әҙерләнә башланым, шуға күрә шахматты тағы ла бер тапҡыр ташлап торорға ҡарар иттем. 2011 йылда икенсе ҡолағыма ла кохлеар имплантация яһанылар. Мин был аппараттар аша ишетеү һәләтемде асҡан яңы 6 февралдән 16-һына тиклем Башҡортостанда һаңғырауҙар араһында ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса инвалидтарҙың һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең I Бөтә Рәсәй спартакиадаһы (16+) үтә. Шахмат турнирында республика исеменән сығыш яһаған командала - Салауаттан талантлы спортсы Сергей Антипин бар. Ярыштар башланыр алдынан уның менән осрашып, спартакиадаға нисек әҙерләнеүен белештек. мөмкинлектәрҙе үҙләштерҙем, шуға күрә 2023 йылға тиклем шахмат уйнаманым, - ти Сергей Антипин.
Әммә уның йөрәгендә шахмат мәңгегә үҙ урынын биләй, Сергей һуңғыь ике йыл рәттән Шевнин исемендәге мемориалда ҡатнашып, ярайһы шәп һөҙөмтәләр күрһәтә. Тап ошонда уны күреп ҡалып, Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй спартакиадаһына саҡырып алалар.
- Регламент буйынса, уйын барышында кохлеар импланттары йәки ишетеү ҡоролмалары булған спортсылар, тауышты ишетмәҫ өсөн, уларҙы һүндерә. Башта тиҙ уйнала торған блиц-партиянан башлайбыҙ. Артабан төп этапҡа күсәбеҙ, унда классик төр буйынса бер партияға 90 минут бирелә. Был һәр ҡатнашыусы көнөнә бер партия ғына уйнаясаҡ тигәнде аңлата, - тип һөйләй яҡташыбыҙ.
Ярыштарға әҙерлек ваҡытында Сергей шахмат буйынса спорт мастерына кандидат Ринат Атанғоловтан мөһим кәңәштәр ала.
- Сергей бер нисә аҙым алға хәрәкәттәрҙе иҫәпләй алмай, шуға күрә беҙ уның уйынының тап ошо аспекттарын нығытыуға иғтибар иттек. Әлбиттә, һәр спортсы ярыш шарттарында алға китешкә өлгәшә. Өфөлә спартакиадаға Мәскәү өлкәһенең һәм Санкт-Петербургтың күренекле шахматсылары йыйыла. Призер иҫәбенә инеү өсөн Сергейға ҙур көс һалырға кәрәк, - тип һөйләй Ринат.
Беҙ Сергей Антипиндың барыһы ла килеп сығырына ышанабыҙ! Бөгөнгө көндә ул шахмат буйынса беренсе разрядҡа эйә һәм ул яңы бейеклектәрҙе яуларға әҙер.
Сөмбөл Шәйәхмәтова.
Автор фотоһы.