газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Июнь , 16:30

Универсиада - беҙҙең ҡалала

16 июндә «Нефтехимик» спорт һарайында IX Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһын асыу тантанаһы үтте. Сараның почетлы ҡунағы булып Башҡортостан Республикаһының спорт министры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Руслан Хәбибов килде.

Универсиада - беҙҙең ҡалала
Универсиада - беҙҙең ҡалала

Байрам тантанаһы Рәсәй Федерацияһының спорт министры Михаил Дегтяревтың быйыл йәй төбәк биләмәһендә, шул иҫәптә Салауатта уҙған универсиада ҡатнашыусыларына видеомөрәжәғәтенән башланды:
«Ҡәҙерле дуҫтар, туғыҙынсы Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһы Башҡортостан Республикаһында ҡатнашыусыларҙы, ойоштороусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы йыя. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, студенттар спорты дәүләт йәштәр сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ул хаҡлы рәүештә милли йыйылма командаларының резервтарын формалаштырыуҙың мөһим өлөшө булып һанала. Быйыл универсиадала студенттар 14 спорт төрө буйынса өсөн көрәшә. Универсиаданың популярлығы студенттар араһында күп кенә егеттәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың үҙ тормошон спортһыҙ күҙ алдына ла килтермәүен дәлилләнә. Тап студент йылдарында өлгөргән һәм сәләмәт шәхестең нигеҙе булыусы тормош ҡараштары һәм принциптары формалаша. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, иман, өмөт һәм мөхәббәт теләйем. Рәсәйгә һәм спортҡа һөйөү беҙҙе берләштереп тора".
Тантанала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән спортсылар һәм тренерҙар ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Дмитрий Силин етәкләгән «Ағиҙел» халыҡ ансамбле бейеүселәренең сығышы бөтә ҡатнашыусыларға сағыу тәьҫораттар, дәрт һәм илһам бүләк итте. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов уларҙың сығышынан һуң, «Афарин!», тине.
Быйыл Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһы республиканың өс муниципалитетында үтә. Салауат гандбол, шахмат, волейбол һәм өҫтәл теннисы буйынса ярыштарҙы ҡабул итә. Ярыштарҙа 200-ҙән ашыу спортсы көс һынаша. Рәсәйҙең 13 төбәгенән һигеҙ ир-егеттәр һәм дүрт ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ҡатнаша.
Руслан Хәбибов универсиадала ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм төбәктең спорт берләшмәһе исеменән мөрәжәғәт итте: - Бөгөн мөһим спорт байрамын ҡабул итеп, Салауат, һис шикһеҙ, илебеҙҙең студенттар спортының баш ҡалаһы булды! Башҡортостан Республикаһы тарихында тәүге тапҡыр 14 спорт төрө буйынса ярыштарҙы башлайбыҙ. Улар төбәктең өс муниципалитетында үтәсәк. Универсиаданы Салауатта асабыҙ. Ни өсөн? Беренсенән, бында бик яҡшы инфраструктура булдырылған. Икенсенән, Салауат - үҙе спорт ҡалаһы. Өсөнсөнән, үҙ ваҡытында бында илдең буласаҡ Президенты Владимир Путиндың көрәш буйынса ярыштарҙа ҡатнашҡанын оноторға ярамай. «Газпром нефтехим Салауат» компанияһына Салауатта республикала ғына түгел, илдә лә иң юғары кимәлдәге ярыштар үткәрергә мөмкинлек биргән ҙур, матур, иң яҡшы спорт объекттары булдырыуы өсөн рәхмәт белдерәм. Ҡала хакимиәтенә һәм шәхсән хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундауға һеҙҙең етәкселек аҫтында универсиаданы яҡшы ойошторолғаны өсөн рәхмәт белдерәм. Бөгөн Салауат-республикабыҙҙың төп спорт муниципалитеттарының береһе. Һәр ваҡыт шулай булыр, тип ышанам. Байрам менән, дуҫтар! Хәйерле юлға. Алға!
Һуңынан Руслан Хәбибов Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының ведомство наградаларын тапшырҙы. Уларҙы биш яҡташыбыҙ алып ҡыуанды. Почет грамоталарына Салауат ҡалаһының мотоцикл спорты ветераны, СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры Владимир Кононович һәм «Снайпер» спорт сараларын үткәреү буйынса үҙәктең дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары Геннадий Бережной лайыҡ булды.
Рәхмәт хаттары менән ҡала хакимиәте (награданы Артур Рундау алды), «Триумф» спорт мәктәбенең адаптив физик культура буйынса тренеры Николай Кибиткин, «Снайпер» спорт сараларын үткәреү үҙәгенең физик культура һәм спорт буйынса белгесе Фәнис Вәлиев билдәләнде.
Руслан Хәбибов 2024 йылда спорт акробатикаһы буйынса «Рәсәйҙең спорт Мастеры» исемен алған спортсыларға билдәләр һәм танытмалар тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында: Даниил Абдуллин, Дмитрий Мясников, Анна Таносова, Аделина Ишмакова, Айлина Ғәлиева. Владимир Ефимовтың наградаһын министр ҡулынан спортсының әсәйе Ирина Анатольевна ҡабул итә.
Тантанала биш салауат егете «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексының алтын билдәһенә лайыҡ булды. Оҙаҡ көткән награданы Лаура Вәлиева, Виктория Кобелькова, Алексей Давыдов, Леонид Букотин һәм Петр Устимов алды.
- Салауат-спорт ҡалаһы. Был беҙҙең девиз! Салауат ерендәге бөтә спортсыларҙы һәм уларҙың тренерҙарын сәләмләүемә шатмын. Был ярыштар дуҫлыҡ һәм еңеүгә ынтылыш лозунгыһы аҫтында үтер, тип ышанам. Барыһы ла килеп сығасаҡ! Бөтә ҡала исеменән ҙур рәхмәт, - тине универсиаданы асыу тантанаһында Артур Рундау, һуңынан салауаттарға лайыҡлы наградалар тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһының Почет грамотаһын Салауат хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Передунов алды.
Ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары - «Лидер» спорт мәктәбенең спорт көрәше буйынса тренер — уҡытыусыһы Салауат Исхаҡов, 21-се мәктәптең физик культура уҡытыусыһы, «Спорт көрәше – мәктәптә» төбәк проектында ҡатнашыусы Илдар Ильясов, уҡыу-методика үҙәге методисы Ирина Руденко һәм физик культура һәм спорт идаралығы инструктор-методисы Антон Панковҡа бирелде.
Туғыҙынсы Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһы дәүләт гимндары башҡарылғандан һуң асыҡ тип иғлан ителде. Халыҡ - ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Марина Матвеева - Рәсәй Федерацияһы гимнын, ә Башҡортостан Республикаһы гимнын Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ғафуан Фәйзуллин башҡарҙы.
Универсиаданы асыу тантанаһында Салауаттың «Лидер» спорт мәктәбе акробаттарының сығышы ысын мәғәнәһендә һоҡланыу уятты. Был спортсылар, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүсе һәм призер булып тора. Уларға яңы үрҙәргә күтәрелергә тәжрибәле педагог – тренерҙары Петр Устимов һәм Ирина Сюпова ярҙам итә. Зал йәш таланттарҙы көслө алҡыштарға күмде!
Туғыҙынсы Бөтә Рәсәй йәйге универсиадаһын ябыу тантанаһы июль аҙағында Өфөлә үтәсәк. Спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
Авторы: Гөлиә Нуриманова.
Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: