Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Октябрь , 11:21

Кәртәләр юҡ сәмлеләргә

Ҡаланың “Алмаз” бассейнында инвалидтар араһында йөҙөү буйынса Олимпия чемпионы Вениамин Таянович призына традицион турнир уҙҙы. Унда илдең төрлө төбәктәренән спортсылар ҡатнашты.

Кәртәләр юҡ сәмлеләргә
Кәртәләр юҡ сәмлеләргә

Сараны тантаналы асыуҙа мәртәбәле ҡунаҡтар, шул иҫәптә Вениамин Таяновичтың үҙе лә бар ине.

- Ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем. Әгәр һөҙөмтәләр көтөлгәндәгенән түбәнерәк булһа, борсолорға кәрәкмәй, спорт миҙгеле башланып ҡына тора. Киләһе ярыштарҙа һеҙ мотлаҡ теләгегеҙгә ирешерһегеҙ, көндән-көн көслөрәк була барыуығыҙҙы иҫбат итерһегеҙ, - тип Вениамин Таянович спортсыларға теләктәрен еткерҙе һәм йыл да турнирҙы уҙғарған һәм һәр саҡ йылы ҡабул итеүҙәре өсөн “Алмаз” бассейнына рәхмәт белдерҙе.

- Беҙҙең балалар менән шөғөлләнгән тренерҙарға, педагогтарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Ярышта ҡатнашыусылар үҙ дистанцияларын еңел үтһен. Ата-әсәләр өсөн балалары һәр ваҡыт чемпион, еңеүсе. Беҙ һеҙгә ниндәй ҡаршылыҡтар менән осрашырға тура килеүен яҡшы аңлайбыҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ, - тине ҡаланың “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Елизавета Тормашева.
Вениамин Таянович Удмуртия республикаһы Ижевск ҡалаһынан Алена Щепинаға Рәсәйҙең спорт мастеры таныҡлығын тапшырҙы.

- Ҡыҙымды спортҡа һуңлабыраҡ, 14 йәштә алып килдем. Уға тиклем беҙ медицина реабилитацияһы менән шөғөлләндек. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул ныҡышмалылығы, тырышлығы менән юғары уңыштарға өлгәшә, беҙҙе шатландырып тора,- ти ҡыҙҙың әсәһе Наталья Щепина.

Аленаның наградалары бихисап. Үҙе әйтеүенсә, уға йөҙөү менән шөғөлләнеү оҡшай.
- Йөҙөүҙең һаулыҡ өсөн файҙаһы ҙур: бөтә мускулдар эшкә егелә, тән яҙыла, - ти ул.

Был спортсыларҙың сәмләнеп, иң яҡшыһы, иң алдынғыһы булыу өсөн бөтә тырышлығын һалыуы асыҡ сағылды. Көйәрмәндәре уларға көс өҫтәп, хуплап ултырҙы.
- Беҙ бөгөн ете спортсы алып килдек, уларҙың өсәүһенең терәк-хәрәкәт аппараты, өсәүһенең интеллекты һәм берәүһенең ишетеү һәләте зарарланған. Салауатта был ярыштарҙа әллә нисәмә йыл рәттән ҡатнашабыҙ, гел призлы урындар алып ҡайтабыҙ. Был юлы ла тәрбиәләнеүселәребеҙ яҡшы һөҙөмтә күрһәтер, тип ышанабыҙ. Ошондай ярыштарға сығыу балаларға үҙҙәрен ҙур йәмғиәттең бер өлөшө итеп тойорға мөмкинлек бирә, үҙбаһаһын күтәрә, - ти Магадан өлкәһенең адаптив йөҙөү буйынса йыйылма команда тренеры Ольша Шакулова.

Ярыштарҙың тәүге көндәге һөҙөмтәләре буйынса уҡ уларҙың тәрбиәләнеүселәре яҡшы күрһәткестәре менән шатландырҙы: спорт мастеры Арина Фәйзуллина ике алтын миҙал яулай, Яромир Ермоленок брасс дистанцияһында ике призлы урын ала, ә Иван Тарасенко 50 метр ирекле йөҙөүҙә бронза призеры була.
Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса, иң-иңдәр үҙҙәренең лайыҡлы наградаларын алды.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: