газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Сентябрь , 11:50

Тормошто яратығыҙ, ул да һеҙҙе яратыр

Беҙҙең яҡташ, Салауат егете Андрей Николаев 4 сентябрҙә Париждағы Паралимпия уйындарында 400 метрға ирекле йөҙөүҙә бронза миҙал яуланы. Алдағы Паралимпиадала ул алтын һәм көмөш миҙалдарға лайыҡ булғайны, хәҙер уның бронза миҙалы ла бар. Әммә спортсы бының менән туҡталып ҡалырға уйламай, ул тағы беренселекте яулау теләге менән яна. Әлбиттә, яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштары рух ныҡлығы, ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ менән донъя кимәлендәге спорт үрҙәренә менеү мөмкин булыуын иҫбат итә.

Тормошто яратығыҙ, ул да һеҙҙе яратыр
Тормошто яратығыҙ, ул да һеҙҙе яратыр

Андрей Николаев - ике тапҡыр донъя чемпионаты еңеүсеһе, бронза призеры, ике тапҡыр Европа чемпионаты еңеүсеһе һәм ике тапҡыр көмөш призер, терәк-хәрәкәт аппараттары зарарланған спортсылар араһында йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионатында күп тапҡырҙар еңеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, 2018 йылдан Рәсәй паралимпия йыйылма командаһында.


Әлбиттә, паралимпиаданың бронза призерын тыуған ҡалаһында йылы ҡаршы алдылар. Ҡала хакимиәтендә лә йылы осрашыу үтте - ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау спортсыны лайыҡлы уңыштары менән шәхсән ҡотланы.
- Ҡала, республика, ил һинең менән ғорурлана, һиңә «афарин» тип алҡышлай. Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Рәсәй, бөтә донъя кимәлендә ошондай Салауат егете булыуы хаҡында беләләр, беҙ һинең өсөн бик шат, - тине Артур Рундау.
Ул спортсыға рәхмәт хаты һәм эксклюзив бүләк - ҡала юбилейына сығарылған сәғәтте бүләк итте. Шулай уҡ рәхмәт хаты уның тренеры Фәнил Кирәйевҡа ла тапшырылды.
- Оло еңеүҙәргә ирешкән спортсы, уны әҙерләгән тренер менән ғорурланабыҙ. Был һөҙөмтәлә ҙур хеҙмәт ята. Һәр ваҡыт алға ынтыл һәм яңы уңыштар, ҡаҙаныштар теләйбеҙ, - тип теләне «Салаватинвест» йәмғиәте директоры Рөстәм Казаков.
Өҫтәл артына ултырғас, Андрей һәм уның тренеры сәй эсеү теләген белдерҙе.
- Мин үҙебеҙҙең ризыҡтарҙы һағындым, - тип билдәләп үтте шунда уҡ Андрей. - Унда башлыса макорон аҙыҡтары, балыҡ менән күркә ите тәмле, ҡалғандары беҙҙең өсөн ғәҙәти түгел.
Шулай уҡ сит илдә спортсының нисек адаптацияны, ярыштарҙың ниндәй шарттарҙа үтеүе, башҡа спортсыларҙың мөнәсәбәте һәм башҡалар тураһында әңгәмәләште осрашыуҙа ҡатнашыусылар.

Андрей Николаев - үрнәк алырлыҡ герой, ул үҙенең миҫалында хеҙмәт спортта ғына түгел, тормошта ла ҙур еңеүҙәргә алып килергә мөмкин икәнен иҫбат итә. Ҡала хакимиәтендәге осрашыуҙан һуң, Андрей Николаев беҙҙең менән редакцияла осрашырға риза булды һәм үҙенең тәьҫораттары, уйҙары менән бүлеште.


- Һуңғы паралимпиаданан һуң күп кенә ваҡыт үтте. Ошо арала ниндәй ваҡиғалар булды, ниндәй ярыштарҙа ҡатнаштың?
- Әллә ниндәй ҙур ярыштарҙа ҡатнашманым, шулай ҙа мин күнекмәләрҙе туҡтатманым. Шулай уҡ вузда уҡып сыҡтым һәм магистратураға индем.
- Паралимпия уйындарына әҙерлек нисек барҙы? Ярыштарҙа ҡатнашасағыҙҙы белә инегеҙме?
- Паралимпиадаға барабыҙмы-юҡмы, бер кем дә белмәне, ошо билдәһеҙлек арҡаһында бер аҙ борсолдоҡ, төшөнкөлөккә лә бирелдек.
- Парижда һеҙҙе нисек ҡаршы алдылар?
- Бик һәйбәт, барыһы ла изгелекле мөнәсәбәттә булды, асыҡ йөҙ күрһәтте, беҙҙе күреүҙәренә шат булыуҙарын әйтте. Хатта минең көнәркәштәрем, һинһеҙ ярышыу ҡыҙыҡ түгел, тип тә шаяртты.
Паралимпиада ваҡытында көндөң тәүге яртыһында полуфинал ярыштарында уҙыштыҡ, һуңынан финал үтте.
- Йөҙгәндә һеҙ ярышташтарығыҙҙы күрҙегеҙме?
- Күрергә тырыштым. Дистанция һуңында бына-бына беренсе булырмын кеүек ине, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә буйынса тик өсөнсөмөн. Һуңынан анализлағандан һуң, диагнозым арҡаһында, боролоштар насарыраҡ килеп сыға икәнен аңланыҡ.
(Әйткәндәй, яҡташыбыҙҙың ысынлап та икенсе, хатта беренсе булыу ихтималлығы бик юғары була, һөҙөмтә айырмаһы бик әҙ: финишта беренсе булып килгән Амадеонының күрһәткесе - 4.23,23, икенсе Максвелдыҡы - 4.23,90, ә беҙҙең Николаевтыҡы - 4.24,00).
- Һөҙөмтә менән ҡәнәғәтһегеҙме?
- Эйе. Тәүҙә өсөнсө булыуым арҡаһында ҡайғырҙым, шунан һөҙөмтәмдең яҡшы булыуын ҡабул иттем, ни тиһәң дә миҙалға лайыҡмын. Паралимпия уйындарына әҙерлек барҙы барыуын, әммә ҡатнашыу һорауы аныҡ ҡына хәл ителмәүе, алдан ниндәйҙер халыҡ-ара ярыштарҙа ла үҙебеҙҙе һынап ҡарай алмауыбыҙ рухи яҡтан әҙерәк һындырҙы.
- Иң беренсе булып кем ҡотланы?
- Әлбиттә, тренерым. Шулай уҡ репортерҙар, башҡа тренерҙар ҡотланы. Әммә беренсе булып килмәгәс, мин ҡәнәғәт түгел инем ул ваҡытта. Шулай ҙа мин төшөнкөлөккә бирелмәйем, киләһе уйындарҙа был мөмкинлекте ҡулдан ысҡырдырмаҫ өсөн барыһын да эшләйәсәкмен.
- Әйткәндәй, Андрей, паралимпиада ваҡытында һеҙҙең тыуған көнөгөҙ булды.
- Мин уны билдәләмәнем. Тыуған көнөмә ҙур мәғәнә бирмәйем, күптән инде уны ниндәйҙер байрам итеп ҡабул итмәйем. Бәлки был дөрөҫ тә түгелдер, әммә байрам тип тоймайым.
- Шәхси тормошоғоҙға ҡағылып, спорттан тыш, нимә менән мауығаһығыҙ, нимәләр хаҡында хыялланаһығыҙ?
- Хыялдарым ҙур, амбициоз һәм глобаль - донъяны яҡшыртыу, шул иҫәптә спорт кимәлен дә күтәреү. Беҙҙең илдә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр күп, уларҙы күрһәтергә, ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, улар көрәшә, хәрәкәтләнә, нимәгәлер ирешә, улар рухи яҡтан көслө кешеләр. Мин дә бер нисә тапҡыр спортты ташларға ынтылып ҡуйҙым, әммә үҙеңдә потенциалды күрергә һәм эшләргә кәрәк. Бер нимә лә эшләмәй, башҡаларҙан көнләшеп ултырыуға ҡарағанда, үҙ ғүмереңде нимәгәлер бағышлау, теләгәнеңә ирешеү күпкә яҡшыраҡ.
Мин тәбиғәттә ял итергә яратам, бигерәк тә шау-шыуҙан йыраҡҡараҡ китеп, кисен усаҡ янында утҡа ҡарап ултырыу, тәбиғәттәге тауыштарҙы тыңлау оҡшай - былар барыһы ла тынысландыра һәм яңы көс бирә. Беҙ барыбыҙ ҙа тәбиғәт балалары бит.
- Һеҙҙең уңыштарығыҙ, тәү сиратта, һеҙҙең тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Шулай ҙа спортсы булып китеүегеҙ, спортта бейеклектәргә менеүегеҙ өсөн кемгә рәхмәтлеһегеҙ.
- Иң беренсе, ата-әсәйемә, уларһыҙ мин әлеге егет булып формалаша алмаҫ инем. Әсәйем минең менән ныҡ шөғөллөнде, атайым да ярҙам итте. Мин 5 йәштән йөҙөү менән шөғөлләнәм, тәүҙә «Вега»ға, һуңынан «Алтын балыҡ» бассейндарына йөрөнөм. Әсәйем менән атайым мине спортсы булараҡ ҡына түгел, кеше булараҡ та тәрбиәләне, үҫешем өсөн ҙур көс һалды, уларға быларҙың барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Шулай уҡ тренерым Фәнил Хәлил улына рәхмәт. Ғөмүмән алғанда, минең ҡаҙаныштарҙа бик ҙур команданың өлөшө бар.
- Киләсәккә пландар ниндәй?
- Күптәр спорт карьераһын тамамлағас ҡайҙа бараһың, тип һорай, күптәр тренер булырға кәңәш итә. Тик мин әлегә тренер булам тип янмайым, йәштәрҙең спорт күнекмәләренә яуапһыҙ ҡарашы менән килешмәйем. Донъяны яҡшыртыу йүнәлешендә ниндәйҙер эштәр башҡарғы килә.
- Күсеп китеү теләге юҡмы?
- Эйе, ундай уйҙар ҙа керә, шулай ҙа Салауат ҡалаһын да күтәрергә кәрәк. Ҡалабыҙ бит һәйбәт, Ағиҙел буйын төҙөкләндерҙеләр, инфраструктура яҡшыра, производство киңәйә, яңы эш урындары барлыҡҡа килә, әммә кешеләр китә, был хәлде үҙгәртеү мөһим.
- Андрей, салауаттарға һеҙҙән теләктәр.
- Мин үҙем хыялланырға яратһам да, хыялдар менән генә йәшәү дөрөҫ түгел тиер инем. Уларҙы тормошҡа ашырырға ынтылырға кәрәк, бының өсөн дивандан тороп, эшкә тотонорға кәрәк. Шулай уҡ спорт менән шөғөлләнһендәр, был мейе эшмәкәрлегенә лә яҡшы тәьҫир итә. Кисен ла бер-ике сәғәткә булһа ла тышҡа сығып атлап йөрөп килһәң, әҙерәк хәрәкәттәр эшләһәң, организмығыҙ рәхмәт әйтер, йоҡлауға ла ыңғай йоғонто яһай. Шулай уҡ китаптар уҡығыҙ, мин әлегә электрон вариантта уҡыйым, әммә ҡағыҙ китапты ҡулға алып уҡыуға етмәй.
Һеҙҙең турала башҡалар нимә уйлар икән тип борсолмағыҙ бер ваҡытта ла, ул бит һеҙҙең тормош, уны һеҙ йәшәйһегеҙ, һәр кем тәү сиратта үҙе өсөн уҡый, эшләй, йәшәй. Яҡындарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән йышыраҡ осрашығыҙ, актив тормош алып барығыҙ, балаларығыҙҙы спортҡа ылыҡтырығыҙ, үҙегеҙ үрнәк күрһәтегеҙ, уларҙы көсләп түгел, ә ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап шөғөлдәр табығыҙ, баланың яратҡан мауығынан күҙе янып торорға тейеш.
Беҙҙең тормошта әҙерәк сағыулыҡ етмәй. Тормошто яратығыҙ һәм ул да һеҙҙе яратыр, тип әйтергә теләйем. Кешенең ҡулдары, аяҡтары, башы бар, йоҡонан яунды икән, ошо көнгә рәхмәтле булырға кәрәк. Яңы көнгә аяҡ баҫып, яныңда яҡындарыңды, яратҡан кешеләреңде күреү бәхет бит. Тормошто яратһағыҙ, ул һеҙҙең алда күберәк ишектәрен асыр.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: