Күптән түгел ҡаланың 60 йәштән уҙған әүҙем пенсионерҙары бергә йыйылды. Был юлы 196 оло кешегә спорт үҙәктәренә сертификаттар тапшырылды. Был бүләктәрҙе улар ГТО нормаларын тапшырғандары өсөн алды.
Ике йыл элек Михаил Артамонов 60 йәшен билдәләгән. Хәҙер ул үҙен һәм тиҫтерҙәрен оло йәштәге ир-егеттәр тип атай. Тик спорт менән дуҫ булып, уның менән әүҙем шөғөлләнеү ғәҙәте йылдар үтеү менән үҙгәрмәгән.
- Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух! Физкультура менән шөғөлләнгәндә лә, эштә лә етеҙерәк һәм һөҙөмтәлерәк булырһығыҙ, - тип йылмая Михаил Артамонов. - Бала саҡтан классик көрәш менән шөғөлләндем, хәҙер ул грек-
рим көрәше. Әрмелә, унан һуң да көрәш, гер спорты, йүгереү, саңғыны ташламаным. Хәҙер спорт менән шөғөлләнәм тип әйтеп булмай, әммә физкультура менән дуҫмын. Мин үҙем кеүек оло йәштәге ир-егеттәр менән хоккей уйнайым.
Иван Александрович Иванов һәм Михаил Артамонов - быйыл ГТО нормаларын тапшырған 196 көмөш йәштәге салауаттар араһында икәү генә. Өлкән йәштәге ҡала халҡының әүҙемлеген билдәләү, уларҙың дәрттәрен арттырып ебәреү өсөн ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы икенсе йыл рәттән 60-ты үткәндәр араһында бронза, көмөш һәм алтын ГТО билдәләре эйәләренә 10 мең һумлыҡ сертификаттар тапшыра.
- Был сертификат буйынса улар ҡалабыҙҙағы аккредитацияланған спорт үҙәктәренә һәм бассейндарға йөрөй ала, - тип аңлатма бирә физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Андрей Прокопов. - Был программанытормошҡа ашырыу өсөн беҙҙә өс спорт үҙәге бар, сертификат хужалары уларҙа спорт менән шөғөлләнә ала. Бынан тыш, быйылдан физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сертификаттар биреү тәртибенә өҫтәмәләр индерелде. Хәҙер 2024 йылда ГТО нормативтарын үтәгән 18 йәшкә тиклемге һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән егеттәр һәм ҡыҙҙар 2025 йылда сертификаттар алыу хоҡуғына эйә.
Иван Александрович Иванов та шундай уҡ үҙем пенсионерҙарҙың береһе. Киләһе йылда ул 90 йәшен билдәләй. Иван Александрович ғүмер буйы бер урында - 18-се комбинатта эшләй, һуңынан ул «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, ә аҙаҡ «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте итеп үҙгәртелә. Тыуған предприятиеһына тоғро булған кеүек, Иван Александрович спорт һәм сәләмәт тормошто бер ваҡытта ла ташламаған. Ул ғүмер буйы еңел атлетика менән мауыға, йүгереүгә булған һөйөүе лә уға ГТО нормаларын тапшырырға ярҙам итә.
- Нормативтарҙы тапшырыу еңелдән булманы, әммә мин үҙемә бассейнға сертификат алырға тип маҡсат ҡуйҙым һәм уны тырышып үтәп сыҡтым, - тип һөйләй был проектың иң өлкән ҡатнашыусыһы.
ГТО (хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек) - ул физик әҙерлек программаһы. Уның маҡсаты - кешеләрҙең сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу, балаларға патриотик тәрбиә биреү, йәш быуынды хеҙмәткә һәм Ватанды һаҡлауға әҙерләү булып тора. 6 йәштән 70 йәшкә тиклемге граждандар үҙ ихтыярҙары буйынса ГТО тапшыра ала. Комплекс 11 баҫҡыстан тора. Нормативтар, һынауҙар һаны кешенең енесенә һәм йәшенә лә ҡарап үҙгәрә.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Ольга ИСАКОВА фотоһы.