Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Август , 16:35

Салауатта спорт үҫешенә ҙур иғтибар бүленә

Салауаттың спорт объекттары күп тапҡырҙар бөтә Рәсәй, республика һәм ҡала кимәлендәге ярыштар уҙғарыу майҙансығы булды. Бының өсөн ҡалала бик һәйбәт инфраструктура булдырылған һәм быны Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән мәртәбәле ҡунаҡтар һәм спортсылар һәр ваҡыт билдәләп үтә. Ҡаланың да олоһо ла, кесеһе лә төрлө спорт төрҙәрен үҙ итә, саңғы, төньяҡ йөрөш, хоккей, футбол, волейбол, баскетбол, йөҙөү һәм башҡа яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнә, уңыштарға ла ирешә.

Салауатта спорт үҫешенә ҙур иғтибар бүленә
Салауатта спорт үҫешенә ҙур иғтибар бүленә

Геройҙар уҙышы
Салауаттарҙың «Патриот» хәрби-патриотик паркында йыл да уҙғарылыусы «Геройҙар уҙышы»нда ҡатнашыуы тәүгә түгел. 2022 йылдың авгусында унда еңеү өсөн муниципаль хеҙмәткәрҙәр көрәште. 2023 йылдың октябрендә ярыштарҙа Салауат педагогтары ҡатнашты. Ә бына быйыл августа сыҙамлыҡ, етеҙлек, ихтыяр көсө һынауҙарын ҡалабыҙҙың «Батырҙар»ы: Антон Панков, Алик Хабибуллин, Никита Саенко, Илдар Хәсәнов, Рәфис Рафиҡов һәм Леонид Букотин үтә.
Был юлы ярыштар Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн байрам итеүгә арналғайны. Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, Салауат командаһы лайыҡлы сығыш яһап ҡына ҡалмай, ҡаршылыҡтарҙы үтеп, берҙәмлек, рух ныҡлығын күрһәтә.
- Трассаны үтеүҙән бик күп тәьҫораттар алдыҡ, - ти Никита Саенко. - Мин йүгереү менән профессиональ шөғөлләнәм, әммә бында төрлө ҡаршылыҡтарҙы, етмәһә ямғырҙан һуң үтергә тура килде. Шулай ҙа беҙ барыһын да үттек һәм киләһе йылда был ярышта рекорд ҡуйыр өсөн артабан да яҡшы әҙерләнергә тип уйлайбыҙ.
- Геройҙар уҙышы - хәрби хәрәкәт элементтары менән ҡаршылыҡ һыҙаты буйынса күмәкләп үтеү. Ҡатнашыусылар Рәсәй армияһының махсус бүлексәләре күнекмәләре өсөн әҙерләнгән трассаларҙы уҙа, үҙҙәрен сыҙамлыҡҡа һынай, фекерҙәштәре менән аралаша, ыңғай тәьҫораттар ала, - тип бүлешә Алик Хәбибуллин.
Әйткәндәй, 2024 йылдың февралендә Елена һәм Алик Хәбибуллиндар ҡыҙҙары Арина һәм улдары Артем менән «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында «Йәш ғаилә» номинацияһында еңеүсе була.
- Дистанцияла команда берҙәм хәрәкәт итте, бер-береһенә ярҙам итте һәм иң ҡатмарлы ҡаршылыҡтар алдында ла туҡталып ҡалманы, - тип бүлеште спорт акробатикаһы буйынса бөтә Рәсәй чемпионаттары һәм беренселектәре еңеүсеһе Антон Панков. Ул әлеге ваҡытта Салауатта ГТО тестлау үҙәгендә хеҙмәт итә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй комплексы уңышлы тормошҡа ашырыла. Төрлө йәштәге салауаттар унда рәхәтләнеп ҡатнаша, йылдан-йыл нормативтарҙы тапшырырға теләүселәр һаны арта. Салауаттар өсөн 88 йәшлек Иван Иванов үрнәк булып тора, ул тестлау үҙәгенә килеп, ГТО нормаларын бик һәйбәт итеп тапшыра, хатта көмөш миҙал да ала. Антон Панков әйтеүенсә, Иван Александрович спорт яғынан әҙерлекле, ул элек еңел атлетика менән шөғөлләнгән, ярыштарҙа ҡатнашҡан һәм призлы урындар яулаған, хәҙер ҙә актив тормош рәүеше алып бара.
Әйткәндәй, Салауатта бер нисә тапҡыр ҡала мәктәптәре араһында ГТО буйынса Ҡышҡы фестиваль уҙҙы. Уҡыу учреждениеларында нормативтар тапшырыу ғәҙәти күренеш. Балалар унда ҡатнашып, үҙҙәренең иң яҡшы физик мөмкинлектәрен күрһәтергә тырыша. Бынан тыш, ГТО билдәһе юғары уҡыу йортона ингәндә кәрәкле, ул өҫтәмә балдар бирә.
Уҙыштарға әйләнеп ҡайтҡанда, Салауат «Батырҙары» ярыштарға бик етди әҙерләнә.
- «Геройҙар уҙышы» - ул спорт, команда һәм үҙ-үҙеңде еңеү генә түгел, шулай уҡ бөтә ҡала халҡы өсөн илһам, иҫтәлекле көндө лә спортҡа һәм сәләмәт тормош рәүешенә урын барлығына күрһәткес булып тора, - ти Антон Панков. - Ошо уҡ составта 2025 йылда ла ҡатнашырға планлаштырабыҙ. Ярыштан ҡайтҡанда стратегияны уйланыҡ, хәҙер һәр ҡайһыбыҙ шәхси план буйынса киләһе ярыштарға әҙерләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, спорт һәм хәрби бүлектәр менән «Патриот» паркы 2021 йылда төбәк башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән төҙөлә. Паркта төп урындарҙың береһен «Геройҙар уҙышы» алырға тейеш була. Ике йыл эсендә объект ҡалҡып сыға.Шул ваҡыттан алып беҙҙең территориялағы «Геройҙар уҙышы» Рәсәйҙәге иң көслөһө һәм оҙоно булып иҫәпләнә.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, уҙыш ҡаршылыҡтары үҙенсәлекле: һыу ҡаршылыҡтары, юғары стеналар, ҡыйыш ҡоймалар, сәнскеле тимерсыбыҡтар, ер аҫты тоннелдәре, арҡандар, траншеялар, хәрби хәрәкәт имитациялары. Һис һүҙһеҙ, ярыштар өсөн лайыҡлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырылған.
- Беҙҙең «Патриот» паркында әсәйҙәрҙең, атайҙарҙың, бәләкәй балаларҙың матур йөҙҙәрен күреү ҡыуаныслы. Барыһы ла яҡшы кәйеф менән үҙҙәренекеләр өсөн көйөргә килгән. Минең ҡарашҡа, ысын ғаилә тормошо шулай булырға тейеш тә. Өйҙә ултырыу түгел, ә бергәләп ярыштарға, тәбиғәткә барыу, - тине «Геройҙар уҙышы»н асҡанда республика башлығы Радий Хәбиров. - Спортта милли идея булыуы мөһим. Беҙҙең республикала ошондай матур тарих барлыҡҡа килеүенә күңел шатлана.

Бик яҡшы майҙансыҡ
Башҡортостанда йыл һайын 16 000 спорт тантаналары уҙғарыла, уларҙа 800 000 ашыу кеше ҡатнаша. Улар араһында комплекслы спартакиадалар ҙа, фестивалдәр ҙә, универсиадалар ҙа, тармаҡ байрамдарына һәм иҫтәлекле даталарға арналған саралар - Спорт декадаһы, Ҡышҡы спорт төрҙәре көнө, Рәсәй саңғы юлы, Олимпия көнө, Физкультурниктар көнө, Милләттәр кросы, Йәйәү йөрөү көнө һәм башҡалар.
Салауат, кешеләр фекеренсә, спорт ҡалаһы. Бында бик күп спорт мәктәптәре һәм төрлө спорт объекттары эшләй һәм унда ололар ҙа, балалар ҙа күңел биреп шөғөлләнә һәм спорт өлкәһендә яңынан-яңы үрҙәр яулай. Йыш ҡына беҙҙең ҡала республика һәм бөтә Рәсәй кимәлдәге ярыштар үткәреү майҙансығына әүерелә. Һуңғы сағыу ваҡиғаларҙың береһе - «Нефтехимик» спорт һарайында IX Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһы - 2024 сараһын тантаналы асыу.
Унда абруйлы ҡунаҡ Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов ҡатнашты. Үҙенең сығышы ваҡтында ул Салауат Башҡортостандың төп спорт муниципалитеттары тип билдәләне. Тап беҙҙең Салауат Рәсәй студенттары спортының баш ҡалаһы булды.
- Универсиаданы тап Салауатта асабыҙ. Ни өсөн? Беренсенән, бында бик һәйбәт инфраструктура булдырылған. Икенсенән, Салауат - үҙе спорт ҡалаһы. Өсөнсөнән, үҙ ваҡытында көрәш буйынса ярышта илебеҙҙең буласаҡ президенты Владимир Путин ҡатнашҡан, - тине Руслан Хәбибов.
Универсиаданы ябыу тантанаһы 26 июлдә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтте. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
- Башҡортостанда универсиада уҙғарыу - оло ғорурлыҡ һәм ҙур яуаплылыҡ. Ярышта ҡатнашыусылар үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын күрһәтә алһын өсөн һәйбәт шарттар булдырырға тырыштыҡ. Рәсәйҙең Спорт министрлығы менән республикала тағы ла күп сағыу ярыштар ойошторорбоҙ, - тине ул.
Универсиадала дүрт республика вузы студенттары ҡатнаша. Улар биш алтын, ете көмөш һәм 12 бронза миҙал яулай.
Салауатта булған тағы ла бер мөһим сара - «Нефтехимик» спорт һарайында 15 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында баскетбол буйынса Волгу буйы федераль округы беренселеге, унда мәртәбәле ҡунаҡ булып Олимпия уйындарының бронза призеры Наталья Водопьянова ҡатнашты. Ул ваҡытта билдәле баскетболсы ҡала спортсыларының әҙерлек кимәлен баһаланы, шулай уҡ беҙҙең ҡалала күләмле ярыштарҙы ойоштороу тураһында тәьҫораттары менән бүлеште.
- Салауатта баскетболды һәм башҡа спорт төрҙәрен үҫтереүҙә перспективалар бар, - тине ул. - Ҡалала бының өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ярыштарҙы ойоштороу юғары кимәлдә, спорт объекттары шатландыра һәм һоҡландыра. Спорт һарайы айырым иғтибарға лайыҡ. Мин беренсе тапҡыр ике ҙур баскетбол майҙасығы менән объектты күрәм, бынан тыш, бында төрлө секциялар ҙа күп, бик лайыҡлы объект. Етәкселеккә беҙҙең ярыштарҙың төрлө этаптарын ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт, был бик мөһим.

Республиканың велосипедлы ҡалаһы
Салауаттар йыл һайын «1 000 велосипедсы көнө»н түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Был спорт сараһында бик күптәр ҡатнашырға ынтыла, хатта күрше төбәктәрҙән дә киләләр.
Күҙ алдына ғына килтерегеҙ әле, үҙегеҙ кеүек үк велосипед тип йән атҡан кешеләр менән ҡала буйлап йөрөп уҙыуы ни тора, етмәһә, махсу рәүештә автомобиль юлдарын да ябалар һәм төп урамдарҙан велосипедсылар елеп уҙа.
Ҡала халҡы фекеренсә, был спорт байрамы ғына түгел, шулай уҡ ғаилә, сәләмәт тормош рәүеше байрамы. Велосипедта йөрөргә яратыусы Салауат ғаиләләренең береһе - Екатерина һәм Максим Сусловтар. Улар велосипедтар миҙгелен көтөп ала. Ошо миҙгелдә уларға ҡала буйлап ҡына велосипедта йөрөү түгел, шулай уҡ төрлө ярыштарҙа ҡатнашыу, хатта эшкә экологик яҡтан таҙа транспортта йөрөү мөмкинлеге асыла.
Айҙар һәм Маргарита Сакалаукас шулай уҡ тормоштарын велосипедһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Йәштәр үҙҙәренең дуҫтары менән велоуҙышта ғына ҡатнашып ҡалмай, республика буйлап оҙон сәйәхәттәргә лә сыға.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: