Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ноябрь 2023, 10:30

Бәләкәй аҙымдарҙан оло еңеүҙәргә

Ҡалабыҙҙың 21-се мәктәбендә яңы заманса йүгереү юлы асылды. Был объект уҡыу учреждение спорт комплексының бер өлөшө булып тора. Мәктәптә урам тренажерҙары, тренажерҙар һәм көрәш залы бар. Тыштағы йүгереү юлы 530 квадрат метр майҙанды биләй һәм проект “Юрматы” хәйриә фонды һәм “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. 

Бәләкәй аҙымдарҙан оло еңеүҙәргә
Бәләкәй аҙымдарҙан оло еңеүҙәргә

21-се мәктәптә спорт йүнәлеше ныҡ үҫешкән, ул төрлө спорт сараларында, ярыштарында һәм проекттарында актив ҡатнаша. Уларҙың башланғысында күп осраҡта мәктәп директоры Ольга Урванцева тора.

- Бөгөн беҙҙә байрам – йүгереү юлын тантаналы асабыҙ. 21-се мәктәп тәүгеләрҙән булып төрлө проекттарҙа ҡатнаша. Быйылғы йыл ҡала һәм “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте өсөн юбилейлы йыл һәм беҙ бындай бүләк алырбыҙ тип көтмәгәйнек тә. “Газпром нефтехим Салауат”ҡа, “Юрматы” фондына балаларҙың яҡты киләсәгенә ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт, - тине мәктәп директоры Ольга Урванцева. – Шулай уҡ яҡын тирәлә йәшәүселәр исеменән дә рәхмәт, мәктәп биләмәһендәге тренажерҙарҙа шөғөлләнеүселәр юлдан йөрөп ҡараны һәм бик һәйбәт эшләнгәнен баһаланы.

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе был проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүселәрҙең барыһына ла – “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте идара итеүсе ойошманың башҡарма директоры Сергей Кращукка, “Юрматы” хәйриә фонды президенты Роман Дозоровҡа, предприятие генераль директорының дөйөм һорауҙар буйынса урынбаҫары Евгений Гошкисҡа, административ-хужалыҡ идаралығы начальнигы Рөстәм Казаковҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

- “Газпром нефтехим Салауат” һәр ваҡытта бындай социаль проекттарға ҡушыла. Был идеяларҙы ҡала хакимиәте һәм компания етәкселеге лә хуплай. Ошондай заманса йүгереү юлы һалыныуы менән ҡотлайым, ул оло юлығыҙҙың башланғысы булһын, - тине Рөстәм Казаков.

- Бөгөн, ысынлап та, бик матур ваҡиға.  Спорт ҡалаһы булып иҫәпләнгән Салауатҡа “Газпром нефтехим Салауат” компанияһына һәм “Юрматы” фондына 5 млн. һумлыҡ йүгереү юлын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырыуҙарына, балаларҙың спорт менән шөғөлләнеүенә шарттар булдырыуына сикһеҙ рәхмәт. Уҡыусылар араһынан билдәле спорт мастерҙары, донъя чемпиондары һәм төрлө ярыш еңеүселәре үҫеп сығыр, тип ышанам. Һеҙгә ҙур уңыштар, - тип тәбрикләне ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау. 

Уҡыусыларҙы һәм мәктәп коллективын был әһәмиәтле ваҡиға менән “Юрматы” хәйриә фонды президенты Роман Дозоров та ҡотланы:

- Спорт объекты балаларҙың рухи һәм физик үҫеше үҙәгенә әйләнер тип ышанам һәм уларҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәренең ҙур еңеүҙәренә тәүге аҙымдарҙы ошонда яһар. Яҡшы уҡығыҙ һәм маҡсаттарығыҙға ирешегеҙ.

Абруйлы ҡунаҡтар ҡыҙыл таҫманы ҡырҡҡандан һуң, өр-яңы йүгереү юлынан спортта юғары ҡаҙаныштарға ирешкән мәктәп уҡыусылары үтте. Улар араһында Ирина Абрашкина.

- Мин күп кенә республика ярыштары призеры, дүрт төрлө ярыш буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында өсөнсө урын алдым. “Лидер” спорт мәктәбендә шөғөлләнәм. Үҙемдең киләсәгемде спорт менән бәйләргә уйлайым, бәлки тренер һөнәрем һайлармын. Беҙҙең мәктәптә йүгереү юлының асылыуына бик шатмын, килеп бында йүгереү менән шөғөлләнеүе уңайлы буласаҡ, - ти 10б класы уҡыусыһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: