Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март , 09:11

Бергә ял итеү күңелле

Төҙөкләндерелгән Ағиҙел йылғаһы буйында “Бөтә ғаилә менән” Рәсәй ғаилә проекты сиктәрендә “Яҙҙы бөтә ғаилә менән ҡаршылайбыҙ” скандинавса йөрөү буйынса ярыштар уҙҙы. Унда 70-кә яҡын кеше ҡатнашты.

Бергә ял итеү күңелле
Бергә ял итеү күңелле

Төҙөкләндерелгән Ағиҙел йылғаһы буйында “Бөтә ғаилә менән” Рәсәй ғаилә проекты сиктәрендә “Яҙҙы бөтә ғаилә менән ҡаршылайбыҙ” скандинавса йөрөү буйынса ярыштар уҙҙы. Унда 70-кә яҡын кеше ҡатнашты.

“Бөтә ғаилә менән” ғаилә проекты Ғаилә йылы сиктәрендә уҙғарыла. Унда балалар һәм уларҙың ата-әсәләре, олатайҙар һәм өләсәйҙәр, ағайҙар һәм апайҙар ҡатнаша. Аҙнаһына бер тапҡыр улар ҡыҙыҡлы эштәр
башҡарып, фотоһүрәттәрен “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һала.
Ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығының өлкән инструктор-методисы Зөлфиә Кәримова һәм ГТО тест үтеү муниципаль үҙәге администраторы Антон Панков сәләмләне.
- Йыл һайын ярыштарҙы ҡала паркында уҙғарабыҙ, был юлы урынды үҙгәртергә булдыҡ һәм спорт байрамын  Ағиҙел йылғаһы буйында ойошторорға ҡарар иттек. Бында уңайлы ла, матур ҙа, - тип билдәләне Зөлфиә
Кәримова. - Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, күптәрҙең сараға ҡушылыуы яҡшы күренеш. Беҙ быға шатбыҙ. Ярыштар 10 көн буйы дауам итә. Ҡатнашыусылар ошо арауыҡта 100 000 аҙым эшләргә тейеш. Смартфондарҙағы махсус ҡушымта ярҙамында улар үҙҙәренең ҡаҙаныштарын билдәләй. 
Ярыштарға әүҙем тормош рәүешен үҙ итеүселәр тотош ғаиләләре менән килгәйне. Өлкәндәр теркәлеү үткән  арала, ҡыҙ һәм малайҙар рәхәтләнеп күңел асты: йүгерҙеләр, һикерҙеләр.
Төрлө йәштәге салауаттарҙы спорт менән шөғөлләнеүгә һәм әүҙем тормош рәүешен алып  барыуға булған ҡыҙыҡһыныу берләштерә. Башлыса, күптәр “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-һауыҡтырыу комплексын тапшыра һәм бының өсөн лайыҡлы награда ала. “Яҙҙы бөтә ғаилә менән  ҡаршылайбыҙ” ярыштарын үткәргән көндө Ярослав Мещеряков менән Роман Антипин алтын билдәләр менән бүләкләнде.
Ҡатнашыусылар рәткә теҙелеп баҫып, түҙемһеҙлек менән старт бирелеүен көттө. Был хоҡуҡ йәш спортсы Клим Дмитриенкоға бирелде. Скандинавса йөрөү өсөн махсус таяҡтар менән ҡоралланып, бер километрлыҡ
дистанцияны уҙырға төштөләр. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ярыштарҙа бер нисә йәш төркөмөндә ярышты: 49 йәшкә тиклем, 50 - 59 йәшлектәр, 60 - 69 йәшлектәр, 70 йәштән өлкәнерәктәр. Өлкәндәр уҙышҡанда балалар күңелле эстафеталарҙа ҡатнашты.
Дмитриенколар ғаиләһе лә ярыштарҙан ситтә ҡалмаған. Ғаилә башлығы Павел  балалары Клим һәм Арина менән килгән. Әсәләре эштә ине. Павел менән һөйләшеүҙән асыҡланыуынса, уларҙың бөтә ғаиләһе төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнә.Арина “Алмаз” бассейнында шөғөлләнә һәм беренсе үҫмерҙәр разрядын башҡарып та өлгөргән. Клим да бассейнға йөрөгән, әммә ваҡыт уҙыу менән уға бокс нығыраҡ оҡшауын аңлаған. Ә Эльвира саңғы һәм йүгереү ярата икән.
- Спорт менән үҙебеҙ өсөн шөғөлләнәбеҙ. “Бөтә ғаилә менән” проектына  теләп ҡушылдыҡ. Уның тураһында ҡатыным Эльвира һөйләне. Бергә ваҡыт уҙғарып  мауыҡтырғыс күнекмәләр башҡарыу оҡшай, - ти ул.
Кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәре, шат тауыштар, тәмле сәй - был ярыштарҙан, һис шикһеҙ, бөтә ҡатнашыусылар ыңғай тәьҫораттар алып  таралышты. Спорт кисәһе аҙағында ярыштарҙың еңеүселәре һәм призерҙары
скандинавса йөрөү буйынса грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде, ә ҡалғандар ҡатнашыусы дипломы алды. 

Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: