Быйыл Салауат ҡалаһының 62 пенсионеры “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының нормаларын уңышлы үтәгән. Бының өсөн улар тәүҙә иҫтәлекле билдәләр менән бүләкләнһә, хәҙер иһә ҡаланың өс физкультура-һауыҡтырыу комплексына сертификаттар ҙа алды.
Сертификаттарҙы йыл аҙағына тиклем тотоноп бөтөргә кәрәк. Әүҙем граждандар “Алмаз”, “Салауат”, “Снайпер” спорт мәктәптәрендә күңелдәренә оҡшаған спорт төрө менән шөғөлләнә ала.
- Бындай акцияның булыуы бик яҡшы. Тик шуныһы, уны бер тапҡыр ғына файҙаланырға мөмкин. Шулай ҙа йыл аҙағына тиклем һеҙ бушлай шөғөлләнә алаһығыҙ, - тине ҡала хакимиәтенең физик культура һәм спорт идаралығы начальнигы Андрей Прокопов сертификаттарҙы тантаналы тапшырыу ваҡытында салауаттарға мөрәжәғәт итеп.
- Әүҙем тормош позицияғыҙ өсөн рәхмәт, һеҙ һәр ваҡыт сафтаһығыҙ һәм йәштәргә юл күрһәтәһегеҙ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Бүләкләнеүселәрҙең үҙҙәре лә ҡаҙаныштарына бик шат. Һәр ҡайһыһы хәрәкәттең - тормош икәнлеген яҡшы аңлай.
Тамара һәм Александр Антипиндарҙың спортҡа булған һөйөүе бала саҡтан килә. Ғаилә башлығы тәүҙә саңғыла йүгерһә, һуңынан волейбол уйнай башлай һәм 25 йыл дауамында төрлө ярыштарҙа ҡаланың һәм комбинаттың намыҫын яҡлап сығыш яһай. Ә хәләле гимнастика менән шөғөлләнә. Әле Антипиндарға организмды нығытыуға булышлыҡ иткән йөҙөү айырыуса оҡшай. Улар әүҙем тормош рәүешенә үҙҙәренең балаларын һәм ейән-ейәнсәрҙәрен дә йәлеп иткән.
- Хәрәкәт - ул тормош, тип иҫәпләйбеҙ. Шуға мөмкин тиклем күберәк спорт менән шөғөлләнергә тырышабыҙ. ГТО нормативтарын үтәп, билдәләр алдыҡ, хәҙер иһә сертификаттар ҙа тапшырҙылар. “Алмаз” бассейнына йөҙөүгә йөрөргә ҡарар иттек, төркөмгә яҙылырға ғына ҡалды, - ти Антипиндар.
Бүләкләнеүселәр араһында - Любовь һәм Виктор Породькиндар. Улар ҙа сертификат буйынса «Алмаз» бассейнындағы йөҙөү төркөмөнә яҙылырға ниәтләй.
- Мин - медицина хеҙмәткәре һәм сәләмәтлекте нығытыу өсөн тылсымлы таблетканың булмауын беләм. Һаулығыбыҙ үҙебеҙҙең ҡулда. Уның тураһында беҙҙән башҡа кем хәстәрлек күрер? Биш балабыҙ, 11 ейән-
ейәнсәребеҙ бар һәм уларҙың һәр береһендә спортҡа ҡарата һөйөү уятырға тырышабыҙ. Хаҡлы ялға сығыу менән скандинавса йөрөүгә баҫтыҡ. Ҡала хакимиәтенә ошондай ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ. Акция тәүгә үткәрелә һәм уның ҡатнашыусылары булып, сертификаттар алыуыбҙға шатбыҙ, - ти Любовь Породькина.
Әгәр һеҙ 60 йәштән өлкән икәнһегеҙ һәм спортты яратһағыҙ, 20 декабргә тиклем ГТО нормативтарын биреп, 10 мең һумлыҡ физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеүгә сертификаттар алырға ашығығыҙ. Ниндәйҙер һорауығыҙ ҡалһа, 8 (3476) 38-52-91 телефонына шылтыратып, ентекле мәғлүмәт ала алаһығыҙ.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.