газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Октябрь , 10:05

Икенсе урын ил кимәлендә

Башҡортостандың йыйылма командаһы Кемеровала уҙған IX пенсионерҙар спартакиадаһы финалында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Икенсе урын ил кимәлендә
Икенсе урын ил кимәлендә

Беренселек өсөн ярышта беҙҙең илдең 74 субъектынан, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Эстониянан, Финляндиянан барлығы 700 кеше ҡатнаша.


Республика йыйылма командаһы составына иҫәбендә йөҙәрләгән спорт наградалары һәм кубоктарға эйә булған Салауат вәкиле Миңлегөл Янбаева инә. Спартакиадала ул дартс буйынса бәйгелә яҡшы итеп сығыш яһай һәм икенсе урын ала. Шулай уҡ команда ағзаһы Роза Идрисова шахматта - беренсе, Айҙар Искәндәров атыу ярышында өсөнсө урынға лайыҡ була.


Миңлегөл Янбаеваны ҡала һәм республика исеменән лайыҡлы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: