Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Июнь , 09:25

Дәүләттең төп ҡиммәте - сәләмәт милләт

«1000 велосипедсы көнө» - ул Салауат ҡалаһының барлыҡ спорт һөйөүселәрен берләштереүсе байрам. Йылына бер тапҡыр автомобиль йөрөй торған юлдарҙан экологик яҡтан таҙа булған һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаган ике тәгәрмәсле «тимер аттар»ҙа елдерә салауаттар. Велоуҙыш Рәсәй көнөнә һәм быйыл иғлан ителгән Ғаилә йылына арналды, шуға күрә лә күптәр был сараға ғаиләләре менән килде һәм Тыуған илгә һөйөү һәм хөрмәтен белдереп үҙҙәре менән Рәсәй флагы алып сыҡҡайны.

Дәүләттең төп ҡиммәте - сәләмәт милләт
Дәүләттең төп ҡиммәте - сәләмәт милләт

Велопарадҡа старт бирелер алдынан акцияла ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау сәләмләне:
- Беренсенән, оло һәм әһәмиәтле байрам - Рәсәй көнө менән ҡотлайым. Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет һәм илебеҙҙең сәскә атыуын теләйем. Икенсенән, Рәсәй көнөнә бағышланған велоуҙышта ихлас сәләмләйем. Велосипедта рәхәтләнеп йөрөп уҙығыҙ, күңелле ял итегеҙ. Барыбыҙға ла күтәренке кәйеф!
Башҡортостан Республикаһының «Велосипедсылар берләшмәһе» төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Егор Лукша ике тәгәрмәсле транспорттарҙың ҡыңғырауҙарының тауышын тикшереп ҡарарға тәҡдим итте.
- Велоколонна менән барғанда ошолай ҡыңғырауҙарҙы тауыштарын ишеттереп, барыһына ла бөгөн Рәсәй көнө һәм Салауатта велоуҙыш үтеүе тураһында иҫкәртәйек. Бындай акцияларҙы уҙғарыуҙа республика башлығы, Спорт министрлығы, ҡала хакимиәттәре һәм президент гранттары ярҙам итә. Был спорт ҡына түгел, шулай уҡ ғаилә, сәләмәт тормош рәүеше байрамы, - тине ул үҙенең сығышында.
- Бөгөн Салауат «1000 велосипедсы көнө» республика акцияһына ҡушылды. Ул беҙҙең ҡалала беренсегә уҙғарылмай, традиционға әүерелде. Маршрут та билдәле, сараны ойоштороуҙа полиция, физик культура һәм спорт идаралығы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә. Әлеге ваҡытҡа 400-ләп кеше теркәлгән, стартҡа тиклем тағы ла күберәк йыйылырҙар, тип уйлайым һәм алты километр юлды беҙ берҙәм генә уҙырға тейешбеҙ, - тине физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Андрей Прокопов.
Һуңынан билдәле булыуынса, уҙышға барлығы 730 кеше сыға.
Сараның тантаналы өлөшөнән һуң, велосипедсылар колоннаға теҙелде. Улар араһында профессиональ спорт менән шөғөлләнеүселәр ҙә, актив тормош рәүешен үҙ итеүселәр ҙә, ике тәгәрмәсле «тимер аттар»ҙа яңы йөрөргә өйрәнгән балалар ҙа бар ине. Старт бирелгәс йөҙөрләгән салауаттар билдәләнгән маршрут һәм тиҙлек менән ҡала урамдары буйлап юлланды. Улар Беренсе май, Ленин, Калинин, Губкин урамдарынан үтеп Ағиҙел буйында уҙышты тамамланы. Әлбиттә, был велопарад унда ҡатнашыусыларға ла, шаһиттарға ла тик ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.
Ева Мостафина менән Әминә Фәйрузова төрлө мәктәптәрҙә уҡыһалар ҙа, триаотлонда шөғөлләнә башлағас, иң яҡын әхирәттәргә әйләнгән.
- Беҙгә велоспорт менән шөғөлләнеү, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып еңеү оҡшай. Республика, хатта Рәсәй кимәлендә яулаған уңыштарыбыҙ бар. Бөгөн дә велосипедта йөрөү бик яҡшы шөғөл, тип кешеләргә еткермәксебеҙ, - ти ҡыҙҙар.
Сусловтар күптән инде экологик яҡтан таҙа транспортта йөрөүгә өҫтөнлөк биргән. Ғаилә башлығы Максим комбинатҡа 12 км арауыҡты ярты сәғәттә уҙһа, уның тормош иптәше Екатерина ла «Cалауатинвест» йәмғиәтенә эшкә сәпиттә йөрөй. Бынан тыш, улар балалары Александр менән Сергейҙа ла был шөғөлгә һөйөү тәрбиәләй.
- Беҙ күп йылдар дауамында велосипедта йөрөйбөҙ, шулай уҡ төрлө ҡалаларҙағы велепарадтарҙа ҡатнашабыҙ. Өфөлә, Ырымбурҙа, Стәрлетамаҡта, быйыл Ишембайҙа булдыҡ. Һәр төрлө ерҙә йөрөү ҡыҙыҡлы, бөтә велосипед һөйөүселәр берләшә, беҙҙең өсөн ҡаланың төп урамдары ябыла, барыһы ла сигнал бирә, ҡул болғай - быларҙың барыһы айырым бер мөхит тыуҙыра, әйтеп бирә алмаҫлыҡ хис-тойғолар бүләк итә. Ғөмүмән, беҙ экологик яҡтан таҙа транспортта йөрөү яҡлы, - ти Сусловтар ғаиләһе.
Салауат медицина колледжы уҡытыусыһы Юлия Мавродиева - йәштәргә үрнәк.
- Мин был майҙандан алыҫ түгел йәшәйем һәм йыл һайын был акцияны күҙәтә торғайным, ә быйыл үҙем дә ҡатнашырға ҡарар иттем. Халыҡ бик күп, күптәр ғаиләләре менән килгән, ата-әсәләр балаларын ылыҡтырыуы бик яҡшы. Мин үҙем сәләмәт тормош рәүеше өсөн сығыш яһайым, эшкә велосипедта йөрөйөм, студенттар быны күрә, ҡайһы берҙәре минән өлгө алып ҡушыла. Балаларҙың, йәштәрҙең сәләмәт булыуын теләйем, сөнки сәләмәт милләт - сәләмәт ил, - ти остаз.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: