Нефтекама ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы пенсионерҙарының IX спартакиадаһы тамамланды. Сара «Спорт - тормош нормаһы» федераль проектты тормошҡа ашырыу һәм «Оло быуы» проектына ярҙам сиктәрендә уҙа.
Өс көн дауамында бөтә Башҡортостандан йыйылған 25 команда дартс, ГТО комплексы, өҫтәл теннисы, йөҙөү, электрон атыу, ҡатнаш эстафета кеүек спорт дисциплиналарында үҙ көстәрен һынай.
Салауат ҡалаһы командаһы йылдағыса был спартакиадала һынатмай, физик яҡтан әҙерлекле булыуын иҫбатлай, хаҡлы ялдағы ҡалабыҙ спортсылары шәхси беренселектә лә, команда беренселегендә лә призлы урындар ала.
Шулай, шәхси беренселектә йөҙөүҙә һәм атыуҙа Василий Абраменко беренсе урынды яулай. Светлана Звездкина йөҙөү буйынса ярышта икенсе булып килә. Өҫтәл теннисы буйынса бәйгелә Салауат командаһы вәкилдәре Виктор Демьянов - икенсе урын алһа, Ольга Кәримова өсөнсө урында. 70 йәштән олораҡтар араһында 1 000 метрға йүгереүҙә Рифат Богданов беренселеккә сыға. 70 йәшкә тиклемге пенсионерҙар араһында йүгереү буйынса ярышта Фәйрүзә Богданова өсөнсө урынды яулай.
Шулай уҡ шәхси беренселектә Радик Фәхретдинов 50 метрға йөҙөүҙә иң яҡшы күрһәткес - 33, 30 секунд менән рекорд ҡуя.
Салауаттарҙың команда беренселегендәге сығыштары ла лайыҡлы: дартста икенсе, ҡатнаш эстафетала өсөнсө һәм ГТО комплексы буйынса дүртенсе урындар.
- Салауат ҡалаһының йыйылма командаһын Башҡортостан пенсионерҙарының туғыҙынсы спартакиадаһында уңышлы сығыш яһауы менән ҡотлайбыҙ. Физик культура һәм спорт идаралығына ярышта ҡатнашыуға әҙерлектәге ярҙамы өсөн рәхмәт, - ти команда ағзаһы Миңлегөл Янбаева.
Был ярыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың йыйылма командаһы төҙөлә һәм ул Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһында республика исеменән сығыш яһай. Ул быйыл сентябрҙә Кемерово ҡалаһында уҙасаҡ.