Салауат ҡалаһының “Зенит” командаһы 2010 йылғы үҫмерҙәр араһында үткәрелгән “Урал һәм Төньяҡ Көнбайыштың футбол федерациялары союзы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы беренселегендә чемпион исемен
алыуға өлгәште.
Турнир үҙендә илдең төрлө төбәгенән 19 команданы йыя. “Зенит” командаһы тәрбиәләнеүсеһе Арсений Мальцев бәйгенең иң яҡшы уйынсыһы тип таныла.
- Был миҙгел оҙайлы, ҡатмарлы, әммә һөҙөмтәле булды, - тип билдәләй команданың тренеры Илья Самсонов. - Бик күп эш эшләнде. Дүртенсе турҙа Өфө командаһынан еңелгәс, балалар хатаның нимәлә булыуын асыҡларға, тупланырға тырышты. Һуңынан эштәр көйләнеп, ышаныслы рәүештә алға сыға башланыҡ. Тәрбиәләнеүселәремдән бик ҡәнәғәтмен, турнирҙың уларөсөн яҡшы практика булыуына ышанам.
Илья САМСОНОВ фотоһы.