Шахмат - аҡыл көсө, зирәклек талап иткән боронғо уйындарҙың береһе. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, әлегә көнгә тиклем ул популярлығын юғалтмаған һәм күптән халыҡ ара спорт төрө тип танылған.
5 августан 12-һенә тиклем баш ҡалабыҙ Өфөлә шахмат буйынса Башҡортостан Республикаһы беренселеге уҙҙы. Унда Салауат ҡалаһынан да был спорт төрөн үҙ иткән егет-ҡыҙҙар ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы, яҡташтарыбыҙ унда тик яҡшы күрһәткестәр менән сығыш яһай.
13 йәшлек Самира Ишкинина ҡыҙҙар төркөмөндә блиц һәм рапид номинацияларында республика чемпионы була. Ә классик шахматта ҡыҙ 2-се урынды яулай. 13 йәшкә тиклемге малайҙар араһында Виталий
Яковлев рапид төркөмөндә шулай уҡ республика чемпионы исеменә лайыҡ тип таныла. Блиц һәм классик шахматта малай икенсе урынды биләй. 17 йәшкә тиклемгеләр төркөмөндә Дмитрий Пермяков рапид номинацияһында 2-се почетлы урын яулай.
Был ярыштар ноябрҙә Һамар өлкәһендә үтәсәк Волга буйы федераль округы беренселегенә һайлап алыу этабы булып тора. Бында ла яҡташтарыбыҙ һынатмай, яулаған беренселектәрен бирмәҫ тип ышанып
ҡалабыҙ. Әлегә егет-ҡыҙҙар мәж килеп был уйындарға әҙерләнә башлаған. Ошондай талантлы спортсылар менән беҙҙең ҡала ғорурлана ала.
Гөлиә НУРИМАНОВА.