Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Ноябрь 2023, 14:30

Өлгө алырлыҡ олатай һәм өләсәйҙәр

Салауатта спортҡа айырым ҡараш, уның ололор һәм йәштәр араһында популяр булыуын инҡар итерлек түгел. Йәштәр был өлкәл уңыштары менән шатландырһа, оло быуын вәкилдәре ҡартайғас та актив сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, физкультура менән шөғөлләнеү мөһим икәненә өлгө күрһәтә.

Өлгө алырлыҡ  олатай һәм өләсәйҙәр
Өлгө алырлыҡ олатай һәм өләсәйҙәр

Салауат ҡалаһында йәшәгән 88 йәшлек Иван Ивановтың ГТО нормаларын тапшырыуын күптәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ.
- Иван Александрович тест үтеү үҙәгенә килде. Ул матбуғаттан норматив тапшырған пенсионерҙар спорт-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сертификаттар ала алыуы тураһында уҡып белгән. Нормалар тапшырыуҙа ҡатнашырға һәм «Алмаз» бассейнына йөрөүгә сертификат алғым килә, тине. Иван Александрович ятып ерҙән күтәрелеүҙән тыш, 60 йәштән олораҡтар өсөн билдәләнгән барлыҡ һынауҙарҙы үтте. Уның бик яҡшы физик формала булыуы барлыҡ кәрәкле нормативтарҙы башҡарып отличие билдәһен алыуға мөмкинлек бирҙе, - тип һөйләй муниципаль ГТО тест үтеү администраторы Антон Панков.
Иван Александрович элек еңел атлетика менән шөғөлләнгән, ярыштарҙа ҡатнашҡан һәм призлы урындар алған, ә хәҙер сәләмәт тормош рәүешен алып бара.
- Иван Александрович комплекс нормотивтарын бронза билдәһенә төрлө йәштә башҡарып булыуын иҫбатланы. Ул көмөште лә ала ала ине, тик ерҙән ятып күтәрелеүҙе генә бер аҙ булдыра алманы, - тип билдәләй Антон Панков.
88 йәшлек олатайҙың ГТО-ны уңышлы тапшырыуы башҡаларҙы ла илһамландыра. Шуға күрә Тамара Минцева, Тамара Насирова һәм Любовь Горностаева компекс нормаларын тапшырырға ҡарар итә.
- Беҙ пенсионерҙар өсөн махсус асылған төркөмдә күптән шөғөлләнәбеҙ, ҡайһы берҙә 100 кеше йыйыла. Гимнастика, йәйәү йөрөү оҡшай, тағы ла бейергә һәм йырларға яратабыҙ, бының өсөн беҙҙең клуб эшләгән Ленинград урамындағы үҫмерҙәр китапханаһында йома һайын йыйылабыҙ, - тип һөйләй улар. - Ә хәҙер беҙ үҙебеҙҙең физик хәлебеҙҙе белеү өсөн ГТО комплексы нормаларын тапшырып ҡарарға булдыҡ. Беҙ бассейнға йөрөү өсөн сертификат алыуыбыҙ ҙа мөмкин, был бик шәп.
Ошо уҡ көндө пенсионерҙар ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында скандинавса йөрөү һәм ҡатнаш хәрәкәт итеү буйынса ГТО нормативтарын тапшырҙы.
- Ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре нормативтарҙың төп өлөшөн «Салауат» спорт мәктәбендә уҙған фестивал ваҡытында, кемдер тест үтеү үҙәгендә тапшырҙы. Бәғзеләр өсөн был осрашыу комплекс нормативтарын үтәүгә тәүге аҙым һәм уларға ҡалған нормативтарҙы үтәргә кәрәк буласаҡ, - тип аңлата Антон Панков.
- Бөгөн мин скандинавса йөрөү буйынса тест һынауын үттем. Һәйбәт булғандыр тип уйлайым. Үҙемде яҡшы тоям, кәйеф тә күтәрелде. Комплекс нормативтарын «Нефтехимик» спорт һарайында һаулыҡ төркөмөндә тапшырырға мөмкин икәнлеген белдем. Әйткәндәй, беҙҙең төркөмдөң етәксе Тамараға 83 йәш тула, - тип билдәләй Нәзилә Фаршатова.
- Йөрөнөм, йөрөйөм һәм йөрөйәсәкмен. Беләһегеҙме, хаҡлы ялға киткәс, үҙемде насар тоя инем, йөрәк менән дә проблемалар бар ине. Хәҙер спорт менән мауыға башлағас, бер нимәгә лә бирешмәйем. Мин дә сәләмәтлек төркөмөндә шөғөлләнәм, - ти ҡыҙының тәҡдиме менән скандинавса йөрөү менән шөғөлләнә башлаусы Рәйсә Ҡунафина.


Алена Бизикина һәм Антон Панков фотолары.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: